Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 57


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОДТИРОНИН
конкуреш саралары ярҙамында йыуығыҙ, һөртөгөҙ. «Башҡортостан», 15 ноябрь 2009.
ЙОҒОШҺОҘЛАНЫУ (йоғошһоҙлан-) (Р.: обеззараживаться; И.: become disinfected; T.: mikropsuzlaşmak) ҡ.
Зарарлы бактерияларҙан таҙарыу. □ Обеззараживаться, дезинфицироваться. Һыу йоғошһоҙлана. Орлоҡ йоғошһоҙланды. Ҡыш көнө һауа йоғошһоҙлана.
ЙОД [рус. < гр. iödes] (Р.: йод; И.: iodine; T.: tentürdiyot) и.
1. хам. Химик элемент, ҡара буҙ төҫтәге кристаллик матдә. □ Йод. / Йодный. Йод эретмәһе. Радиоактив йод. ■ Йәшел сәйҙә В, С, Р, РР, К, калий, баҡыр, фтор, цинк, йод кеуек витаминдар бар. «Башҡортостан ҡыҙы», № 2, 2010. Йодҡа бай дицгеҙ тоҙо, балығы, кәбеҫтәһе әҫтәлегеҙҙә йыш булһын. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
2. мед. Шул матдәнең спирттағы иретмәһе (медицинала ҡулланыла). □ Йодный раствор, йод. Яраға йод һөртөу. Йод һатып алыу. ■ Инде медсестра ҡыҙыҡай, бармағын спирт менән мазуттан таҙартып, йод ҡына һөртә башлағайны, машина ҡысҡыртҡаны ишетелде. Д. Бүләков. Фельдшер Амантаевтыц беләгенә жгут һалды, яраһын йыуып, йод һөрттө. Р. Солтангәрәев.
ЙОДИЗМ [рус. < гр. iodismus] (Р: йо-дизм; И.: iodism; T.: iyodizm) и. мед.
Организмға йодты артыҡ индергәндә йәки уны ҡабул итә алмау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән йод бүленеп сыҡҡан ерҙәрҙәге лайлалы тиресәнең асептик шешенеүе. □ Йодизм. Йодизм менән ауырыу. Йодизм билдәләре.
ЙОДЛАНҒАН (Р: йодированный; И.: iodine added; T.: iyotlu) с.
Йод ҡушылған. □ Йодированный. Йод-ланған тоҙ. Йодланған һыу. Йодланған икмәк. ■ Организмға йод инһен өсөн дицгеҙ продукттары, йодланған тоҙ ашарға кәрәк. «Йәшлек», 22 март 2008.
ЙОДЛАУ (йодла-) (Р: йодировать; И.: iodate; T.: iyotlamak) ҡ.
Нимәгәлер йод ҡушыу. □ Йодировать. Тоҙҙо йодлау. Һыуҙы йодлау.
ЙОДЛЫ (Р: йодистый; И.: iodic; T.: iyotlu) с.
Составында йод булған, йод ҡатнаш.
□ Йодистый. Йодлы металл. Йодлы көмөш. Йодлы тоҙ. Йодлы икмәк. Йодлы һыу. ■ Өҫтәмә компонентлы — йодлы, фторлы, төрлө минераллы тоҙ купкә файҙалыраҡ. «Йәшлек», 18 август 2009.
ЙО ДО ДЕРМА [рус. < гр. iododerma < iödes + derma ‘тире’] (Р: йододерма; И.: iododerma; T.: cilt hastalığı) и. мед.
Йодлы дарыу ҡабул итеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, һытҡылар рәүешендәге тире ауырыуы. □ Йододерма. Төйөрлө йододерма. Һытҡылы йододерма.
ЙОДОПСИН [рус. < гр. ioeides ‘миләүшә төҫөндәге’ + dps ‘күҙ’] (Р: йодопсин; И.: iodopsin; T.: gözün retina tabakasındaki rod’larm yapısında bulunan ve görme olayında önemli rol oynayan bir iyot bileşiği) и. мед.
Күҙҙең селтәр ҡабыҡ һауытсаларында барлыҡҡа килеүсе һәм төҫлө күреүҙе тәьмин итеүсе күреү пигменттарының дөйөм атамаһы. □ Йодопсин.
ЙОДОФОРМ [рус. < гр. iodoformium] (Р: йодоформ; И.: crystal iodine medicine; T.: iyodoform) и.
Бик көслө еҫле һары кристалл порошок (медицинала йоғошһоҙландырыу сараһы булараҡ ҡулланыла); йод препараты.
□ Йодоформ. ■ Минең башым әйләнде йодоформдың еҫенән. М. Тажи.
ЙОДТИРОЗИН [рус. < гр. iödes + tyrhos ‘томан’] (Р: йодтирозин; И.: iodotyrosines; Т: iodotyrosines) и. мед.
Тирозиндың йодлы яһалмаларының дөйөм атамаһы (йодтирозинды билдәләу ауырыуҙар диагностикаһында һәм ҡалҡан биҙенең төрлө ауырыуҙарын өйрәнеуҙә, дауалау маҡсатында ҡулланыла). □ Йодтирозин. Йодтирозинды синтезлау. Ҡандағы йод-тирозиндарҙың кимәле. Йодтирозин эшкәр-теу.
ЙОДТИРОНИН [рус. < гр.] (Р: йодти-ронин; И.: iodothyronine; Т: iodothyronine)
и. мед.
Тирониндың йодлы яһалмаларының дөйөм атамаһы. □ Йодтиронин. Йодтиро-
57