КОНДЕНСИРЛАНЫУ
мәсьәләләре хәл ителде. Картотека фондынан.
КОНДЕНСИРЛАНЫУ (конденсирлан-) ҡ. төш. ҡар. конденсирлау, страд, от конденсирлау. ■ 1963 йылда .. конденсирланған массанан фенолды ҡыуыу процесында бер яңылыҡ индерелгәйне. «Башҡортостан», 30 май 2008.
КОНДЕНСИРЛАУ (конденсирла-) (Р.: конденсировать; И.: condense; T.: toplamak) ҡ. махс.
1. Йыйыу, туплау. □ Конденсировать (накапливать). Энергияны конденсирлау.
2. Пар, газдарҙы ҡыҫыу йәки һыуытыу юлы менән шыйыҡ йә булмаһа ҡаты хәлгә килтереү. □ Конденсировать (превращать пар в воду). Парҙы конденсирлап һыуға әйлән-дереу. Конденсирлау ҡоролмаһы.
КОНДИТЕР I (Р: кондитерский; И.: confectioner; T.: tatlı) с.
Төрлө тәм-том, тәмле-томло (ашамлыҡ). □ Кондитерский. Кондитер цехы. Кондитер булеге. Кондитер ҡорамалдары. Кондитер етештереуе. ■ Мәтрушкә кондитер ризыҡ әҙерләгәндә ҡулланыла. В. Ғүмәров. [Кырмыҫҡалы ауылында]райпо ҡарамағындағы кафе, юл буйы кафе-тәғәмханалары, мәктәп ашханалары, кондитер цехтары һәм башҡаларҙың һаны хәҙер 47-гә етә. «Йәшлек», 2 июль 2011.
КОНДИТЕР II [рус. < лат. conditor] (Р: кондитер; И.: confectioner; T: pastacı, şekerci) и.
Төрлө тәм-том бешереү оҫтаһы. □ Кондитер. Кондитер булып эшләу. Оҫта кондитер. Кондитерға уҡыу. ■ Ләйсән һәнәре буйынса кондитер булһа ла, әлегә мәктәптә лаборант булып эшләй. «Йәшлек», 3 февраль 2009.
КОНДИТЕРСЫ и. ҡар. кондитер II. Кондитерсы һәнәре.
КОНДИЦИОН с. ҡар. кондициялы. Кондицион тауар. Кондицион орлоҡ.
КОНДИЦИОНЕР [рус. < нем. Konditio-пег\ (Р: кондиционер; И.: air-conditioner; Т: havalandırıcı) и.
Бүлмәнең һ. б. һауаһын яҡшырта торған прибор; елләткес. □ Кондиционер. Кондиционерҙы туҡтатыу. Кондиционер менән һауа алмаштырыу. Булмәгә кондиционер
ҡуйыу. Кондиционер урынлаштырыу. Автомобиль кондиционеры. ■ Вентилятор, кондиционер менән сауҙа итеуселәрҙең йәйге сезонға ныҡлап әҙер булыуы асыҡланған. «То-ратау», 16 июнь 2011.
КОНДИЦИЯ [рус. < лат. conditio (condi-tionis) ‘шарт’] (Р.: кондиция; И.: standard; Т: şart, hâl) и. махс.
Ниҙең дә булһа сифатына ҡарата ҡуйылған талап нормаһы. □ Кондиция. Ашлыҡ кондицияһы. Орлоҡтарҙың кондицияһы. Кондицияға еткереу. Орлоҡтоң кондицияһы тубән булыу. ■ Фермерҙар хужалығында орлоҡтарҙы сәсеу кондицияһына еткереу, уларҙың сығышын тикшереу, минераль ашламалар һатып алыу, баҫыуҙарға тиреҫ сығарыу ҡыҙыу алып барыла. «Башҡортостан», 2 апрель 2008.
КОНДИЦИЯЛАУ (кондицияла-) (Р: определить кондицию; И.: define the standard; T: şartlarını belirlemek) ҡ.
1. Ҡабул ителгән нормалар нигеҙендә нимәнеңдер сифатын билдәләү. □ Определить кондицию. Кондициялау нормалары. Тауарҙы кондициялау.
2. Сифатын яҡшыртыу маҡсатында өҫтәмә эшкәртеү, тейешле кондицияға еткереү. □ Привести к кондиции. Сәсеу алдынан орлоҡтарҙы кондициялау.
КОНДИЦИЯЛЫ (Р: кондиционный; И.: conditioned, certified; T.: şarta bağlı, şartlı, uygun durumlu) с. махс.
Талап ителгән сифатҡа, кондицияға ярашлы. □ Кондиционный. Кондициялы орлоҡ әҙерләу. Кондициялы тауар. И Кондициялы орлоҡ сәсеуҙең ни тиклем мөһим икәнлеге фән һәм практика менән иҫбат ителде. «Башҡортостан», 20 март 2005.
КОНДИЦИЯҺЫҘ (Р: некондиционный; И.: inferior, off-grade; T: kondisyonsuz) с. махс.
Ҡуйылған стандартҡа, кондицияға тура килмәгән. □ Некондиционный. Кондицияһыҙ орлоҡ. Кондицияһыҙ тауар. ■ Орлоҡтар куберәк сығышы яғынан кондицияһыҙ. Шуға курә, уны һис һуҙһеҙ дәуләттән йәки башҡа хужалыҡтарҙан алмаштырып алырға кәрәк. М. Мәмбәтов.
562