КОМПОЗИТОР
2. Талап ителгән йәки штат буйынса ҡаралған кешеләр һаны. □ Комплект (штат людей). Уҡытыусылар комплекты.
КОМПЛЕКТЛАНЫУ (комплектлан-) ҡ. төш. ҡар. комплектлау, страд, от комплектлау. Табиптар менән комплектланған дауахана. Машиналар менән комплектланған хужалыҡ. ■ Сәсеу агрегаттары ике сменала эшләтеу өсөн кешеләр менән комплектлана. Картотека фондынан. Нигеҙҙә, ауыл егеттәренән комплектланған эскадронда хеҙмәт итеу бик ук ецел булмай, ул ҙур туҙемлелек, ныҡышмалылыҡ талап итә. Р. Өмөтбаев. Был [брустан эшләнгән] йорттарҙы йыйыу еңелерәк һәм тиҙерәк булыр, сөнки таҡталарына саҡлы комплектланған. «Ағиҙел», № 11, 2010.
КОМПЛЕКТЛАУ (комплектла-) (Р.: комплектовать; И.: complete, replenish; T.: takım yapmak) ҡ.
1. Комплектҡа килтереп йыйыу. □ Комплектовать. // Комплектование (чего-л.). Гәзиттәрҙе комплектлау.
2. Комплект буйынса тейеш булған һанға тултырыу. □ Комплектовать. // Комплектование (каких-л. предметов, лиц). Уҡытыусылар менән комплектлау. Мәктәптәрҙе уҡыусылар менән комплектлау. Китапхананы комплектлау. Машиналарҙы деталдәр менән комплектлау. Полкты һалдаттар менән комплектлау.
КОМПЛЕКТЛАШТЫРЫУ (комплект-лаштыр-) (Р: укомплектовать; И.: staff; complete; T.: tamamlamak) ҡ.
Тейешле комплект менән тәьмин итеү. □ Укомплектовать. Комплектлаштырып бөтөрөу. Комплектлаштырып сығыу. Комплектлаштырып ҡуйыу. Мәктәпте дәреслектәр менән комплектлаштырыу.
КОМПЛЕКТЛЫ (Р: комплектный; И.: complete; T.: takım yapılmış) с.
Комплектҡа килтерелгән. □ Комплектный. Тулы комплектлы штат. Комплектлы набор. Комплектлы продукция. Комплектлы тушәк кәрәк-яраҡтары. Я Йән башына финанслау нормаларына ярашлы, аҙ комплектлы мәктәптәрҙең ябылыуы — ҡотолғоһоҙ. «Ағиҙел», № 2, 2010.
КОМПЛЕКЦИЯ [рус. < лат. complexio] и. кит. ҡар. килбәт. Тулы комплекция. Ябыҡ комплекция. Комплекцияһына таман. Комплекцияһына ҡарап тегелгән.
КОМПЛИМЕНТ [рус. < фр. compliment] (Р: комплимент; И.: compliment; T.: kompliman) и.
Кешегә әйтелгән маҡтау һүҙе. □ Комплимент. Комплимент әйтешеу. Комплиментҡа оҫта. ■ Шағир халҡы куберәк бер-беренә арзан комплименттар һөйләйҙәр, комплимент ул рәхәт, ләкин бынан шиғыр отолғанын белмәйҙәр. М. Хәй. Эшкә ағылыусы ағай-эне бирәһе сәләмдәрен биреп, комплименттарын тиреп, таралышып бөткәйнеләр. Й. Солтанов. [Әлфиә — Иреккә:] Төрттөрмә әле, ә шулай ҙа рәхмәт! Комплиментың миңә адресланған булһа. Д. Бүләков.
КОМПОЗИТ [рус. < лат. composit] (Р: композит; И.: composite; T.: alaşım) и.
1. махс. Бер нисә компоненттан торған материал (металл, керамика, углерод һ. б. компоненттар ҡушылып полимерҙар менән нығытылған материал). □ Композит. Сусле композит. Ҡатлаулы композит.
2. лингв. Ике йәки бер нисә һүҙҙән яһалып, бер генә төшөнсә аңлатҡан һүҙ; ҡушма һүҙ. □ Композит. Композиттар ике һуҙҙең бергә ҡушылыуынан (аҡҡош, быйыл) һәм бер нисә һуҙ теҙмәһенән яһала (Башҡорт дәуләт университеты).
КОМПОЗИТОР [рус. < лат. compositor ‘туплаусы’] (Р: композитор; И.: composer; Т.: bested) и.
Музыкаль әҫәр ижад иткән кеше. □ Композитор. Йәш композитор. Һәуәҫкәр композитор. Танылған композитор. Башҡорт композиторҙары. Эстрада композиторҙары. ■ Композитор [3. Исмәғилев] Баязит Бикбай менән оҙаҡ йылдар буйы бергә эшләу дәуерендә уҙенең бынамын тигән вокаль сәхнә әҫәрҙәрен ижад итте. Картотека фондынан. [Рәйсә:] Хәлим, һин шулай композиторҙамы ни әле? Н. Асанбаев. Ишбирҙин хәҙер ғумере буйы тик музыка менән генә булыр, бөйөк композиторҙарҙың тормошон өйрәнеп, әҫәрҙәрен уйнап ҡына йәшәр, бер хис кешеһенә генә әуерелер. Я. Хамматов.
553