Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 576


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОНТРАСЛЫҠ
Киҫкен үҙгәрешле, ҡапма-ҡаршылыҡлы.
□ Контрастный. Контраслы һүрәт. Контраслы сюжет. Контраслы куренеш. ■ һуңғы ваҡытта врач-рентгенологтар контраслы яҡтыртыу ысулы менән эшләй башланы. Картотека фондынан.
КОНТРАСЛЫҠ (контраслығы) (Р.: контрастность; И.: contrast; T.: kontrastlılık) и.
Контраст булыу сифаты. □ Контрастность. Һурәттец контраслығы. Контраслыҡ етешмәй. Тормош контраслығы.
КОНТРАСТ [рус. < фр. contraste} (Р: контраст; И.: contrast; T.: karşıtlık, kontrast) и.
1. Күҙгә бәрелеп, ныҡ һиҙелеп торған ҡапма-ҡаршылыҡ. □ Контраст. / Контрастный (о резко выраженной противоположности). Социаль контрастар. Контраст сағыштырыуҙар. ■ Был йылдарҙа [20-се] әҙәбиәттә бөгөнгөнө уткәнгә сағыштырып һурәтләу — контраст алымы ҡулланыу шаҡтай киц урын алды. Ғ. Хөсәйенов. Шағир [М. Өмөтбаев] контраст алымы менән ҡасандыр бай һәм һоҡландырғыс булған башҡорт крайының бөгөнгө көндәге аяныс куре-нештәрен тасуирлай. Ғ. Ҡунафин.
2. Һынлы сәнғәттә, фотола төҫтәрҙең, буяуҙың сағыулығындағы айырмалыҡ, ҡапма-ҡаршылыҡ. □ Контраст (резкое различие в яркости или цвете предметов). / Контрастный. Буяуҙағы контрастар. Контраст биҙәктәр. Контраст төҫ.
КОНТРАТАКА [рус. < фр. contre-ataque ‘ҡаршы һөжүм’] (Р: контратака; И.: counterattack; T.: mukabil taarruz) и.
Һөжүм итеүсе дошманға ҡаршы тороусы яҡтың яуап һөжүме; һөжүмгә ҡаршы һөжүм.
□ Контратака. Контратакаға кутәрелеу. Контратаканы кире ҡағыу. Контратакаға күсеү. Төнгө контратака. Уңышлы контратака. ■ Утыҙ батыр дошмандың контратакаһын кире ҡағып ҡына ҡалманы, бер рота ғәскәрен һәм бронемашинаһын юҡ итте. Ә. Ихсан. Ныҡ арыған гвардеецтар тамаҡ ялғарға ла өлгөрмәнеләр, беҙҙең артиллериялар ҡаҡшата алмаған нығытмалар артындағы немецтар танкылар ярҙамында контратакаға кутәрелде. Я. Хамматов.
КОНТРАТАКАЛАУ (контратакала-) (Р: контратаковать; И.: counter-attack; Т.: karşı hücume geçmek) ҡ.
Контратака яһау. □ Контратаковать. Дошманды контратакалау. Контратакалап еңеу. Уңышлы контратакалау.
КОНТРАФАКЦИЯ [рус. < фр. contre-faction ‘алдап яһау’] (Р: контрафакция; И.: infringement; T.: hakka tecâvüz) и. иҡт.
Башҡа исем йәки тауар билдәһе менән эш итеү. □ Контрафакция. Контрафакция тауарҙарын һатыуҙан алыу. Контрафак-цияға ҡаршы көрәшеу.
КОНТРАЦЕПТ [рус. < лат. contraceptio ‘ауырға ҡалыуҙан һаҡлай торған сара’] (Р: контрацепт; И.: contraception; T.: gebelikten korunma) и. мед.
Ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу сараһы.
□ Контрацепт. Химик контрацептар. Гормональ контрацептар.
КОНТРАЦЕПЦИЯ [рус. < лат. contraceptio ‘ауырға ҡалыуҙан һаҡлай торған сара’] (Р: контрацепция; И.: contraception; Т.: gebelikten korunma) и. мед.
Ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу саралары.
□ Контрацепция. Контрацепция ҡулланыу.
КОНТРГАЙКА [рус.] (Р: контргайка; И.: lock-nut, check-nut; T.: kontra somun) и.
Һуғылыу, бәрелеү һөҙөмтәһендә гайкалар үҙенән-үҙе боролоп сыҡмаһын өсөн ҡулланылған икенсе гайка. □ Контргайка. Контргайка ҡуйыу. Контргайканы бушат- ■
КОНТРИБУЦИЯ [рус. < лат. contribution ‘йәмғиәттән йыйылған аҡса’] (Р: контрибуция; И.: contribution; T.: tazminat) и.
1. Еңгән дәүләткә еңелгән ил тарафынан түләнә торған аҡса. □ Контрибуция (денежная сумма, взимаемая с побеждённого государства в пользу государства-победителя). Контрибуция аҡсаһы. Контрибуция түләү. Контрибуция һалыу.
2. Баҫып алынған ер йәки еңелгән синыф халҡынан йыйыла торған аҡсалата йәки әй-берләтә һалым. □ Контрибуция (поборы, производимые неприятелем с населения оккупированной им территории). Контрибуция һалыу. Контрибуция алыу. ■ Ул [Сәғиҙуллин] байҙарға һалынған контрибуцияны түләтеү
576