КОНТУРЛЫ
[немецтарҙы] Ильмин куле янында туҡтатып, контрһөжумдәребеҙҙе көсәйтә башлағайныҡ. И. Ғиззәтуллин.
КОНТУЖЕН БУЛЫУ (контужен бул-) ҡ. ҡар. контузия алыу. ■ Мин [Булат] яңынан фронтҡа килеу емде, контужен бу лыуымды һөйләнем. Д. Юлтый. [Кәбир Аҙнаев тураһында] һуғышта контужен-фәлән булғанмы икән әллә? Их, был һуғышты... -тип көрһөнөп ҡуя. Н. Мусин. Ул [Зелинский] стройҙа контужен булған, дурт ай лазаретта ятҡан. А. Таһиров.
КОНТУЗИЯ [рус. < лат. contusio] (Р.: контузия; И.: contusion; T.: tardit) и.
Ниндәйҙер тәьҫирҙән (мәҫәлән, көслө шартлауҙан, ныҡ һуғылыуҙан һ. б.) организмдың шаңҡып имгәнеүе. □ Контузия. Контузия алыу. Контузия менән ятыу. Контузиянан сығыу. ■ 1942 йылда фронтта Харьков эргәһендә алған контузияның йәрәхәте һаман бөтөп етмәгән. Картотека фондынан.
КОНТУЗИЯ АЛЫУ (контузия ал-) (Р: получить контузию; И.: get concussion; T: zedelemek) ҡ.
Яҡында ҡына берәй нәмә шартлап, ағзаларҙың эстән генә имгәнеүе. □ Получить контузию, быть контуженным. И Исмәғилев Бөйөк Ватан һуғышынан бик ҡаты контузия, алып ҡайтты. Картотека фондынан. Хашим-ды тере курәм тип уйлай тиһеңме Гөлбаныу ы: яраланыу, контузия алыу, һуҡырайыу, госпиталдән госпиталгә йөрөуҙәр, аҙаҡ килеп улеу... яңынан терелеу. Т. Ғарипова.
КОНТУЗИЯЛАНЫУ (контузиялан-) ҡ. ҡар. контузия алыу Һуғыштан контузияла-нып ҡайтыу. Контузияланған яугир. Снаряд ярылыуынан контузияланыу. Каты контузияланыу. ■ Еңелсә контузияланған шо-фёрҙы ҡаҡҡылап-һуҡҡылап тигәндәй аңына килтерҙек. Ә. Хәкимов.
КОНТУЗИЯЛЫ (Р: контуженый; И.: contused; shell-shocked; T: zedeli) с.
Контузия алған. □ Контуженый, получивший контузию. Контузиялы һалдат, һуғыштан контузиялы булып ҡайтыу.
КОНТУР [рус. < фр. contour} (Р: контур; И.: contour, outline; T.: kontur) и.
1. Берәй нәмәнең айырым бер ерлектәге һыҙатланышы, тышҡы күренеше. □ Контур (внешнее очертание предмета). Ауылдың дөйөм контуры. Тауҙар контуры. Урман контуры. ■ Карағайлыҡтан саҡ ҡына барғас, тағы ла һулдараҡ, ҡараңғылыҡ эсендә, эреле-ваҡлы йорттарҙың контурҙары куҙгә салынды. Д. Бүләков. [Директор:] Гаффан Тэҡбирович, боксит киҫәге бында куктән төшөп ҡалмаған бит, .. уның ятышын табып, контурҙарын билдәләуҙе төп бурыс итеп ҡараһаҡ, съёмканы эш барышында ғына [башҡарабыҙ]. Н. Мусин. Ҙур баҫым аҫтында һыу ебәреу ятҡылыҡтағы баҫымды яңынан көсәйтә .. был ысул контур тирәләй һыу ебәреу ысулы тип атала. Д. Бураҡаев.
2. Берәй нәмәнең һыҙыҡтар менән генә яһалған, һыҙма рәүешендәге һүрәте. □ Контур (графическое изображение очертаний предмета). Кағыҙға өйҙөң контурын төшөрөу. ■ Ул йөрөгән ерҙәрендә осратҡан һәр бер зиннәтле йорттоң уға куркәмлек биреп тороусы иң уҙәк элементын .. хәтер моҡсайына туплай барҙы һәм мөҡәддәс хыял дәфтәренә буласаҡ һарайҙың шул сәскәләрҙән генә төҙөлгән гөлләмәһен — гузәл контурын һыҙҙы. Й. Солтанов.
3. физ. Электр тогы үткәргестәренең йомоҡ сынйыры. □ Контур (замкнутая цепь проводников). Радиоалғыс контуры. Энергетика системаһының контуры. Тирбәлеу контуры. Резонансланыусы контур.
КОНТУРЛАНЫУ (контурлан-) ҡ. төш. ҡар. контурлау, страд, от контурлау. И Бер нисә майҙан разведкаланған, ләкин улар контурланып алынмаған әле. Картотека фондынан.
КОНТУРЛАУ (контурла-) (Р: чертить контур; И.: delineate; T.: konturlamak) ҡ.
Берәй нәмәнең дөйөм тышҡы рәүешен һүрәтләп һыҙыу. □ Чертить контур. Контурлап һыҙыу. Контурлап билдәләу. Контурлап алыу. ■ Иҙелбай куптән бирле Кумертау ятышының элек контурлап алынған сиктәрен киңәйтеу хаҡында хыялланып йөрөй ине. Картотека фондынан.
КОНТУРЛЫ (Р: контурный; И.: outline; Т.: kontur) с.
19*
579