Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 574


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОНТР-
Совет власына ҡаршы булған дошман кеше. □ Контра. ■ Миңә, Урманцева ла контр тугелме икән, тигән фекер килде. С. Агиш. [Еҙсәлем — малайға:] Бар, шылтай! .. Икенселәй төҫөң-еҫең булмаһын был тирәлә, контр тоҡом! Й. Солтанов. Милиционер, Ғатаны һөйрәкләп алып китә башлағас, Ғата артҡа ҡарап ҡысҡыра: «Ана теге контр ҡәбәхәтте арестовать итергә ҡушам!» Ғ. Хәйри. [Ғилман:] Кәңәшмә барышы күрһәтер әле, Пётр Максимович, контр һуҙ һөйләмәбеҙ. Н. Мусин.
КОНТР- (Р.: контр-; И.: counter-; T.: kon-tre)
Ҡушма һүҙҙең беренсе киҫәге, икенсе киҫәгенән аңлашылған мәғәнәгә ҡаршы ҡуйыуҙы белдерә. □ Контр- (первая часть сложных слов со значением «противодействие»). Контралым. Контрһөжум.
КОНТРАБАНДА [рус.] (Р: контрабанда; И.: smuggling; T.: kaçakçılık) и.
1. Тыйылған йәки һалым һалынған тауарҙарҙың йәшерен юл менән бер илдән икенсе илгә үткәрелеүе. □ Контрабанда. / Контрабандный (тайный провоз товара через границу). Контрабанда тауарын конфискациялау. Тауарҙы илгә контрабанда юлы менән индереу. Контрабандаға юл ҡуймау.
2. йыйн. Ошо юл менән үткәрелгән тауар.
□ Контрабанда (товар). Контрабанданы конфискациялау. Контрабанда керетеу. Контрабанда менән һатыу итеу.
КОНТРАБАНДИСТ (контрабандисы) [рус. < ит. contra ‘ҡаршы’ + bando ‘хөкүмәт ҡарары’] (Р: контрабандист; И.: smuggler; Т: kaçakçı) и.
Контрабанда менән шөғөлләнгән кеше.
□ Контрабандист. Контрабандистарҙы ҡулға алыу. Контрабандистар ойошмаһы. ■ Ас шакалдай, төндә йөрөй контрабандистар, сер урларға килә һатлыҡ йәндәр, баҫып инергә уйлай бандиттар. Картотека фондынан.
КОНТРАБАС [рус. < ит. contrabasso} (Р: контрабас; И.: double-bass; T: kontrabas) и.
Иң ҡалын тауышлы ҡыллы музыка ҡоралы. □ Контрабас. Контрабас һыҙғысы. Контрабас ҡылы. Контрабас өсөн яҙылған әҫәр. Контрабаста уйнау. Контрабас футля
ры. ■ Таныш булығыҙ: концерттың музыкаль етәксеһе — баянист Наил Ғәлиев, кларнетта — Фәнил Әйупов, контрабаста — Рәшит Хәйретдинов, барабансы — Александар Улан-кин. «Совет Башҡортостаны», 12 апрель
1978.
КОНТРАБАССЫ (Р: контрабасист; И.: double-bass player; T.: kontrabascı) и.
Контрабаста уйнаусы музыкант. □ Контрабасист. Һәләтле контрабассы. Контра-бассылар ярышы.
КОНТРАГЕНТ [рус. < лат. contrahens (contrahentis) ‘килешеүсе’] (Р: контрагент; И.: contractor; T.: akit taraf) и.
Килешеү нигеҙендә үҙ өҫтөнә ниндәй ҙә булһа йөкләмәләр алған кеше йәки учреждение. □ Контрагент. / Контрагентный. Контрагент йөкләмәһе. Контрагент килешеуе.
КОНТР-АДМИРАЛ [рус. < фр. contre-amiral] (Р: контр-адмирал; И.: rear admiral; T.: kontramiral) и.
Иң кесе адмирал дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Контр-адмирал. ■ [Мичман:] Хәҙер инде [капитандың ҡатыны] уҙен контр-адмирал итеп тоя, беҙҙең ҡот осоп торған батяны бейетеп кенә йөрөтә. Н. Мусин.
КОНТР-АДМИРАЛЛЫК (контр-адми-раллығы) (Р: звание и должность контрадмирала; И.: rear-admiralship; T.: kontramiral) и.
Контр-адмирал дәрәжәһе һәм вазифаһы.
□ Звание и должность контр-адмирала. Контр-адмираллыҡ вазифаһы.
КОНТРАКТ [рус. < лат. contractus} (Р: контракт; И.: contract; T.: anlaşma) и.
Һәр ике яҡтың үҙ-ара ниндәйҙер йөкләмәләр үтәргә билдәләнгән яҙма килешеүе.
□ Контракт. Контракт төҙөу. Контрактҡа ҡул ҡуйыу. Контрактты өҙөу. Контракт буйынса тәьмин итеу. ■ [Кәрим:] Солтан әфәнде, сауҙагәрҙәр менән контракт төҙөй башларға мөмкин. Н. Асанбаев. Бихисап контракттар, саҡырыуҙар. Әммә .. бейеусенең ғумере — яҙҙар кеуек, шаулап, донъяны ялмап килә лә китә. Т. Ғарипова. [Рафиҡ Камалет-динович:] Беҙ, ғалимдар, Башҡортостанға
574