Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 58


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОҘАҠ
ниндың барлыҡҡа килеүе. Йодтирониндың йоғонтоһо.
ЙОҘАҠ (йоҙағы) [боронғо төрки *д’урғағ\ (Р.: замок; И.: lock; T.: kilit) и.
1. Нимәнелер бикләү өсөн эшләнгән асҡыслы ҡоролма; бик. □ Замок. / Замковый; замочный. Аҫмалы йоҙаҡ. Тимер йоҙаҡ. Ишек йоҙағы. Бура йоҙағы. Йоҙаҡ тишеге. Йоҙаҡты асыу. Йоҙаҡҡа бикләү. Әүәле ауылда ишекте бикләмәй, йоҙаҡ һалып ҡына сыға инек. ■ Элмә йоҙаҡ менән бикләнгән ҙур бүрәнә һарай тора. Д. Бураҡаев. Бер көн таҙ йорт тирәһендә йөрөгәндә ҡыҙ батшаның ун ике келәте барлығын, был келәттәрҙең барыһы ла йоҙаҡ менән бикле булыуын күреп ҡалған. Әкиәттән. Мәскәй батыр егетте тауҙағы өс ҡорос йоҙаҡ менән бикләнгән баҡыр ишекле мәмерйә янына алып бара. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Бүлмәлә тик еҙ сынйырының береһенә сүкеш, икенсе -һенә бығау йоҙағы аҫылған боронғо сәғәт өҙлөкһөҙ текелдәп, үткән ғүмерҙең секундтарын һанай. Р. Ғабдрахманов. • Аҡсаның йоҙағы — һаран, ашлыҡтың йоҙағы — һалам. Мәҡәл. Аҡыл — ҡаҙна, күңел — йоҙаҡ, тел — асҡыс. Мәҡәл. Асҡыс йоҙағы менән, борсаҡ ҡуҙағы менән. Мәҡәл. Ауыҙ — йоҙаҡ, тел — тоҙаҡ. Мәҡәл. Донъя — йоҙаҡ, асҡысы — белем. Мәҡәл. Ир — келәт, ҡатын — йоҙаҡ. Мәҡәл. Йоҙағын эшләгән асҡысын да эшләр. Мәҡәл. Йоҙағына күрә асҡысы. Мәҡәл. һәр йоҙаҡтың үҙ асҡысы. Мәҡәл.
2. хәрби. Ҡайһы бер атыу ҡоралында атып ебәреү өсөн эшләнгән ҡулайлама. □ Затвор, замок (оружия). Туп йоҙағы. Ҡорал йоҙағы. И Пулемёт ун биш минут эсендә боевой хәлгә килтерелде. Тик йоҙаҡ тотҡаһын ике тапҡыр шылтыратып бороп, кнопкаһын баҫырға ғына ҡалды. И. Насыри.
3. Ағас конструкцияларҙа бүрәнә, бурса һ. б. өлөштәрҙе ҡаптырып, эләктереп ҡуйыу ысулы. □ Затвор, замок (сруба). Йәшерен йоҙаҡ. Мунса бураһының йоҙағы. Йәшерен йоҙаҡ ҡуйыу.
4. инф. Мәғлүмәттәргә инеү мөмкинлеге менән идара итеү өсөн ҡулланылған про
грамма йәки мәғлүмәттәр коды. □ Замок. Хәтер йоҙағы. Һаҡ йоҙағы.
5. миф. Яман көстәрҙән, зәхмәттәрҙән һаҡлау көсөнә эйә булған әйбер; бетеү. □ Замок (мифологизированный предмет; охраняет от злых сил; оберег). Йоҙаҡ элеү. ■ Ауыры тошмәһен тип, ҡатындың эсен һыйпап, итәген тегеп, бәләкәй йоҙаҡ элеп ҡуйғандар. Башҡорттарҙың им-том китабынан. Никахтары ғүмерле булһын тип, яман һүҙҙәр үтмәһен тип, йәштәр мөхәббәт күперенә йоҙаҡтар элә. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
♦ Ете ҡат йоҙаҡ аҫтында {йәки менән) бик ныҡ, ышаныслы итеп йәшерелгән.
□ соотв. За семью замками. ■ Ни өсөн әле ул [Камалетдинов] Мәҙинәне күреү шатлығын ете ҡат йоҙаҡ менән биктә тоторға тейеш? Т. Ғарипова.
ЙОҘАҠ ВАТЫУСЫ (Р.: взломщик; И.: picklock; T.: kilit açma ustası, hırsız) и.
1. Йорт-йыһаз ҡарағы. □ Взломщик, вор. Йоҙаҡ ватыусы йортто таҙартып сыҡҡан. Йоҙаҡ ватыусыны тотоу.
2. Йоҙаҡтарҙы ватып асыу менән шөғөлләнгән белгес. □ Слесарь, взломщик сейфов.
3. инф. Шаярыу, кешеләрҙең мәғлүмәттәрен алыу, ялған мәғлүмәт индереү һ. б. маҡсат менән сит кешеләрҙең мәғлүмәти системаларын ватып ингән компьютер хулиганы. □ Хакер. / Хакерский.
ЙОҘАҠЛАНЫУ (йоҙаҡлан-) ҡ. төш. ҡар. йоҙаҡлау 1. страд, от йоҙаҡлау 1. Өй ишеге йоҙаҡланған. ■ Айбулат .. бәләкәй саҡта уға ҡарт әсәһе һөйләгән әкиәттәге ете йоҙаҡ менән йоҙаҡланған ете ишекле алтын һарай эсендәге алтын тултырылған хазина көршәктәрен күҙ алдына килтерә. Һ. Дәүләтшина.
ЙОҘАҠЛАТЫУ (йоҙаҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. йоҙаҡлау 1. понуд. от йоҙаҡлау 1. Ишекте йоҙаҡлатыу. Компьютерҙы йоҙаҡлатыу.
ЙОҘАҠЛАУ (йоҙаҡла-) (Р.: запирать; И.: lock; T.: kilitlemek) ҡ.
1. Йоҙаҡ (1) менән бикләү, йоҙаҡ һалыу.
□ Запирать, закрывать на замок. Йоҙаҡлап ҡуйыу. Ишекте йоҙаҡлау. Келәтте йоҙаҡлау.
58