КОНСПЕКТИВ
Ниҙецдер ҡыҫҡаса яҙма эстәлеге. □ Конспект. Китаптыц конспекты. Лекция конспекты. Конспект рәүешендә. Конспект төҙөү. Конспект буйынса имтиханға әҙерләнеү. ■ Үҙемә үҙемдец иҫ китте: үҙемде нисек яҡшы тоттом, тулы конспект һәм репетиция менән әҙерләнеп барған кеүек, Урманцева менән ниндәй аҡыллы һөйләштем. С. Агиш. Лекция уҡығанда уныц [Ғаффандыц] кон-спекты-фәлән булмай, ләкин китапта яҙылғанды бер нәмәгә ҡарамайынса һүҙмә-һүҙ һөйләй ҙә бирә. Н. Мусин. Дәфтәрҙәге конспект, күрһәтмәләр буйынса, С. Күк-ләшевтыц фарсыны уҡытыу ы сағыштырмалы өс телдә — фарсы, рус, төрки телдәрендә алып барғанлығы асыҡ. Ғ. Хөсәйенов. [Юлай] кисен, оҙаҡ ултырып, иртәгә үткәрәһе әцгәмәнец конспектын төҙөнө.
3. Биишева.
КОНСПЕКТИВ (Р.: конспективный; И.: concise, summary; T.: kısaca) с.
Конспект рәүешендә, ҡыҫҡа ғына. □ Конспективный. Конспектив яҙмалар. Конспектив сығыш. Конспектив план.
КОНСПЕКТИВЛЫҠ (конспективлы-ғы) (Р.: конспективность; И.: brevity; T.: kısalık) и.
Ҡыҫҡалыҡ, йыйнаҡлыҡ. □ Конспективность. Конспективлыҡ һыҙаттары. Фекер конспективлығы. Телмәр конспективлығы.
КОНСПЕКТЛАУ (конспектла-) (Р: конспектировать; И.: make a summary; T.: özet çıkarmak) ҡ.
Берәй нәмәнең эстәлеген ҡыҫҡаса яҙыу; конспект яҙыу. □ Конспектировать. // Конспектирование. Конспектлап барыу. Конспектлап бөтөү. Китапты конспектлау. Лекцияны конспектлау. ■ Ризаитдин Фәхретдинов .. Түбәнге Шилселе ауылы мәҙрәсәһендә .. ун йылға яҡын уҡый, ғәрәп, фарсы, төрөк телдәрен уңышлы өйрәнә, китап күсереү, конспектлап өйрәнеү менән мауыға. Р. Шәкүр.
КОНСПИРАТИВ (Р: конспиративный; И.: secret; T.: gizli) с.
Конспирацияға бәйләнешле; йәшерен. □ Конспиративный. Конспиратив фатир.
Конспиратив хат. Конспиратив рәүештә. Конспиратив осрашыу.
КОНСПИРАТИВЛЫҠ (конспиратив-лығы) (Р: конспиративность; И.: secrecy; Т.: gizlilik) с.
Конспиратив булыу хәле, йәшерен хәл.
□ Конспиративность.
КОНСПИРАТОР [рус. < лат. conspirator ‘фетнәсе’] (Р: конспиратор; И.: conspirer, conspirator; T.: gizli olarak çalışan) u.
Конспирация юлы менән эш иткән кеше.
□ Конспиратор. Тәжрибәле конспиратор. Оҫта конспиратор. Булмышы менән конспиратор.
КОНСПИРАЦИЯ [рус. < лат. conspiratio ‘фетнә’] (Р: конспирация; И.: secrecy; Т.: konspirasyon) и.
Үҙ эшмәкәрлеген һәм ағзаларын сер итеп һаҡлау өсөн йәшерен ойошма тарафынан ҡулланылған эш ысулы; сер тота, һаҡлай белеү. □ Конспирация. Конспирация ҡағиҙәләре. Конспирация юлы менән. Конспирация һаҡлау. И Алдар ҙа, Пётр батшаныц һуғыш мәлендэ конспирация өсөн үҙен «бомбардир Пётр Алексеев» тип йөрөтөргә ҡушыуын белмәгәнлектән, аптырабыраҡ ҡалһа ла, үҙенекен ныҡыны: — Батша ул! Пётр батша. Н. Мусин. Барый ҡарттыц мутлығы ацлашыла: был — уныц серҙе ҡаршы яҡҡа белдермәүе, йәғни конспирация ғәләмәте. М. Ямалетдинов.
КОНСТАНТ (Р: константный; И.: constant; T.: konstant) с.
Даими, үҙгәрмәй торған. □ Константный. Констант дәүмәл. Констант формалар.
КОНСТАНТА [рус. < лат. constans] (Р: константа; И.: constant; T.: sabite, konstant değer) u.
Даими дәүмәл (математика, физика һәм химияла). □ Константа. Больцман константаһы. Реакция тиҙлеге константаһы. Диссоциация константаһы. Константаны хисаплап сығарыу. Физик константа. Математик константа.
КОНСТАТАЦИЯ [рус. < фр. constatation < лат. constat ‘билдәле булыу’] (Р: констатация; И.: statement; T.: tesbit etme) и.
568