КОНСТРУКТОР
КОНСТРУКТОР [рус.] (Р.: конструктор; И.: designer, constructor; T.: proje mühendisi) и.
1. Нимәнеңдер конструкцияһын төҙөгән, конструкция яһаған кеше. □ Конструктор (тот, кто создаёт конструкцию). Конструктор булып эшләу. Танылған конструктор. Автомобилдәр конструкторы. И Конструктор булмаҡ була Сәйҙел, ҙур өмөттәр унан көтәләр. Ғ. Сәләм.
2. Төрлө нәмәләр төҙөү, ҡороу өсөн эшләнгән ваҡ ҡына деталдәр йыйылмаһын тәшкил иткән балалар уйынсығы. □ Конструктор (детская игра). Балалар конструкторы. Конструктор йыйыу. Конструктор һатып алыу. Конструктор менән уйнау. И Улығыҙҙың ац даирәһе киңәйһен, телмәре уҫешһен өсөн конструктор йыйыу, пластилиндан һындар әумәләу, һурәт төшөрөу, мозаика теҙеу кеуек шөғөлдәргә куберәк ваҡыт булегеҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
КОНСТРУКТОРЛАУ (конструктор-ла-) (Р.: конструировать; И.: construct; Т: kurmak) ҡ.
Нимәнеңдер конструкцияһын төҙөү.
□ Конструировать. Машиналар конструк-торлау. Кейем конструкторлау. Радиоалғыс конструкторлау. Самолёттар конструкторлау.
КОНСТРУКТОРЛЫҠ (Р: конструкторский; И.: design; T: proje mühendisliği) с.
Конструкторға (1) хас. □ Конструкторский. ■ [И. Нурғәлиев:] Мин ябай инженер тугел, проектлау эшен дә беләм, конструкторлыҡ һәләтем дә бар. «Ағиҙел», № 10, 2010.
КОНСТРУКЦИОН (Р: конструкционный; И.: constructional; T.: yapısal) с.
Конструкция (2) өсөн, ҡатмарлы ҡоролмалар өсөн тәғәйенләнгән. □ Конструкционный. Конструкцион ҡорос. Конструкцион материалдар етештереу.
КОНСТРУКЦИЯ [рус. < лат. construct™} (Р: конструкция; И.: construction, structure; T.: yapılış) и.
1. Төрлө өлөштәрҙән торған ҡатмарлы машина һәм ҡоролмаларҙың төҙөлөшө.
□ Конструкция (строение, устройство).
Бинаның конструкцияһы. Самолёттың конструкцияһы.
2. Ҡатмарлы ҡоролма һәм уның айырым киҫәктәре. □ Конструкция (составляющие сложного устройства). Тимерле бетон конструкцияларын ҡойоу. Йыйылма конструкцияларҙы етештереу. Металл конструкцияларҙы йыйыу.
3. грам. Грамматик бәйләнеш яғынан һүҙҙәрҙең үҙ-ара урынлашыу тәртибе. □ Конструкция (сочетание слов). Синтаксик конструкция. Эйәрсән һөйләмле конструкция. ■ Купселек һорау йомаҡтары уҙҙәренең төҙөлөштәре яғынан утә ябай булыуҙары менән айырылып торалар: ҡатмарлы конструкциялар, ситләтелгән образдар улар өсөн хас тугел. Ф. Нәҙершина. Һәҙиә Дәуләтшина әҫәрҙәренең стилистикаһын барлыҡҡа килтереуҙә һөйләм конструкцияларының һығылмалылығы мөһим әһәмиәткә эйә. Т. Килмөхәмәтов.
КОНСТРУКЦИЯЛАУ (конструкцияла-) (Р: конструировать; И.: construct; Т: yapmak) ҡ.
Ниҙеңдер конструкцияһын төҙөү. □ Конструировать. // Конструирование. Станокты конструкциялау. Конструкциялау эше. Конструкциялау менән мауығыу. Конструкциялау һәләте.
КОНСУЛ [рус. < лат. consul} (Р: консул; И.: consul; T.: konsolos) и.
1. Сит дәүләттә үҙ дәүләтенең һәм үҙ иле граждандарының хоҡуғын йәки иҡтисади мәнфәғәтен яҡлау өсөн вәкиллек иткән вазифалы кеше. □ Консул. Генераль консул. Хәрби консул. Консул вазифаһы. ■ [Кәрим:] һеҙҙең ғали йәнәптәре! Шуралар мәмләкәтенең Үҙәк Башҡарма комитеты мине, Кәрим Ғәбдрәуф улы Хәкимовты, һеҙҙең илгә генераль консул, йәғни вәкиләт итеп тәғәйенләуҙе хәйерлегә һананы. Н. Асанбаев.
2. тар. Боронғо Рим республикаһында һайлаулы юғары хеҙмәт урынындағы кеше титулы һәм шул титулды йөрөткән кеше. □ Консул.
КОНСУЛЛЫҠ (консуллығы) (Р: консульство; И.: consulate; T.: konsolosluk) и.
570