Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 555


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОМПРОМИСС
М. Мәмбәтов. [Нурия:]Беҙгә быйыл уҡ тиреҫ һаҡлағыстар төҙөргә, тиреҫте баҫыуға компостар рәуешендә сығарырға кәрәк. Ф. Әсәнов.
КОМПОСТЕР [рус. < фр. composteur] (Р.: компостер; И.: punch; T.: soğuk damga) и.
Тимер юл, трамвай һ. б. транспорт билеттарына контроль билдәһе һала торған аппарат. □ Компостер (в городском транспорте). Билет компостеры. Талон компостеры. Трамвайҙарҙы компостер менән йыһазлау.
КОМПОСТЕРЛАНЫУ (компостерлан-) ҡ. төш. ҡар. компостерлау, страд, от компостерлау. Компостерланған билет.
КОМПОСТЕРЛАУ (компостерла-) (Р: компостировать; И.: punch; T: damgalamak) ҡ.
1. Компостер менән билдә һалыу, тишеү. □ Компостировать (пробивать компостером). Талондарҙы компостерлау.
2. Берәй самолёт, поезд йәки пароходтан икенсеһенә күскәндә, ваҡытлыса станцияла туҡталғанда билетты теркәү. □ Компостировать. // Компостирование (регистрация билета при пересадке). Билетты аэропортта компостерлау.
КОМПОТ [рус. < фр. compote] (Р: компот; И.: compote; T.: hoşaf) и.
1. Төрлө емеште шәкәрле һыуҙа ҡайнатып әҙерләнгән эсемлек. □ Компот (напиток). Сейә компоты. Һыуыҡ компот. Әскелт компот. Компот ҡайнатыу. Компот эсеу. Компот ҡойоу. ■ [Әҡлимә:] Бик һәйбәт сейә компоты бар беҙҙә, яңы ғына һалҡын баҙҙан алып керҙеләр. Н. Иҙелбай. [Быума Зәйнулла:] Бәхетең — министр Жуков приказына тап килдең. Юғиһә беҙ теуәл биш йыл һемерҙек флот компотын. Й. Солтанов.
2. Шул эсемлек өсөн әҙерләнгән кипкән емештәр ҡатышмаһы. □ Компот (сушёные фрукты). Компот киптереу. Ике кило компот алыу.
КОМПРЕСС [рус. < фр. compresse} (Р: компресс; И.: compress; T: kompres) и.
Ауыртҡан ергә һалынған һыулы йәки дауалы сепрәк; боҫлама. □ Компресс. Йылы компресс. Һыуыҡ компресс. Спиртлы компресс. Компресс ҡағыҙы. Компресс ҡуйыу. М Карт уның [Йәмилдең] кукрәгенән ком
престы алды. Й. Мостафин. [Сафи ҡарт Харистың] ут кеуек янып торған маңлайына сепрәк һыулап, компресс ҡуйҙы. А. Таһиров.
КОМПРЕССИЯ [рус. < лат. compressio ‘ҡыҫыу’] (Р: компрессия; И.: compression; Т: sıkıştırma) и. тех.
Двигатель цилиндрындағы баҫым менән һауа, газ һәм ҡатнаш яғыулыҡтың ҡы-ҫылыуы. □ Компрессия. Компрессия етеш-мәу. Компрессияны кутәреу. Компрессия цехында эшләу.
КОМПРЕССИЯЛЫ (Р: компрессионный; И.: compressive; T: baskılı) с. тех.
Компрессияһы булған, компрессия нәтижәһендә барлыҡҡа килгән. □ Компрессионный. Компрессиялы һыныу. Компрессиялы кейем.
КОМПРЕССОР [рус. < лат. compressus ‘ҡыҫыу’] (Р: компрессор; И.: compressor; Т: kompresör) и. тех.
Һауа һәм газды билдәле бер баҫымға тиклем ҡыҫа торған машина. □ Компрессор. / Компрессорный. Үҙәктән ҡыуғыс компрессор. Диафрагмалы компрессор. Куп баҫҡыслы компрессор. Компрессор ҡоролмаһы. Кусмә компрессор. Компрессорҙар эшләу заводы. Компрессор майы. ■ Корамалдарҙы һынағанда бигерәк тә компрессорҙарға ҙур иғтибар ителә, сөнки улар ярҙамында йөҙ алтмыш биш атмосфера ҡыҫымлы азот алынасаҡ. Картотека фондынан. [Поэзовский:] Тимәк, двигатель, компрессор, баллондар, торбалар һәм тағы нисәмә әллә нәмәләр кәрәк. Й. Солтанов.
КОМПРЕССОРЛЫ (Р: компрессорный; И.: compressor; T: kompresör) с.
Компрессорҙарҙан торған. □ Компрессорный. Компрессорлы ҡоролмалар.
КОМПРЕССОРСЫ (Р: компрессорщик; И.: compressor operator; T: kompresör işçisi) и. махс.
Компрессор ҡоролмаһы белгесе, шул ҡоролмала эшләүсе кеше. □ Компрессорщик. Тәжрибәле компрессорсы.
КОМПРОМИСС [рус. < лат. compromis-sium\ (Р.: компромисс; И.: compromise; Т: ап-laşıt, uyuşma) и.
555