Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 561


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОНДЕНСАЦИЯЛАУ
(беспорядочная смесь). Фирмалар конгломераты. Халыҡтар конгломераты. Фекерҙәр конгломераты.
2. геол. Төрлө таш, ҡырсын, балсыҡ ҡатышып ҡатҡан тау тоҡомо. □ Конгломерат (осадочная горная порода). ■ Боҙлоҡтан ҡалған ҡомло конгломераттар Башҡортостандың башҡа ерҙәрендә лә байтаҡ осрай. «Башҡортостан», 11 сентябрь 2010.
КОНГРЕСС [рус. < лат. congressus ‘осрашыу’] (Р.: конгресс; И.: congress; T: kongre) и.
1. Халыҡ-ара әһәмиәткә эйә булған ҙур күләмле йыйылыш. □ Конгресс (съезд). Бөтә донъя профсоюздар конгресы. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресы. Төркиәтселәр конгресы. Тыныслыҡ яҡлаусылар конгресы. Һиндостан милли партия конгресы. ■ 1917 йылдың 7майында Мәскәүҙә Рәсәй мосолмандарының дөйөм конгресы асылырға тейеш була. Р. Шәкүр. [Зәки:] Төркөстан милли Берлек конгресы миңә көрәште сит мәмләкәттә дауам итергә, уның тарихын яҙып, донъя йәмәғәтселегенә еткереүҙе, беҙҙең талаптарҙы халыҡ-ара мәсьәлә сифатында ойоштороу эштәрен йөкмәтте. Н. Асанбаев.
2. АҠШ һәм Латин Америкаһының күпселек илдәрендәге закон сығарыу органы. □ Конгресс (законодательный орган). АҠШ конгресы.
КОНГРЕССМЕН [рус. < ингл. congressman} (Р: конгрессмен; И.: congressman; Т.: kongre üyesi) и.
Конгресс (2) ағзаһы. □ Конгрессмен. Юғары палата конгрессмены. Америка конгрессмендары. ■ Конгрессмендар хөкүмәттең сәйәсәтен ҡырҡа тәнҡитләйҙәр һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы ҡурҡыныслы һуғыш усағын бөтөрөү өсөн кисекмәҫ сара күреүҙе талап итәләр. «Башҡортостан», 28 декабрь 2008.
КОНГРЕСС-ХОЛЛ [рус. < ингл. congress-hall} (Р: конгресс-холл; И.: congresshall; T: toplantı salonu) и.
Конгрестар, съездар үткәреү залы. □ Конгресс-холл. Съезды конгресс-холда үткәреү. Конгресс-холда сығыш яһау. ■ Өфөлә халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә башҡарыусы балаларҙың III төбәк-ар а конкурсы уҙғарыл
ды һәм Конгресс-холда еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. «Йәшлек», 17 апрель
2012.
КОНДЕНСАТ [рус.] (Р: конденсат; И.: condensate; T: yoğuşma) и. хим.
Парҙан йәки газдан ҡуйырған шыйыҡлыҡ. □ Конденсат. Һыу парҙары конденсаты. Газ конденсаты.
КОНДЕНСАТОР [рус. < лат. condensare ‘ҡуйыртыу’] (Р: конденсатор; И.: condenser; T: kondensatör) и. физ.
1. Үҙендә электр энергияһын туплай торған ҡорамал. □ Конденсатор. / Конденсаторный (для накопления электричества). Электр конденсаторы. Керамикалы конденсатор. Вакуумлы конденсатор. Үҙгәреүсән һыйышлыҡлы конденсатор. Даими һыйышлыҡлы конденсатор. Конденсаторҙы алыштырыу. ■ Конденсатор, транзистор тигән һүҙҙәр хәҙер Кәримә апайға музыка кеүек булып яңғырай башланы.
3. Хисмәтуллин. [Шәриф] ниҙер иретеп йәбештерә, радиолампалар һайлай, конденсаторҙы, индуктив катушкаларҙы изоляцияланған нәҙек кенә үткәргестәргә тоташтыра. Н. Мусин.
2. Парҙы һыуға әйләндерә торған аппарат. □ Конденсатор. / Конденсаторный (для превращения пара в воду). Конденсатор ҡоролмаһы. ■ һауа өрҙөрөп һыуытыусы конденсаторҙар бик аҙ эшләнә, сөнки производство ҡеүәттәре етмәй. Картотека фондынан.
КОНДЕНСАЦИЯ [рус. < лат. condensation (Р: конденсация; И.: condensation; Т.: yoğunlaşma) и. махс.
Парҙың, газдың һыуытыу йәки ҡыҫыу юлы менән шыйыҡ хәлгә килеүе. □ Конденсация (пара, газа). Парҙың конденсацияһы. Конденсация температураһы.
КОНДЕНСАЦИЯЛАНЫУ (конденсациялай-) ҡ. ҡар. конденсирланыу. Конденса-цияланған боҫ.
КОНДЕНСАЦИЯЛАУ (конденсацияла-) ҡ. ҡар. конденсирлау. ■ Икенсе этапта парҙы конденсациялауҙы арттырыу, йылытыу майҙанын киңәйтеү, шнек һәм фильтрҙарҙың етештереүсәнлеген күтәреү
561