КОМПОЗИТОРЛЫҠ
КОМПОЗИТОРЛЬГК (композиторлы-ғы) (Р.: быть композитором; И.: composers’ trade; T: bestecilik, bestekârlık) и.
1. Композитор һәнәре. □ Быть композитором. Композиторлыҡҡа уҡыу. Компози-торлыҡ менән шөғөлләнеу. ■ 1921 йылдан алып йырсы [Ғ. Әлмөхәмәтов] эшен башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын йыйыу һәм ком-позиторлыҡ эшмәкәрлеге менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Башкортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедиянан.
2. Композитор булыу һәләте. □ Профессиональные качества композитора. Компо-зиторлыҡ һәләте бар.
КОМПОЗИЦИОН (Р.: композиционный; И.: composition; T.: kompozisyon) с.
Композицияға (1,3) бәйләнешле. □ Композиционный. Композицион төҙөлөш. Әҫәрҙең композицион уҙенсәлектәре. ■ Геройҙың кеше тормошона, уныц социаль ихтыяждарына ыңғай һәм әуҙем мөнәсәбәте, гел оло маҡсаттарға ынтылыу ы ана шул еп хеҙмәтен утәй, сюжетты ойоштороусы композицион уҙәк, жанрҙың төп художество принцибы булып тора. Н. Зарипов.
КОМПОЗИЦИЯ [рус. < лат. compositio ‘тәшкил итеү’] (Р: композиция; И.: composition; T.: kompozisyon) и.
1. Әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәренең төҙөлөшө, эске ҡоролошо. □ Композиция (строение). / Композиционный. Хикәйәнең композицияһы. Пейзаж композицияһы. Опера композицияһы. Композиция төҙөлөшө. Кат-марлы композиция. ■ Яҙыласаҡ портреттың композицияһы тураһында Ғилманов та, Рауил да куп уйланы. С. Агиш. Ысын мәғәнәһендәге әҫәрҙә образдарҙың ышандырырлыҡ булыуы, .. композицияның йыйнаҡлығы, .. хатта теманың ҡуйылышы ла уҡыусыла ҙур хис-тойғо уята. К. Әхмәтйәнов.
2. Берҙәм, төҙөк бер тәртипкә килтерелгән музыкаль әҫәр, һүрәт йәки уларҙың киҫәктәренең тема, сюжет буйынса берләштерелгән теҙмәһе. □ Композиция (музыкальное, художественное произведение). Куп фигуралы композиция. Өс композициянан торған музыкаль әҫәр. Әҙәби-музыкаль ком
позиция. Хореографик композиция. ■ Беҙҙең алдыбыҙҙа — ҙур полотно, ә полотно тулы — халыҡ. Куп фигуралы композицияның уҙ алымдары, уҙ ҡанундары бар. «Ағиҙел», № 11,2009.
3. му з. Музыкаль әҫәрҙәр яҙыу теорияһы, эше. □ Композиция (теория составления музыкального произведения). Композиция класы. Композиция менән шөғөлләнеу.
4. Шахмат уйыны өсөн этюдтар, мәсьәләләр төҙөү. □ Композиция (составление шахматных задач и этюдов). ■ XIX быуат баштарында шахмат мәсьәләләре хаҡында тәуге йыйынтыҡтар сыға башлай. Был йыйынтыҡтар композициялар тыуыуға ҙур йоғонто яһай. «Башҡортостан», 24 ғинуар 2007.
КОМПОЗИЦИЯЛЫ (Р: композиционный; И.: composition; T.: kompozisyon) с.
Композицияға нигеҙләнгән, бер бөтөн композиция (1) тәшкил иткән. □ Композиционный. Композициялы рәсем. ■ Мәҫәл — драматик композициялы, өгөт-нәсихәтле һәм аллегорик характерҙағы кескәй эпик әҫәр. К. Әхмәтйәнов.
КОМПОНЕНТ [рус. < лат. componens ‘тәшкил итеүсе’] (Р: компонент; И.: component; T.: parça, kısım) и. кит.
Ҡатмарлы йәки ҡатнаш нәмәнең эсенә ингән бер өлөш. □ Компонент. / Компонентный. Кушма һуҙҙәр компоненты. Мал аҙығы компоненты. Химик ҡушылмалар компоненттары. И Һәр бер йыр, шул иҫәптән тарихи йырҙар ҙа, бер-береһенән айырылмай торған төп ике компоненттан — йырҙың һуҙҙәренән һәм көйөнән тора. С. Галин. Хәҙерге башҡорт телендә ҡушма рәуештәр составы яғынан, нигеҙҙә, ике компоненттан тора. Картотека фондынан.
КОМПОСТ [рус. < ингл. compost] (Р: компост; И.: compost; T.: komposto) и. а. х.
Серетмәгә тупраҡ ҡатыштырып яһаған органик ашлама. □ Компост. / Компостный. Компост өйөмө. Гиреҫле компост. Торф компосы. Компост ашламаһы. Компост менән ашлау. ■ Серегән тиреҫте шулай уҡ фосфор оно йәки торф ҡатнаштырып компост рәуешендә лә файҙаланырға мөмкин.
554