КОМПРОМИСЛЫ
Бер-береңә юл ҡуйыу нигеҙендә ирешелгән килешеү; уртаҡ фекергә килеү.
□ Компромисс. / Компромиссный. Компромисҡа килеу. Компромисҡа барыу. Компромисс юл менән хәл итеу.
КОМПРОМИСЛЫ (Р.: компромиссный; И.: compromise; T.: uzlaşmalı, uzlaştırıcı) с.
Компромисҡа бәйләнгән, уртаҡ фекергә киленгән. □ Компромиссный. Компромислы ҡарар. Компромислы тәҡдим.
КОМПРОМИСҺЫҘ (Р: бескомпромиссный; И.: uncompromising; T.: uzlaşmasız) с.
Компромисҡа нигеҙләнмәгән. □ Бескомпромиссный. Компромисһыҙ кеше. Компромисһыҙ көрәш. Компромисһыҙ ҡараш.
КОМПЬЮТЕР [рус. < ингл. computer < лат. computare ‘хисаплау’] (Р: компьютер; И.: computer; T.: bilgisayar) и.
Билдәле бер тәртип менән төрлө ғәмәлдәр башҡарып, мәғлүмәтте автоматик эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән электрон ҡулайлама; Интернет селтәре аша һүрәт, фото һ. б. ҡабул итеү, ебәреү, аралашыу, шәхси элемтә сараһы. □ Компьютер. / Компьютерный. Компьютерға индереу. Компьютерҙа баҫыу. Компьютер программаһы. ■ Компьютерҙар донъяһы шул тиклем ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, ләкин һаулыҡҡа кире тәьҫир итеуе тураһында ла оноторға ярамай. «Йәшлек», 15 сентябрь 2010.
КОМПЬЮТЕРЛАШТЫРЫУ (компьютерлаштыр-) (Р: компьютеризировать; И.: computerize; T.: bilgisayar kurmak) ҡ.
1. Компьютерҙар ҡуйыу, компьютерҙар менән тәьмин итеү. □ Компьютеризировать. // Компьютеризация. Мәктәптәрҙе компьютерлаштырыу. Компьютерлашты -рыуҙыц һөҙөмтәһе. ■ Мәктәптәрҙе компьютерлаштырыу һәм уларҙы Интернет селтәренә тоташтырыу уҡыусыларыбыҙға тотош донъяның мәғлумәти мөхите менән бәйләнешкә инеу мөмкинлеген бирә. «Ағиҙел», №2, 2010.
2. Компьютер программаһына ҡуйыу.
□ Компьютеризировать. Тикшереу эштәрен компьютерлаштырыу.
КОМСОМОЛ [рус. Коммунистический союз молодёжи] (Р: комсомол; И.: Komsomol; Т.: Komsomol) и.
1. Коммунистик йәштәр союзы {1991 йылға тиклем). □ Комсомол (организация). Комсомолға инеу. Комсомол билеты. Комсомол уставы. ■ Дәһшәтле 1941 йыл. Башҡортостан комсомолы уҙенең иң яҡшы улдарын — йөҙ егерме мең ВЛКСМ ағзаһын гитлерсы илбаҫарҙарға ҡаршы һуғышҡа оҙатты. Картотека фондынан. Комсомолға инергә тип киткән еренән инде өс көн ҡайтмаған ҡыҙын юллап, куҙ асҡыһыҙ буранда утарҙан йәйәуләп сығып китте Шәһәрбаныу. Т. Ғарипова. [Аҙнаев:] Иптәштәр, дирекция, партия ойошмаһы, профсоюз һәм комсомол комитеттары эш һөҙөмтәләрен ҡарап сыҡҡандан һуң иң алдынғы эшселәрҙе ҡиммәтле буләктәр йәки аҡса менән буләкләргә ҡарар итте. Н. Мусин.
2. Коммунистик йәштәр союзының ағзаһы. □ Комсомолец. Комсомолдар ойошмаһы. Комсомолдар йыйылышы. Комсомолдар бригадаһы. ■ Байназар һәм башҡа комсомолдар төн буйы, уйын һылтауы менән, ауылда йөрөп сығалар. Б. Бикбай. Әмирханов был тынлыҡты юйырға теләне, кеҫәһенән ап-аҡ яулыҡ сығарҙы ла, мыйығын һөртә-һөртә: — Комсомолмы әле һин? — тине. С. Агиш. [Сөләймән ҡарт:] Ерҙә һәр кем уҙ һуҡмағы менән йөрөй... Һеҙҙең өсөн комсомолдар һалған һуҡмаҡ ҡәҙерле булһа, беҙҙең өсөн Аллаһы Тәғәләнең уҙе тарафынан һалынған һуҡмаҡ бар. Ғ. Хәйри.
КОМСОМОЛДАРСА (Р: по-комсомольски; И.: like Komsomols; T: komsomollar gibi) p.
Комсомолдарға хас булғанса. □ По-комсомольски. Комсомолдарса дәртләнеп эшләу. Комсомолдарса эш итеу.
КОМСОМОЛЕЦ [рус.] и. кар. комсомол 2. И Взвод командиры һөйләп бөткәс, капитан Ротов коммунистарҙың һәм комсомолецтарҙың исемлеген яҙып алды. Н. Мусин. Орудие янында япа-яңғыҙы тороп ҡалған комсомолец E. F. Сынбулатов ике танкыны ҡыйрата. Р. Өмөтбаев.
556