КОНТРОЛЬ
мәсьәләһе буйынса бара ине. А. Карнай. Бөтә отрядтыц төнө буйы ҡалала көрәштә булыуы, айырым байҙарҙан контрибуция алыу, ҙурыраҡ магазиндарҙағы тауарҙарҙы, хосуси матбағаларҙы конфискациялау тураһында ҡыҫка ғына әйтте [Шадрин]. А. Таһиров.
КОНТРОЛДӘ БУЛЫУ (контролдә бул-) (Р.: быть под контролем; И.: be under supervision; T: yoklanmak) ҡ.
Күҙәтеүҙә булған, контроль һалынған.
□ Быть под контролем. Уныц һәр аҙымы контролдә булды. Был эш контролдә буласаҡ.
КОНТРОЛДӘ ТОТОУ (контролдә тот-) (Р.: контролировать; И.: control; Т: kontrol etmek) ҡ.
Күҙәтеүҙә тотоу, өҙлөкһөҙ рәүештә контроль яһап тороу. □ Контролировать, держать под контролем. Эште контролдә тотоу. Баланы контролдә тотоу. Тәрбиә эшен контролдә тотоу.
КОНТРОЛЁР [рус. < фр. controleur} (Р: контролёр; И.: inspector; T.: kontrolcu) и.
Тикшереүсе, контроль яһаусы хеҙмәткәр.
□ Контролёр. Тимер юл контролёры. Йәмәғәт тарафынан ҡуйылған контролёр. Билетты контролёрға курһәтеу. ■ Йыуан, таҙа ғына контролёр ҡулындағы ҡәләме менән билет өҫтөнә ниндәйҙер һыҙыҡ һыҙҙы. Б. Ишемғол. Мин улсәгән тауарҙарҙы контролёрға, касса янындағы барьер артында тррған баяғы аҡ туфли кейгән кешегә, илтә
рам. С. Агиш.
КОНТРОЛЛЕК (контроллеге) (Р: контроль; И.: control; supervision; T: kontrol) и.
Кемдер, нимәлер өҫтөнән ҡуйылған күҙәтмә йәки хакимлыҡ. □ Контроль, контролирование. Контроллекте көсәйтеу.
КОНТРОЛЛЕК ИТЕҮ (контроллек ит-) (Р: контролировать; И.: control, check; T: kontrol etmek) ҡ.
Контроль яһау. □ Контролировать, произвести контроль. Контроллек итеусе органдар.
КОНТРОЛЛЕР [рус. < ингл. controller} (Р: контроллер; И.: controller; T: murakip) и.
1. тех. Электр двигателе эшен яйлап тороусы ҡулайлама. □ Контроллер (прибор для регулирования работы электродвигателя).
Барабанлы контроллер. Королма контроллеры. Йоҙроҡсалы контроллер.
2. инф. Компьютерҙың тышҡы ҡоролмалары (принтер, сканер һ. б.) менән бәйләнешкә инеү, мәғлүмәт каналдарына идара итеү өсөн тәғәйенләнгән өлөшө.
□ Контроллер (подсистема, управляющая работой подключённых периферийных устройств). Индереу-сығарыу контроллеры. Канал контроллеры. Мәғлумәт тапшырыу контроллеры.
КОНТРОЛЬ I [рус. < фр. contröle} (Р: контроль; И.: control; oversight; T.: denet) и.
1. Тикшереү маҡсаты менән күҙәтеү.
□ Контроль (проверка). Автоматик контроль. Даими контроль. Контроль комиссияһы. Контролгә алыу. Контролдә тотоу. Контроль яһау. ■ Калҡыулыҡта немец пу-лемётсылары ултыра һәм тирә-яҡты уҙ контроле аҫтында тота. Ә. Бикчәнтәев. Каруанһарайҙы яптыртмаҫ һәм башҡорт автономияһына бәйле эш туҡталмаһын өсөн, беҙ контроль аҫтында эшләргә ризалаштыҡ та, Таһиров талап иткәненсә, ҡул ҡуйҙыҡ. И. Солтанов.
2. Эштең барышын, дөрөҫлөгөн тикшереп тороу менән шөғөлләнгән ойошма.
□ Контроль (учреждение). Дәуләт контроле. Контроль комиссияһы. Контроль ағзаһы. Контролгә тапшырыу. ■ [Мифтахитдин:] Бына мин дә, халыҡ контроле ағзаһы булараҡ, Тәйнулла Тимадиевичтыц таҡтаны ҡа-нуни юл менән алғанын тулыһынса иҫбат итәм! Й. Солтанов.
3. йыйн. Контролёрҙар. □ Контроль (контролёры). Ишек алдына контроль ҡуйыу.
КОНТРОЛЬ II (Р.: контрольный; И.: control; T.: kontrol) с.
Ниҙец дә булһа дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн, контроль яһау өсөн хеҙмәт иткән.
□ Контрольный. Контроль эш яҙыу. Контроль курһәткестәр. Контроль һандар. Контроль тикшереу. ■ Әле яҙа, әле ниҙер ҡарап ала китаптан, иртәгә бит Кәлсәмдәргә контроль эш хисаптан. Ф. Рәхимғолова. Контроль эш булғанда ла йә эргәһендә ултырған Наташанан, йә алғы парталағы Мәҙинәнән кусерергә тырыша ине. Д. Бүләков.
19-1.0117.12
577