КОНСЕРВАТИВЛЫҠ
уларҙы рухландырған сығанаҡтар ҙа төрлө яҫылыҡта ине. К. Әхмәтйәнов.
2. мед. Хирургик ысул ҡулланмай, операцияһыҙ башҡарылған. □ Консервативный (без хирургического вмешательства). Консерватив медицина. Дауалауҙыц консерватив ысулдары.
КОНСЕРВАТИВЛЫҠ (консерватив-лығы) (Р.: консерватизм; И.: conservatism; Т.: muhafazakarlık) и.
Иҫкене яҡлауға, яңылыҡты кире ҡағыуға нигеҙләнгән ҡараш. □ Консерватизм. Консервативлыҡта ғэйеплэу. Консерватив -лыҡҡа ҡаршы көрәш. Фекер консерватив-лығы.
КОНСЕРВАТИЗМ [рус.] и. ҡар. консер-вативлыҡ. Караштар консерватизмы. Консерватизмда ғэйеплэу. Консерватизмдан арыныу.
КОНСЕРВАТОР [рус. < лат. conservator ‘һаҡлаусы’] (Р.: консерватор; И.: conservative; T.: tutucu, konservatör) и.
1. Консерватизм яҡлы, консерватив ҡарашлы кеше; ҡәҙимсе. П Консерватор (человек консервативных убеждений). ■ [Разин — Дәуләтбайға:] Һеҙ әҙерәк арттырып ебәрәһегеҙ. Берәу булһа, һеҙҙе консерватор тиер ине. Н. Нәжми.
2. Консерватив ҡарашлы, реакцион сәйәси партия ағзаһы. □ Консерватор (член консервативной партии). Консерваторҙар фирҡәһе. Һайлауҙа консерваторҙар ецеп сыҡҡан. Парламентта консерваторҙар куп-селекте тәшкил итә.
КОНСЕРВАТОРИЯ [рус. < ит. conser-vatorio\ (Р: консерватория; И.: conservatoire; T.: konservatuar) и.
Юғары музыкаль уҡыу йорто. □ Консерватория. Консерваторияла уҡыу. Консерватория тамамлау. Консерватория белеме. ■ [Тоня:] Консерваторияла бөгөн Чай-ковскийҙың Дуртенсе симфонияһы. И. Абдуллин.
КОНСЕРВАТОРЛЫҠ (консерваторлығы) (Р: консерватизм; И.: conservatism; Т.: muhafazakarlık) и.
Консерваторға (1) хас сифат. □ Консерватизм. Консерваторлыҡты яҡлау. Консер
ваторлыҡ куренеше. ■ Ғәйнияр Ғәйнуллович тормоштағы яңылыҡты бөтөнләй ҡабул итмәй тугел, бик хуп курә, уны консерваторлыҡта ла ғәйепләп булмай. Д. Бүләков.
КОНСЕРВАЦИЯ [рус. < лат. conservatio} (Р: консервация; И.: conservation; closedown; T.: muhafaza, konservasyon) и.
1. Тейешенсә эшкәртеп, тейешле шарттарҙа тотоп, боҙолоуҙан һаҡлау эше. □ Консервация (обработка для хранения). Консервация цехы. Йәшелсә консервацияһы.
2. Нимәнеңдер эшен, үҫешен ваҡытлыса туҡтатҡан хәл. □ Консервация (приостановление). Заводҡа консервация яһау. Нефть скважинаһын консервацияға әҙерләу. ■ Туймазы промыслаһын ябыу тураһында ла ҡысҡырып һөйләй башлайҙар, консервация өсөн черновой план төҙөлә. И. Абдуллин. [Йәш геолог — Басариевҡа:] Кайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Америкала, скважиналарҙы нефте тамам бөткәнсе эшләтмәйҙәр, бер сама файҙаланғас, консервацияға ҡуялар. Р. Солтангәрәев.
КОНСЕРВАЦИЯЛАНЫУ (консервациялап-) ҡ. төш. ҡар. консервациялау, страд, от консервациялау. ■ Кеше, хатта 50—60 йылдар уткәс, шул сабый саҡтағы туған телен кире иҫенә төшөрөп, һөйләшеп китә йәки уйлай ала башлай икән. Хәтер ғумергә кон-сервацияланып ҡалған йәшлек һуҙе ҡаҙнаһын хәрәкәткә килтерә. Ғ. Хөсәйенов.
КОНСЕРВАЦИЯЛАУ (консервацияла-) (Р: консервировать; И.: preserve; tin; T: konserve yapmak) ҡ.
1. Тейешенсә эшкәртеп, тейешле шартта тотоп, боҙолоуҙан һаҡлау. □ Консервировать. // Консервирование. Археология табыштарын консервациялау. Мал аҙығын консервациялау.
2. Ниҙеңдер эшен, үҫешен ваҡытлыса туҡтатыу. □ Законсервировать (приостановить работу). //Консервирование. Заводты консервациялау. Скважинаны консервациялау. Корамалдарҙы консервациялау. ■ [Павел Петрович — Айнурға:] Төҙөлөш эштәре ун йылға, унан да артыҡҡа һуҙылған, хатта билдәһеҙ ваҡытҡа консервациялап ҡуйылған объекттар бар. Н. Мусин.
566