КОНВЕРТИРЛАНЫУ
2. инф. Ниндәй ҙә булһа бер форматтағы мәғлүмәтте икенсе төрлө форматҡа өйләндереүсе махсус программа. □ Конвертер (программа). Валюта конвертеры. Видео -мәғлүмәт конвертеры.
КОНВЕРТИРЛАНЫУ (конвертирлан-) к. төш. ҡар. конвертирлау. страд, от кон-вертирлау.
КОНВЕРТИРЛАНЫУСАН (Р: конвертируемый; И.: convertible; T.: evrilir) с. фин.
Конвертирлана торған. □ Конвертируемый. Конвертирланыусан валюта.
КОНВЕРТИРЛАУ (конвертирла-) (Р.: конвертировать; И.: convert; T.: tahvil yapmak) ҡ. фин.
Ҡабул ителгән курс буйынса аҡса алмаштырыу. □ Конвертировать. Валютаны конвертирлау. Долларҙы һумға конвертирлау.
КОНВЕРТЛАУ (конвертла-) (Р.: вложить в конверт; И.: envelope; T.: zarfa koymak) ҡ.
Конвертҡа һалыу. □ Вложить в конверт что-то. Документтарҙы конвертлау. Хатты конвертлап ебәреү.
КОНВЕРТЛЫ (Р: конвертный; И.: enveloped; T.: zarflı) с.
Конвертҡа һалынған, конвертланған. □ Конвертный, вложенный в конверт. Конвертлы яҙыу. Бер көн хат ташыусы минең ҡулыма конвертлы хат тотторҙо.
КОНВОИР [рус. < фр. convoyeur ‘алып барыусы’] и. ҡар. конвойсы. Конвоир менән оҙатыу. Конвоир вазифаһын башҡарыу. ■ Ғәйепләнеүселәрҙе шунда уҡ конвоирҙар уратып алдылар һәм ҡулдарына бығау һалдылар. Ғ. Әмири. Азат тауыш килгән яҡҡа боролоп та ҡараманы. Конвоир иғтибарын ситкә ебәрергә тейеш түгел. Ә. Бикчәнтәев. Тауышҡа конвоирҙар эштәре менән килә һалып етте. Т. Ғарипова. Һығылмалы кырандас бәүелтә-бәүелтә урамдан елә. Күсерҙә — ҡыҙылармеец. Арттан һыбайлы ике конвоир. Ф. Иҫәнғолов.
КОНВОИРЛАУ (конвоирла-) (Р: конвоировать; И.: escort; T.: refakat etmek) ҡ.
Конвоир менән алып барыу. □ Конвоировать. Тотҡондо конвоирлау. Конвоирлап алып барыу.
КОНВОИРЛЬГК (конвоирлығы) (Р: конвой; И.: convoy; T.: konvoy) и.
Конвоир хеҙмәте. □ Конвой, служба конвоя. Конвоирлыҡта хеҙмәт итеү.
КОНВОИ [рус. < гол. konvooi} (Р: конвой; И.: escort; convoy; T.: konvoy) и.
1. Кем йәки нимәнелер һаҡлап алып барыусы ҡораллы төркөм. □ Конвой (о группе сопровождения). / Конвойный. Конвойҙа хеҙмәт итеү. Конвой менән йөрөү. И Икенсе көндө ҙур конвой менән Хамматовты Үрге Кыйғы ауылына оҙаталар. Картотека фондынан. Март айы аҙағының ошондай еүеш, ҡар ҡатыш ямғырлы көнө ун ике иптәше менән бергә уны [Григорийҙы] конвойҙар һамар вокзалынан алып киттеләр, һ. Дәүләтшина.
2. Транспорт сараларын һөжүмдән һаҡлап алып барған карап йәки самолёттар төркөмө. □ Конвой (группа самолётов, катеров для охраны транспортных средств). / Конвойный. Конвой карабы. Конвой само-лёттары.
КОНВОЙЛАУ (конвойла-) (Р: конвоировать; И.: escort; convoy; T: refakat etmek) ҡ.
Конвой менән алып барыу. □ Конвоировать, вести под сопровождением конвоя. Конвойлап алып барыу.
КОНВОЙСЫ (Р: конвоир; И.: convoy; T: konvoy) и.
Кемделер, нимәнелер һаҡлау маҡсатында оҙатып барған кеше. □ Конвоир. ■ Конвойсы аптырап ҡала, ни эшләргә белмәй тора. И. Абдуллин.
КОНВУЛЬСИВ с. ҡар. конвульсиялы. Конвульсив хәрәкәттәр.
КОНВУЛЬСИЯ [рус.] (Р: конвульсия; И.: convulsion; T: çırpıntı) и.
Көҙән йыйырыу, көҙән тартыу. □ Конвульсия. Конвульсиянан ҡалтырап төшөү.
КОНВУЛЬСИЯЛЫ (Р: конвульсивный; И.: convulsive; T: çırpıntılı) с.
Конвульсияға бәйләнешле. □ Конвульсивный. Конвульсиялы хәрәкәттәр.
КОНГЛОМЕРАТ [рус. < лат. conglome-ratus ‘йыйылған’] (Р: конгломерат; И.: conglomeration; T: karışıklık) и.
1. кит. Төрлө нәмәнең осраҡлы, тәртипһеҙ рәүештә ҡатнашмаһы. □ Конгломерат
560