Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 573


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОНТР
бәктәр ҙә, татарҙар ҙа, төркмәндәр ҙә, ҡаҙаҡтар ҙа бар. Ә. Ихсан.
2. махс. Билдәле бер маҡсат өсөн ҡуйылған сик, норма. □ Контингент (установленная норма). Таш күмерҙең экспорт контингенты. Төҙөлөш материалдары контингенты. Ситкә сығарыу өсөн тауарҙар контингенты.
КОНТИНЕНТ [рус. < лат. continens] и. ҡар. ҡитға. Африка континенты. Европа континенты. Континент буйлап гиҙеү. Континент беренселеге өсөн ярыш. ■ Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре, сиктәр аша үтеп, донъяның күпселек континенттарына барып етте. С. Сафуанов. Урал — ике ҙур конти-нентты — Европа менән Азияны бүлеп ятҡан ғәйәт оҙон сик һыҙаты. Д. Бураҡаев.
КОНТИНЕНТАЛЛӘШЕҮ (континенталләш-) (Р.: становиться континентальным; И.: get continental; T: karasal olmak) ҡ.
Континенталгә әйләнеү (климатҡа ҡарата). □ Становиться континентальным (о климате). ■ Диңгеҙ һауаһы ҡитғалар эсенә үтә барған һайын континенталләшә, һәм уның температураһы түбән төшә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 4, 2008.
КОНТИНЕНТАЛЬ (Р.: континентальный; И.: continental; T.: karasal) с.
1. Континентҡа хас. □ Континентальный (свойственный континенту). Континенталь үҫемлек. ■ Диңгеҙ һауаһының һәм континенталь һауаның теператураһы ҡышҡы һәм йәйге ваҡытта бер төрлө булмай. «Башҡортостан», 9 октябрь 2009.
2. Континентта урынлашҡан. □ Континентальный (расположенный на континенте). Континенталь илдәр. Континенталь халыҡ. Континенталь тауҙар.
КОНТИНЕНТАЛЬ КЛИМАТ (Р: кон тинентальный климат; И.: continental climate; T.: karasal iklim) и.
Диңгеҙҙән алыҫ ятҡан ерҙәргә хас климат (ҡыш һыуыҡ; йәй эҫе, яуым әҙ була). □ Континентальный климат. Киҫкен континенталь климат. Уртаса континенталь климат.
КОНТИНЕНТАЛЬ ШЕЛЬФ и. ҡар. ҡитға шельфы. Континенталь шельфта балыҡ һөҙөү. Континенталь шельф сиктәрен билдәләү.
КОНТИНЕНТ-АРА (Р: межконтинентальный; И.: intercontinental; T.: karalararası) с.
Континенттар араһында йөрөгән, конти-ненттар араһын бәйләгән. □ Межконтинентальный. Континент-ара баллистик ракета. Континент-ара лайнер. Континент-ара ярыштар. Континент-ара бәйләнеш.
КОНТИНУУМ [рус. < лат. continuum ‘туҡтауһыҙ’] (Р: континуум; И.: continuum; T.: bölünmemiş şey) и.
1. Бер-береһе менән бәйләнгән күренештәр, процестар. □ Континуум. Тел континуумы. Социаль континуум.
2. мат. Ниндәйҙер киҫек, яҫылыҡ йәки сикләнгән сфера эсендәге өҙлөкһөҙ күмәклек. □ Континуум (непрерывное множество в пределах отрезка, сферы). Континуумдыц кардиналь һаны. Яҫылыҡ континуумы.
3. физ. Арауыҡта үҙенсәлектәре өҙлөкһөҙ һәм даими үҙгәреп торған матди мөхит. □ Континуум (материальная среда). Ва-ҡыт-арауыҡ континуумы.
КОНТОРА [рус. < нем. Kontor} (Р: контора; И.: office, bureau; T.: daire, büro) и.
Төрлө үҙ аллы хужалыҡ һәм финанс ойошмаларының, предприятиеларҙың административ канцелярия бүлеге һәм шул бүлек урынлашҡан бина. □ Контора. Элемтә контораһы. Сауҙа баҙары контораһы. Конторала эшләү. Ике ҡатлы контора. ■ Тик ауылға килеп кергәс кенә ул [Буранбай]үҙенең ниндәй эш менән йөрөүен яңынан хәтерләне һәм туп-тура контораға табан юл тотто. Ф. Әсәнов. Хөсәйенов иптәш үксә осонда яугирҙарса ҡырт боролоп, олпатлығын юймай ғына бригада контораһы тарафына тартылды. Й. Солтанов. Бәрән һарыҡ тиреһенән тегелгән, өр-яңы тип әйтерлек был толопто бухгалтеры.. контора кешеләре өсөн һатып алып ҡайтҡайны. Н. Мусин.
КОНТОРСЫ (Р: конторщик; И.: clerk; T: eleman) и.
Контора хеҙмәтсеһе. □ Конторщик, служащий конторы. Конторсылар бүлмәһе. Кон-торсы өҫтәле. Конторсы хеҙмәте.
КОНТР [рус. контрреволюция < лат. contra ‘ҡаршы’] (Р: контра; И.: counterrevolutionary; T: kontre) и. иҫк.
573