КОМФОРТЛЫЛЫҠ
КОМСОМОЛКА [рус.] (Р.: комсомолка; И.: Komsomol member; T.: komsomolcu) и. һөйл.
Комсомол ҡатын-ҡыҙ. □ Комсомолка. Комсомолка булыу. Йәш комсомолка.
■ [Баян:] Тимәк, шулай булғас, мин инде һине Ҡыҙыл ғәскәрҙән ҡайтҡас, мин киткәндә өйҙә ҡалған комсомолка Фатима итеп тугел, бәлки, бер мулланың оҫтабикәһе итеп курермен. Ғ. Хәйри.
КОМСОМОЛЛЫҠ (комсомоллығы) (Р.: членство в комсомоле; И.: Komsomol membership; T.: Komsomol üyesi olmak) и.
Комсомол ағзаһы булыу хәле. □ Членство в комсомоле. Комсомоллыҡ билеты.
■ Әгәр ҙә шундай дуҫлыҡтары булмаһа, теге комсомолка, төнгө ҡарлы юлдарҙы ярып, урмандар аша станцияға килмәгән булыр ине. Бәлки, улай ҙа булмаҫ, былай ғына яҡын куреп, комсомоллыҡ бурысын утәр өсөн генә килгәндер. Д. Юлтый.
КОМСОРГ [рус. комсомольский организатор} (Р: комсорг; И.: Komsomol organizer; Т.: Komsomol yöneticisi, komsomol kurulu başkanı) и.
Беренсел комсомол ойошмаһының һайланма етәксеһе. □ Комсорг. Комсорг һайлау. Төркөм комсоргы. ■ Ваҡиға, бәлки, шуның менән осланыр ҙа ине, әгәр ҙә ки Ғәйнитдиновты эйәрткән комсорг Бикләмешсе уҙе килеп ҡыҫылмаһа. Й. Солтанов. [Ҡыҙрасов:] Быны һиңә комсорг уҙе әйтә, тыңламай ҡара! Т. Ғарипова. [Сираев:] Иптәш майор, взводта комсорг булыу миңә футбол уйнарға ҡамасаулай. Н. Мусин. [Шәмсеҡәмәр:] Бына шул, Ҡотлобаев иптәш, мин фермала комсоргмын, шуға ҡыҙҙарҙың талабын еткереу миңә йөкмәтелде. Ә. Хәкимов.
КОМСОСТАВ [рус. командирский состав} (Р: комсостав; И.: commander corps; T.: komutanlar heyeti) и. хәрби.
Ғәскәрҙәге бөтә булған командирҙар. □ Комсостав. Ротаның комсоставы. ■ Әгәр ҙә яу яҙмышы тиҫкәре килеп, капитанға ул-был була ҡалһа инде, граната ни эшләптер кесе комсостав отделение командиры Ир-ғәлингә тугел, анау сырайһыҙ Федотов ҡу
лына кусә. Ә. Хәкимов. Ошо тәулек эсендә бригаданың алғы һыҙыҡҡа тартыласағы комсоставҡа билдәле булды. М. Кәрим.
КОМФОРТ [рус. < ингл. comfort ‘уңайлыҡ’] (Р: комфорт; И.: comfort; T.: konfor) и.
Уңайлыҡ. □ Комфорт. Ял итеуселәргә тулы комфорт тыуҙырыу. Комфорт менән урынлашыу. И [Айнур] ҡәйнәһенең кемдер менән һөйләшеп килешеуе арҡаһында тиҙ генә телефон ҡуйылғас, ул, фатирында шундай комфорт булыуға ҡыуанып, тәуге осорҙа уҙе лә таныш-белештәренә йыш ҡына шылтырата ине. Н. Мусин.
КОМФОРТАБЕЛЛЕ (Р: комфортабельный; И.: comfortable; T.: rahat, konforlu) с.
Көнкүреш өсөн уңайлы. □ Комфортабельный. Комфортабелле вагон. Комфортабелле фатир. ■ Ағиҙел йылға пароходсылығы комфортабелле пароходтарҙа ял итергә саҡыра. «Башҡортостан», 12 июнь 2011. Һуңғы йылдарҙа Ҡара диңгеҙҙә бер ҙурлыҡта, бер ҡиәфәттә булған комфортабелле теплоходтар йөрөй башлағайны. С. Ҡудаш.
КОМФОРТЛЫ (Р: комфортный; И.: comfortable; T.: rahat, konforlu) с.
Комфорты булған, уңайлы. □ Комфортный. Комфортлы фатир. Комфортлы ҡунаҡхана. Комфортлы каюта. ■ Юлҡот-лин йәшәгән урамдан хәҙер Иҙелдең аръяғындағы ҡорос сыбыҡ заводына комфортлы автобустар йөрөп торалар. М. Хәйҙәров. Тыштан типкән һалҡынса һауа ирҙең танау тишектәрен иркәләп ҡытыҡланы, сәс бөртөктәрен таратып, маңлайы өҫтөндә уйнатты. Комфортлы был рәхәтлектән һис кенә лә ҡубынғы килмәй ине. Й. Солтанов. Бай, комфортлы, ата-әсәһенең иркәләуе менән уратып алынған тормошто ташлап, беҙҙең ауыр шарттарға, бәлки, улемгәләриза булырға уны [ҡыҙҙы]ни нәмә мәжбур иткән? А. Карнай.
КОМФОРТЛЫЛЫҠ (комфортлылы-ғы) (Р: комфортность; И.: comfort; T.: rahatlık) и.
Комфортабелле булыу, уңайлыҡ. □ Комфортность. Комфортлылыҡты яратыу. Ком-фортлылыҡ тыуҙырыу. Комфортлылыҡҡа ынтылыу. Комфортлылыҡ етешмәу.
557