Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 571


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОНТАКТ
1. Консул булыу вазифаһы, хеҙмәте, вәкиллеге. □ Консульство (дипломатическое представительство). Консуллыҡ килешеуе. Консуллыҡта эшләу. ■ [Йәғәфәр:] Мин генераль консул Кәрим Хәкимовты саҡырҙым. Яңы Русия менән сауҙа итеу вә консуллыҡ бәйләнештәренең торошо тураһында һеҙҙең фекерегеҙҙе ишеткем килә. Н. Асанбаев.
2. Шул вәкиллек урынлашҡан йорт. □ Консульство (здание, где помещается такое представительство). Консуллыҡ асыу. Консуллыҡҡа барыу. Консуллыҡты ябыу. Рәсәй консуллығы.
КОНСУЛЬТАНТ [рус. < лат. consultans ‘кәңәш итеүсе’] (Р.: консультант; И.: consultant; T.: danışman) и.
Консультация (2) биреүсе кеше. □ Консультант. Ғилми консультант. Клиника консультанты. Музей консультанты. Консультантҡа мөрәжәғәт итеу. ■ Социологтар һәм ғаилә консультанттары тикшереуҙә-ренә ярашлы, һәр ғаилә уҫештең бер нисә осорон утә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8, 2010. [Мөхәмәтша Буранғолов] бер аҙ ваҡыт Башҡорт дәуләт драма театрында әҙәби консультант вазифаһын башҡара. Р. Шәкүр.
КОНСУЛЬТАТИВ (Р: консультативный; И.: consultative; T.: danışma) с.
Кәңәш биреү, фекер алышыуҙа ҡатнашлыҡ итеү хоҡуғына эйә булған. □ Консультативный. Консультатив совет. Консультатив орган. Консультатив уҙәк. Консультатив эшмәкәрлек.
КОНСУЛЬТАЦИЯ [рус. < лат. consul-tatio < consultare] (Р: консультация; И.: consultation; T.: danışık) и.
1. Белгестәр кәңәшмәһе. □ Консультация (совещание специалистов). Консультация йыйыу. Консультацияла сығыш яһау. Консультацияла фекер алышыу.
2. Белгестең ниндәйҙер мәсьәлә буйынса биргән кәңәше. □ Консультация (совет специалиста). Консультация алыу. Консультация биреу. Консультация уткәреу. И [Саю-шев] хатта врачҡа консультацияға барырға ла ниәтләп ҡуя, шунан тағы уңайһыҙлана, әле беҙҙең йәш утеп бармай бит, тип киләсәк өмөт менән йөрөй. Н. Мусин. Киң эрудиция
лы, кундәм һәм ҡонар М. Өмөтбаев белешмә, фәнни консультациялар биреуҙәме, төрлө ойоштороу, тылмаслыҡ эштәрендәме, һис йыбанып тормай, һәр береһен еренә еткереп башҡара. Ғ. Хөсәйенов.
3. Уҡытыусының уҡыусыларға йәки студенттарға дәрестән тыш күрһәткән ярҙамы һәм шул ярҙам йөҙөнән үткәргән дәресе. □ Консультация (помощь преподавателя обучающимся). Консультация уткәреу.
4. Белгестәрҙең кәңәш күрһәтеү ярҙамы менән шөғөлләнгән учреждение. □ Консультация (учреждение, оказывающее помощь советами специалистов). Балалар консультацияһы. Катын-ҡыҙҙар консультацияһы. Юридик консультация. Психологик консультация. И Эш урындары, һәнәр алыу хаҡында белешеу өсөн консультация булегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010.
КОНТАКТ [рус. < лат. contactus ‘тейеү’] (Р: контакт; И.: contact; T.: temas) и.
1. тех. Ике электр сымының тоташы-уы һәм шулар тоташҡан урын. □ Контакт (место соединения проводников в цепи). Сымдар контактын тикшереу. Контакттарҙы таҙартыу. Вольфрам контакттар. Контакттарҙы эретеп йәбештереу. ■ [Рәбиға — Хәтмушкә:] Бәлки, бында контакт юҡтыр? Ш. Бикҡол.
2. тех. Электр тогы үткәргестәрен тоташтыра торған ҡорал. □ Контакт (деталь, обеспечивающая соединение двух проводников). Электрон контакт. Механик контакт. Контакт боҙолоу. ■ [Өлфәт:] Ғәли, куҙ һал әле, контактты көйләргә кәрәктер, ахырыһы. Ғ. Лоҡманов. Төрлө төҫтәге уттарын ялт-йолт иттереп төнөн дә тынғылыҡ белмәгән машиналар сабыша, шыйлап, өҫтәге контакт таяуынан осҡондар сәсеп, бер-бер артлы трамвайҙар утә, тротуарҙа киске һалҡынлыҡҡа ирәуәнләп кешеләр йөрөй. Н. Мусин.
3. Туранан-тура бәйләнеш. □ Контакт (непосредственное общение с кем-л.) Контактҡа инеу. Контактта булыу. Контактты өҙөу. Ауырыу менән контакт. Шәхси контакт.
571