КОНКРЕТЛЫҠ
КОНДОР [рус. < исп. condor} и. зоол. ҡар. ҡондор. Кондор — емтек менән туҡланыусы ҡош.
КОНДУКТОР [рус. < лат. conductor ‘юлда алып барыусы’] (Р.: кондуктор; И.: conductor, guard; T.: biletçi, kondüktör) и.
1. Тимер юл транспортында тәртип һәм именлек һаҡлап, поезды оҙатып барған хеҙмәткәр. □ Кондуктор (сопровождающий железнодорожный поезд). Вагон кондукторы. Кондуктор булып эшләу. ■ Ул [Менәуә-рә], вагондың кондукторы менән кәңәшләшеп, Красноярскиға барғас, Ирғәле ятҡан госпиталде нисегерәк эҙләп табыу юлын белешкәйне. Н. Мусин. Ике тәгәрмәсле арбалар тейәгән бер поезд тора. Тирәһендә кондукторҙан башҡа кеше куренмәй, тик составтың уртаһында вагондан кемдер сығып кире инде. А. Таһиров.
2. Ҡала транспортында (мәҫәлән, трамвай, автобуста) билет һатып, тәртип һаҡлап барған хеҙмәткәр. □ Кондуктор (в городском транспорте). Автобус кондукторы. Троллейбус кондукторы. Кондукторҙан билет алыу. ■ Кондуктор троллейбус йөрөтөусе менән икәуләп табышты диспетчерға тапшыра. Картотека фондынан.
3. тех. Изделиены эшкәртеү процесында киҫеү ҡоралына дөрөҫ йүнәлеш, ныҡлыҡ һәм тотороҡлоҡ биреүсе ҡулайлама. □ Кондуктор (приспособление в станках, придающее правильное взаимное положение инструменту и обрабатываемому изделию).
КОНДУКТОРЛЫҠ (кондукторлығы) (Р: деятельность кондуктора; И.: conductor’s office; T: kondüktörlük) и.
Кондуктор эше, кондуктор булыу. □ Деятельность кондуктора, работа кондуктора. Кондукторлыҡта эшләу. Кондукторлыҡ эше.
КОНЙЫҒЫРг/ . зоол. диал. ҡар. кеҫәртке. Конйығырҙар урсегән.
КОНКА [рус.] (Р: конка; И.: horse-drawn tram; T: at tramvayı) и. иҫк.
Аттар менән йөрөтөлгән трамвай. □ Конка. Конкала йөрөу.
КОНКЛАВ [рус.< лат. conclave ‘ябыҡ бүлмә’] (Р: конклав; И.: conclave; T.: konklav) и. кит.
1. Рим папаһын һайлау өсөн үткәрелә торған кардиналдар йыйылышы. □ Конклав (собрание). Конклав башланды.
2. Шул йыйылыш үткәрелә торған зал.
□ Конклав (зал). Халыҡ конклавҡа йыйылды.
КОНКРЕТ (Р: конкретный; И.: concrete, specific; T.: net, konkre) с.
Ғәмәлләшкән, реаль; киреһе — абстракт.
□ Конкретный. Конкрет яуап. Конкрет һорау. Конкрет саралар. Конкрет миҫалдар. Конкрет эш кешеһе. ■ Талаш былай конкрет төҫ алғас, вәкилдәр ҙә урындарынан ҡуҙғалдылар. Һ. Дәүләтшина. Эште ойошҡанлыҡ менән атҡарып сығарыу өсөн конкрет план билдәләнә, һәр участкаға яуаплы кешеләр беркетелә. Картотека фондынан. Касим, Байморат килеп сығып, эштең көтмәгәндә шулай конкрет төҫ алыуына бик ҡыуанды. Н. Мусин.
КОНКРЕТЛАШТЫРЫУ (конкретлаштыр-) (Р: конкретизировать; И.: concretize; T.: konkreleştirmek) ҡ.
Конкрет төҫ биреү, ғәмәлләштереү, аныҡ итеп билдәләү. □ Конкретизировать, кон-кретизовать. // Конкретизация. Дөйөм ку-ренеште конкретлаштырыу. Конкретлаштырып һөйләу. Конкретлаштырыу — дәрестең сифатын яҡшыртыу сараһы. ■ Башҡа төр хикәйәләрҙәге кеуек, хәтирәгә лә ышандырырға иҫәп тотоп, хәл-ваҡиғаны конкретлаштырып, урынын, ваҡытын курһәтеп һөйләу хас. Ф. Нәҙершина.
КОНКРЕТЛАШЫУ (конкретлаш-) (Р: конкретизоваться; И.: get concrete; T.: netleşmek) ҡ.
Конкрет төҫ алыу, ғәмәлләшеү. □ Конкретизоваться, конкретизироваться. Бурыстар конкретлашты. Пландар конкретлаша. ■ Ул [Әһрәмов], ниңәлер, бөгөнгө йыйылышта, уткәндәге мәжлестәрҙәге кеуек, .. тарих ҡосаҡламаны, әхуәлдең конкретлашҡанын хәтерендә тотоп, ҡыҫҡа һуҙ башланы. А. Таһиров.
КОНКРЕТЛЫҠ (конкретлығы) (Р: конкретность; И.: concreteness; T: somutluk) и.
Конкрет булыу күренеше. □ Конкретность. Мәсьәләнең конкретлығы. ■ Халыҡ
563