Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 552


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОМПИЛЯЦИЯЛАУ
КОМПИЛЯЦИЯЛАУ (компиляцияла-) (Р.: компилировать; И.: compile; T.: derlemek) ҡ.
Компиляция (2—3) яһау, компиляция менән шөғөлләнеү. □ Компилировать. // Компилирование. Программаны компиляциялар.
КОМПЛЕКС [рус. < лат. complexus ‘бәйләнеш’] (Р.: комплекс; И.: complex; T.: kompleks) и.
1. Үҙ-ара бәйләнеше булған төрлө нәмә, күренеш һәм үҙенсәлектәр йыйылмаһы. □ Комплекс. / Комплексный. Өндәр комплексы. Ҡатмарлы комплекс. Ж Тарыны ҡыуаҡланыу мәлендә минераль ашламалар комплексы менән өҫтәмә аҙыҡландырыу уңышты ныҡ арттыра. Картотека фондынан. Ул [Ирғәле] госпиталдә саҡта уҡ уҙе өсөн айырым бер кунекмәләр комплексын төҙөгәйне һәм танау япраҡтарына, маңлайына тир бәреп сыҡҡансы шуларҙы яһай. Н. Мусин.
2. Үҙ-ара бәйләнеше булған хужалыҡ йәки төрлө әлкәгә ҡараған предприятиелар берләшмәһе. □ Комплекс (совокупность связанных друг с другом отраслей народного хозяйства или предприятий различных отраслей). Малсылыҡ комплексы. Агросәнәғәт комплексы. Яғыулыҡ-энергетика комплексы. Иген таҙартыу-киптереу комплексы. ■ Бутил эфиры комплексында ла, метаксон һәм хлорамин производстволарында ла төҙөлөш ҙур тиҙлек менән бара. Ә. Байрамов.
3. Архитектура яғынан бер бөтөндө тәшкил иткән биналар. □ Комплекс (совокупность зданий, сооружений как единое архитектурное целое). Спорт комплексы. Архитектура комплексы. И Бер нисә йылдан һуң болоттар аръяғындағы фронт батырҙарына берҙәм мемориаль комплекс төҙөлә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2005. Етмәһә, мал фермаһы иҫкергән, комплекс төҙөй башлағандар ҙа ташлағандар. Эйе, колхоз таралыу, тарҡалыу өҫтөндә. Д. Бүләков.
4. Төрлө психик элементтарҙың, процестарҙың бергә уҡмашыуы. □ Комплекс (психических элементов, процессов). Кәмселектәр комплексы. Комплекстан арыныу.
КОМПЛЕКСЛАП (Р: комплексно; И.: in an all-in way; T: komple) р.
Комплекслы итеп. □ Комплексно. Ком-плекслап алып барыу. Комплекслап эш итеу.
КОМПЛЕКСЛЫ I (Р: комплексный; И.: complex; composite; integrated; T: komple) c.
Үҙ-ара бәйләнеше булған төрлө күренеш, нәмә һәм үҙенсәлектәрҙе эсенә алған. □ Комплексный. Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, тикшереу һәм уҫтереу буйынса комплекслы программа. Комплекслы модель яһау. ■ Уҡыусыны бер класта икенсе йылға ҡалдырыуҙы бөтөрөу — ҡатмарлы, комплекслы бурыс. «Башҡортостан уҡытыусыһы», № 2,2008.
КОМПЛЕКСЛЫ II (Р: комплексно; И.: complex; T: komple) р.
Ниҙеңдер комплексын тәшкил итеп. □ Комплексно. И Фосфорлы ашламаны ғына тугел, ә азот, фосфор, калийҙы ла комплекслы ҡулланғанда ғына һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Картотека фондынан. Бөтә мәсьәләләрҙе бер-береһенә бәйле, комплекслы хәл итергә кәрәк. Й. Солтанов. Бер нисә йыл элек урмансылыҡ менән һунарсылыҡты комплекслы алып барыу тәңгәлендә Моратовтың ни тиклем ныҡышмалылыҡ курһәтеуен дә белә Төлкөсурин. Н. Мусин.
КОМПЛЕКСЛЫ БРИГАДА (Р: комплексная бригада; И.: composite gang; multiple skill crew; T: karışık ekip) u.
Төрлө һәнәр кешеләренән торған эш бригадаһы. □ Комплексная бригада. Комплекслы бригада төҙөу.
КОМПЛЕКТ [рус. < лат. completus ‘тулы’] (Р: комплект; И.: complete set; T: komple) и.
1. Бер бөтөндө тәшкил иткән нәмәләрҙең тулы йыйылмаһы. □ Комплект (набор предметов). Сынаяҡ комплекты. Комплекттан тыш. Комплектҡа еткерелмәгән. Ҡорамал комплекты. Башҡорт шрифтары комплекты. ■ Әле лә [лесничий] бер комплект автомашина тәгәрмәсе табып бирергә вәғәҙә итте. Н. Мусин. Фәридун бей [Кантимер] ул саҡта Сарыҡамышта бәғзе фекерҙәштәре менән бергә сығарған «Барлыҡ» газе-таһының тулы комплектын килтергәйне. Ә.-З. Вәлиди.
552