Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 59


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

ЙОҘРОҠ
■ Пугачёвсылар, һаҡсыларҙы баструкҡа бикләп, ишекте шартлатып йоҙаҡлап алғас, ҡайҙалыр барып ниҙер эшләргә ашыҡманылар. Б. Рафиҡов. Гөлйөҙөм шулай итеп, Айбулат кәлтә бушатып, ат еккәнсе, һыйырын көтөүгә ҡыуып, өйҙәге эштәрҙе бөтә һалып, балалары өҫтөнән йоҙаҡланы. Һ. Дәүләтшина. [Өлгөнөц олатаһы] кәмәһен һәләк ҙур йоҙаҡ менән йоҙаҡлап киткән. М. Кәрим.
2. Йоҙаҡ (3) ҡуйыу; йоҙаҡлы итеү.
□ Соединять брёвна сруба в замок. Бураны йоҙаҡлап эшләү. Өйҙө йоҙаҡлап бурау.
3. инф. Ағымдағы операцияның эше тамамланыуға тиклем киләһе операцияларҙың ебәрелеүен тыйыу. □ Блокировка. Мөрәжәғәтте йоҙаҡлау. Клавиатураны йоҙаҡлау. Хәтерҙе йоҙаҡлау. Сығанаҡты йоҙаҡлау. Локаль йоҙаҡлау. Йоҙаҡлау ысулы.
ЙОҘАҠЛЫ I (Р: запертый; И.: closed, locked; T.: kilitli) с.
1. Йоҙаҡ (1) менән бикләнгән. □ Закрытый, запертый на замок; на замке. Йоҙаҡлы бүлмә. Йоҙаҡлы сумаҙан. И Бер һалдат менән унтер-офицер Монасиптыц йоҙаҡлы бүлмәне күрһәтеүен һораны. А. Таһиров. Ҡарацғы төштө. Ә йоҙаҡлы таш лавка ҡәбер кеүек тыныс ҡалды. һ. Дәүләтшина.
2. күсм. Кешенән йәшерен; бикле. □ Закрытый, под замком. Йоҙаҡлы күңел. Йоҙаҡлы йөрәк. ■ [Зөһрә:] Дөрөҫ әйтәһең, Әхәт, башы-аяғы бер тын уның [Гәлимдең], йөҙө лә, күңеле лә йоҙаҡлы. А. Таһиров.
ЙОҘАҠЛЫ II (Р: взаперти; И.: locked up; T: kapatılmış) р.
1. Бик аҫтында, йоҙаҡ аҫтында. □ Взаперти. Йоҙаҡлы булыу. Йоҙаҡлы тотоу.
■ Өйҙә бөтә нәмә йоҙаҡлы булғанлыҡтан, Вәзир бәләкәйҙән үк аҡтарынырға, һәрмәнергә өйрәнде. М. Кәрим.
2. күсм. Йәшерен, кемдәндер йәшереп.
□ Взаперти, тайно, секретно, скрытно. Хистәрҙе йоҙаҡлы тотоу. ■ Күҙең йомоҡ, ҡолағың бикле, телең йоҙаҡлы булһын. Ә. Хәкимов.
ЙОҘАҠСЫ (Р: замочник; И.: locks maker; T: kilit ustası) и.
1. Йоҙаҡ эшләү оҫтаһы. □ Замочник. Йоҙаҡсы булып эшләү. Йоҙаҡсыны саҡыртыу.
2. Һәр йоҙаҡты аса алыусы кеше.
□ Медвежатник. Сейфты йоҙаҡсынан астырыу.
ЙОҘАҠҺЫҘ I (Р: незапертый; И.: unlocked; T: kilitsiz) с.
Йоҙаҡ (1) менән бикләнмәгән, йоҙаҡ һалынмаған. □ Незапертый, без замка, не-запирающийся на замок. Йоҙаҡһыҙ йорт. Йоҙаҡһыҙ келәт. Йоҙаҡһыҙ бүлмә.
ЙОҘАҠҺЫҘ II (Р: незаперто; И.: unlocked; T: kilitsiz) р.
Йоҙаҡҡа бикләнмәй, йоҙаҡ һалмай.
□ Незаперто, без замка. Йоҙаҡһыҙ ҡалдырыу. Йоҙаҡһыҙ булыу.
ЙОҘАҠ ЭЙӘҺЕ (Р: дух замка; И.: spirit of the lock; T: kilidin iyesi) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, яман көстәрҙән, зәхмәттәрҙән һаҡлаусы әйберҙең эйәһе.
□ Дух замка. ■ Башҡорт мифологияһында йоҙаҡ эйәһе тигән зат та бар. Ф. Хисамитдинова.
ЙОҘРОҠ (йоҙроғо) [боронғо төрки йумдурук] (Р: кулак; И.: fist; T: yumruk) и.
Бармаҡтары усҡа ҡыҫып йомолған ҡул осо. □ Кулак. / Кулачный. Йоҙроҡ төйөү. Йоҙроҡ менән өҫтәлгә һуғыу. Йоҙроҡ ҙурлыҡ. Йоҙроҡто танауға терәү. Йоҙроҡ менән төртөү. Йоҙроҡ һуғышы. ■ Нуриханов иренен салышайтты, йоҙроғо менән шаплатып кресло башына һуғып алды. Д. Бүләков. Гөлнур шулай һөйләнеп ултыра торғас, ике бүлмә араһындағы таҡта стенаға йоҙроғо менән бер нисә тапҡыр һуғып ҡуйҙы. М. Тажи. • Йоҙроҡ ҙур булһа, еңгә һыймаҫ. Мәҡәл. Курҡаҡ кешенең йоҙроғо кеҫәһендә була. Мәҡәл. Сит кешенең һөйөүе — үҙ инәңдең йоҙроҡ төйөүе. Мәҡәл. Һуғыштан һуң йоҙроҡ төймәйҙәр. Мәҡәл. Яуҙан аҙаҡ йоҙроҡ күтәргән. Мәҡәл.
♦ Йоҙроҡ ашау {йәки алыу) туҡмалыу.
□ соотв. Отведать кулаков (тумаков). Кыл-ған эштәре өсөн йоҙроҡ ашап ҡына торҙо. Йоҙроҡ хәтле {йәки саҡлы, тиклем) үҙ самаһынан ҙур (бәләкәй) булған бәләкәй (ҙур) нәмәгә әйтелә. □ С кулак (при преувеличении маленького или преуменьшении большого предмета). ■ Йоҙроҡ хәтле генә бер өйҙөң һалам һымаҡ ҡына мөрйәһенән ҡыл
59