Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 580


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОНТУРЛЫ КАРТА
Контур рәүешендәге. □ Контурный. Контурлы рәсем.
КОНТУРЛЫ КАРТА (Р.: контурная карта; И.: contour map; T.: taslak harita) и.
Ер-Һыуҙың исемен яҙмай, һыҙма рәүешендә генә биргән географик карта. □ Контурная карта.
КОНТУРЛЫ ҺЫҘЫҠ (һыҙығы) (Р. контурная черта; И.: outline; T.: kontur çizgisi) и.
Нөктәләр менән генә билдәләнгән һыҙыҡ.
□ Контурная черта.
КОНУС [рус. < лат. conus < гр. könos] (Р: конус; И.: cone; T.: koni) и. мат.
Тура мөйөшлө өскөлдө бер катеты тирәләй әйләндергәндә яһалған геометрик фигура. □ Конус. / Конусный. Конус һыҙыу. Конустың куләмен табыу. Киҫек конус. Конус йөҙө. ■ Кырында алғы планда өс яруслы оҙон таш манара. Уныһы йәнә һигеҙ ҡырлы оҙон ярустан, аҙан әйтер рәшәткәле туңәрәк кәрнистән һәм икенсе ярусы ярым конус булып ослайып бөткән өлөштәрҙән ғибәрәт. Ғ. Хөсәйенов.
КОНУСЛЫ (Р: конусный; И.: conical; Т: koni şeklinde, konik) с.
Конус кеүек, конус формаһындағы.
□ Конусный, конический. Конуслы киҫемдәр. Конуслы вулкан тубәләре. Конуслы тауҙар.
КОНФЕДЕРАТ [рус.] (Р: конфедерат; И.: confederate; T: müttefik) и.
Конфедерацияға ингән ойошма йәки дәүләт. □ Конфедерат. Конфедерат ағзаһы. Конфедерат ғәскәрҙәре.
КОНФЕДЕРАЦИЯ [рус. < лат. confoede-ratio] (Р: конфедерация; И.: confederation; Т.: konfederasyon) и.
1. Ниндәй ҙә булһа ойошмалар берекмәһе, союзы, бөтә донъя хеҙмәт конфедерацияһы.
□ Конфедерация (объединение каких-л. организаций). Профсоюздар конфедерацияһы. Конфедерацияға инеу. Конфедерациянан сығыу.
2. Дәүләттәрҙең, һәр береһе үҙ бойондороҡһоҙлоғон һаҡлаған хәлдә, билдәле бер маҡсатҡа (ғәҙәттә, сәйәси һәм хәрби маҡсатҡа) ирешеү өсөн генә ойошҡан берекмәһе. □ Конфедерация (союз государств).
■ Хәҙерге ҡарағалпаҡ халҡының бер өлөшөн тәшкил иткән муйтәндәрҙең тарихи бабалары, моғайын, массагет ҡәбиләләр конфедерацияһына кереп, Арал яғында йәшәгәндәр. Й. Солтанов.
КОНФЕРАНС [рус. < фр. conference] (Р: конферанс; И.: animation, the master of ceremonies’ part; T: anons) и. театр.
Конферансьеның программа номерҙарын белдереүе, шул номерҙарға аңлатма биреүе; шул сығыш тексы. □ Конферанс. Уңышлы конферанс. Конферанс яҙыу. Конферанс әҙерләу.
КОНФЕРАНСЬЕ [рус. < фр. conferencier ‘докладсы’] (Р: конферансье; И.: master of ceremonies; T.: konseri idare eden artist, takdimci) u.
Эстрада концертында концертты алып барған, номерҙар араһында үҙе лә сығыш яһаусы артист. □ Конферансье. ■ Музыка башланғас та, сәхнәләге конферансье һымаҡ ҡына баҫып, майҙандың ҡап уртаһынан утте лә ҡыҙҙың ҡаршыһына килеп туҡтаны. Р. Солтангәрәев. «Бөркөттәрҙең осорға өйрәнеуе» тигән хореографик композиция. «Авторы һәм сәхнәгә ҡуйыусы — колхоздың ат ҡараусыһы Мораҙым Ирғәлин!» — тине конферансье. Ғ. Әмири.
КОНФЕРЕНЦ-ЗАЛ [рус. < нем. Konfe-renzsaal] (Р: конференц-зал; И.: conference hall; T: toplantı salonu) и.
Тантаналы йыйылыштар, конференциялар үткәрә торған зал. □ Конференц-зал. Институттың конференц-залы. Конференц-зал халыҡ менән тулы. Йыйылышты конференц-залда уткәреу. ■ Беҙ барып ингәндә, институттың конференц-залы тулы халыҡ ине. Д. Бураҡаев.
КОНФЕРЕНЦИЯ [рус. < лат. conferentia < conferre] (Р.: конференция; И.: conference; T: toplantı, konferans) и.
Дәүләт, фән, йәмәғәт, фирҡә һ. б. ойошма вәкилдәренең ниндәй ҙә булһа мәсьәләне тикшереү, хәл итеү өсөн үткәргән йыйылышы, кәңәшмәһе. □ Конференция. Укытыусылар конференцияһы. Конференцияла ҡатнашыу. Конференцияла сығыш яһау. Тө-бәк-ара конференция. Фәнни конференция
580