Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 567


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОНСПЕКТ
КОНСИЛИУМ [рус. < лат. consilium] (Р.: консилиум; И.: council of physicians; T.: konsulto) и.
Ауыр, сетерекле осраҡтарҙа ауырыуҙың асылын һәм дауалау юлдарын билдәләү өсөн йыйылған табиптар кәңәшмәһе. □ Консилиум. Консилиумда ҡатнашыу. Консилиумға йыйылыу. Консилиум ҡарары. ■ Врачтар консилиум уткәрҙеләр. Ләкин Хәсәндең тере ҡаласағына берәу ҙә ышанмай. Картотека фондынан. Ошо көндө ук баш врач менән кәңәшләшеп, Санияны нисек дауалау тураһында һөйләшеу өсөн врачтарҙы консилиумға саҡырҙым. Ф. Әсәнов. Шул ваҡытта врачтар Тимербайға консилиум яһар өсөн инделәр. Ғ. Аллаяров.
КОНСИСТЕНЦИЯ [рус. < лат. consistere ‘ҡуйырыу’] (Р.: консистенция; И.: consistence; T.: koyuluk, kıvam) и.
Ярым ҡаты матдәләрҙең тығыҙлығы, ҡуйылығы. □ Консистенция. Цементтың консистенцияһы. Майҙың консистенцияһы. Тупраҡ консистенцияһы. Шыйыҡсаның консистенцияһы.
КОНСОЛИДАЦИЯ [рус. < лат. consolidation (Р: консолидация; И.: consolidation; T.: birleşme) и.
Ниҙеңдер бергә тупланып нығытылышы; берләшеү. □ Консолидация. Милләттәр консолидацияһы. Сәйәси консолидация. Иҡтисади консолидация. Заёмдар консолидацияһы.
КОНСОЛИДАЦИЯЛАНЫУ (консолидациялап-) (Р: консолидировать; И.: consolidate; T.: birleşmek, pekiştirmek) ҡ. кит.
Туплап нығыныу. □ Консолидироваться. Консолидацияланыу һөҙөмтәһе. Милли идея нигеҙендә консолидацияланыу. ■ Халҡыбыҙҙың милли әҙәби тел нигеҙендә консолидацияланыу идеялары, ниһайәт, яңы дәуерҙә, мөстәҡиллек шарттарында, бойомға ашырыла башланы. Р. Шәкүр.
КОНСОЛИДАЦИЯЛАУ (консолидацияла-) (Р: консолидировать; И.: consolidate; T: birleştirmek) ҡ. кит.
1. Туплап нығытыу. □ Консолидировать. // Консолидация. Милләтте консолидациялау. Ижтимағи көстәрҙе консолидациялау.
2. махс. Дәүләттең ҡыҫҡа сроклы бурыс йөкләмәләрен оҙон сроклыға әйләндереү.
□ Консолидировать. // Консолидация. За-ёмдарҙы консолидациялау.
КОНСОНАНС [рус. < фр. consonance] (Р: консонанс; И.: consonance; T: ahenk) и.
1. му з. Өн, ауаздарҙың үҙ-ара ярашып килешле яңғырауы; аһәңдәшлек; киреһе — диссонанс. □ Консонанс (благозвучие). Консонанс булып яңғырау. Колаҡҡа ятышлы консонанс.
2. әҙ. Баҫым алдындағы йәки баҫым артындағы өндәрҙең тап килеүенә нигеҙләнгән рифма. □ Консонанс (рифма с ударными гласными). Консонансҡа нигеҙләнгән шиғыр.
КОНСОНАНТ I [рус. < лат. consonans (consonantis)] (Р: консонант; И.: consonant; T: ünsüz) и. лингв.
Тартынҡы өн. □ Консонант. Башҡорт теленең консонанттары. Консонанттарҙың телмәр ағышында уҙгәреше. Консонанттар-ҙы классификациялау. Консонанттарҙы өй-рәнеу.
КОНСОНАНТ II (Р: консонантный; И.: consonant; T: konsonant) с. лингв.
Консонантҡа бәйләнешле. □ Консонантный. Консонант өндәр.
КОНСОНАНТИЗМ [рус. < лат. consonans ‘тартынҡы’] (Р: консонантизм; И.: consonantism; T: ünsüzler) и. лингв.
Телдең тартынҡы өндәр системаһы.
□ Консонантизм. Башҡорт теленең консонантизмын тикшереу. Рус теле консонантизмы.
КОНСОРЦИУМ [рус. < лат. consortium ‘эшләшеү’] (Р: консорциум; И.: consortium; T: konsorsiyum) и. иҡт.
Сәнәғәт компанияларының йәки бер нисә банкының бергәләшеп ҙур финанс эштәрен башҡарыу өсөн ваҡытлыса килешеүе.
□ Консорциум. Консорциум төҙөу. Консорциумға инеу. Консорциумдан сығыу. Консорциум ағзаһы. Банкылар консорциумы. Нефть компаниялары консорциумы.
КОНСПЕКТ [рус. < лат. conspectus ‘байҡау’] (Р: конспект; И.: summary, synopsis; T: özet) и.
567