Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 569


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОНСТРУКТИВИСТ
Ниндәйҙер факттың, күренештең булыуын билдәләү йәки шикһеҙ булыуын раҫлау □ Констатация. Констатация яһау. Констатация менән сикләнеу. Мөһим констатация. Констатацияны иҫәпкә алып. Конста-тацияны инҡар итеу.
КОНСТАТАЦИЯЛАУ (констатацияла-) ҡ. ҡар. билдәләү 3.
КОНСТИТУТИВ (Р.: конститутивный; И.: constitutive; T.: temel) с. кит.
Ниҙецдер нигеҙен тәшкил иткән, асылын билдәләгән. □ Конститутивный. Конститутив уҙенсәлектәр. Конститутив ысулдар. Конститутив функция. Конститутив фараз.
КОНСТИТУЦИОН (Р.: конституционный; И.: constitutional; T.: anayasa) с.
Конституцияға бәйләнешле. □ Конституционный. Конституцион ҡанун. Конституцион хоҡуҡтар. Конституцион идара итеу формаһы. Конституцион бурыстар. Конституцион суд.
КОНСТИТУЦИЯ [рус. < лат. constitution (Р: конституция; И.: constitution; T: anayasa) и.
1. юр. Илдәге йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, һайлау системаһын, дәүләт органдарының төҙөлөш һәм эш принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡ бурыстарын билдәләгән төп закон. □ Конституция (основной закон государства). Башҡортостан Республикаһы конституцияһы. Конституция ҡабул итеу. Конституция статьялары. Конституцияға нигеҙләнеу. Конституция суды. Конституция комиссияһы. ■ [Мәйму-нә — Талхинға:] Хаҡығыҙ юҡ! Бала уҡырға тейеш: был — уныц конституция, буйынса бирелгән хоҡуғы. Б. Бикбай. XIX быуат аҙағында, Рәсәй йәмғиәте демократлашты-рыу, конституция идеялары, халыҡтарҙың милли уҙаңы уҫеш кисергән мәлдә, мәктәптә туған телдә уҡытып, милли уҙенсәлектәрҙе сағылдырырға ынтылған осорҙа башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалына. «Башҡортостан», 14 март 2012. Килешеу Башҡортостандың йәмғиәт, дәуләт һәм административ ҡоролошо тураһындағы 16 пункттан тора һәм, ғәмәлдә, уның беренсе Конституцияһы була. «Киске Өфө», № 3, 2012.
2. анат. Организмдың анатомик һәм физиологик яҡтан үҙенсәлекле төҙөлөшө.
□ Конституция (строение, структура). Катын-ҡыҙ конституцияһы. Конституцияһына ярашлы.
КОНСТИТУЦИЯЛЫ (Р: конституционный; И.: constitutional; T.: anayasalı) с.
Конституцияға нигеҙләнгән. □ Конституционный. Конституциялы ил. Конституциялы ҡоролош. Конституциялы хоҡуҡ.
КОНСТИТУЦИЯЛЫ МОНАРХИЯ (Р: конституционная монархия; И.: constitutional monarchy; T: parlamenter monarşi) и.
Монарх власын конституция менән сик-ләгән дәүләт ҡоролошо. □ Конституционная монархия. Конституциялы монархия төҙөу. Консерватив конституциялы монархия. Конституциялы монархия урынлаштырыу.
КОНСТРУКТИВ (Р: конструктивный; И.: structural; constructional; T.: yapısal) с.
1. Ниҙецдер конструкцияһына, төҙөлөшөнә бәйле. □ Конструктивный (относящийся к строению). Машинаның конструктив уҙенсәлеге. Конструктив элементтар. Конструктив һыҙма. Бинаның конструктив элементтары.
2. Нигеҙ булырлыҡ. □ Конструктивный (основной, основополагающий). Конструктив тәҡдим биреу. Конструктив тәнҡит. Конструктив сиселеш. Конструктив диалог. Конструктив ҡапма-ҡаршылыҡ.
КОНСТРУКТИВИЗМ [рус. < лат. construction] (Р: конструктивизм; И.: constructivism; T.: konstrüktivizm) и.
Әҙәбиәт, сәнғәт әлкәһендә XX быуатта барлыҡҡа килгән формалистик йүнәлеш.
□ Конструктивизм. Конструктивизм менән мауығыу. Конструктивизм йунәлешендә ижад итеу. Архитектура өлкәһендәге конструктивизм. Конструктивизм нигеҙендә яҙылған әҫәр.
КОНСТРУКТИВИСТ [рус] (Р: кон структивист; И.: constructivist; T.: konstrüktivizm taraftarı) и.
Конструктивизм тарафтары. □ Конструктивист. Конструктивист һурәте. Танылған конструктивист. Музыка сәнғәте конструктивисы.
569