КОНФИСКАЦИЯЛАУ
уткәреу. Халыҡ-ара конференция уткәреу. Конференция уткәреу эшенә йәлеп итеу. Конференция уткәреу өсөн финанстар булеу. ■ Мәскәуҙә бай әзербайжан Асадуллаевтың мәктәбенә йыйылып, конференцияға килгән бөтә мосолман делегаттары исеменән Әли-марҙан бейҙе сығыш яһарға кундерҙек. Ә.-З Вәлиди. Иртәгә сәғәт ун икенән волостағы барлыҡ уҡытыусыларҙыц конференцияһы асыла. Конференцияны йыйыуҙан маҡсат — хәҙерге хәлдәр менән ацлашыу ғына тугел, бәлки шул хәлдец уртаһында булыу. Ғ. Хәйри.
КОНФЕТТИ [рус. < ит. confetti] (Р.: конфетти; И.: confetti; T.: konfeti) и.
Төрлө төҫтәге ваҡ ҡына ҡағыҙ тәңкәләр (бал-маскарадта ҡатнашыусылар бер-бе-реһенә һибә). □ Конфетти. Конфетти һибеу. Кағыҙ конфетти. Пластик конфетти. ■ Антракт ваҡытында конфетти һибештәре, серпантин солғаныштары, почта уйындары буласаҡ. С. Агиш.
КОНФИГУРАЦИЯ [рус. < лат. configu-ratio] (Р: конфигурация; И.: configuration; Т: görünüş, teşekkülat) и. кит.
1. Берәй нәмәнең тышҡы күренеше, тышҡы рәүеше. □ Конфигурация (форма чего-л.). Дицгеҙ ярҙарыныц конфигурацияһы. Конфигурацияһын һыҙыу. Конфигурацияһын төҫмөрләу.
2. Төрлө нәмәнең үҙ-ара урынлашыу тәртибе, ҡатмарлы нәмә өлөштәренең үҙ-ара бәйләнеше. □ Конфигурация (взаимное расположение каких-л. предметов). Катмарлы конфигурация. Йондоҙҙар конфигурацияһы.
КОНФИГУРАЦИЯЛЫ (Р: имеющий конфигурацию; И.: having configuration; T: görünüşlü) c.
Конфигурацияға бәйләнешле. □ Имеющий конфигурацию. Матур конфигурациялы. Катмарлы конфигурациялы ҡоролма.
КОНФИДЕНЦИАЛЬ (Р: конфиденциальный; И.: confidential, private; T: gizli, mahfi) c.
Йәшерен, башҡаларға әйтмәй. □ Конфиденциальный. Конфиденциаль һөйләшеу. Конфиденциаль һуҙ. Конфиденциаль мәғлу-мәттәр. Конфиденциаль документтар.
КОНФИСКАТ [рус.] (Р: конфискат; И.: confiscated goods; T: müsadere edilen mülkiyet) u.
Конфискацияланған мөлкәт. □ Конфискат. Конфискаттарҙы һатыу. Криминаль конфискат. Кейемдәр конфискаты. Машиналар конфискаты.
КОНФИСКАЦИЯ [рус. < лат. confisca-tio] (Р: конфискация; И.: confiscation; seizure; T: müsadere) и.
1. Шәхси милектең көслөк менән дәүләт файҙаһына түләүһеҙ алыныуы. □ Конфискация (изъятие в собственность государства). Милеккә конфискация яһау. Конфискация уткәреу. В Билдәле, «конфискация »нан уҙҙәренә өлөш алған ауыл ярлылары уҙ фекерҙәрендә ҡалдылар, ләкин был «конфискация» куп кенә эшкә ҡара тап булып төштө. Ғ. Хәйри. Өйөгөҙ конфискацияға индерелһә лә, хәҙергә өс булмәгеҙҙе биләп торорға рөхсәт итәм. Ә. Хәкимов. Ә кисен, эцер төшкәс, Байгилде ағай егеп килгән көрән бейәгә конфискациянан ҡалған барлы-юҡлы әйберҙәрен тейәп, өй тәҙрәләренә арҡыс-торҡос таҡта ҡағып, улар ауылдан сығып та киттеләр. 3. Биишева.
2. Матбуғатта сыҡҡан әйберҙең тейешле дәүләт органдары тарафынан, халыҡҡа таратмай, бикләп алыныуы. □ Конфискация (наложение ареста). ■ Китаптың конфискациянан йәшереп алып ҡалынған нөсхәләренең бер өлөшө беҙгә һәм олатайыма ебәрелгән ине. Ә.-З. Вәлиди.
КОНФИСКАЦИЯЛАНЫУ (конфискациялан-) ҡ. төш. ҡар. конфискациялау. страд, от конфискациялау. И Был әҙәм аңламаны, сөнки большевиктарҙың кем икәнлеген белмәй, аҡса һәм милкенең конфискацияланасаҡын ацламай икән. Ә.-З. Вәлиди. Машинистканан алғас (асылда, конфискацияланғас), романды Бураншин булегендә эшләусе ике хеҙмәткәр төн йоҡламай уҡып сыҡҡайны инде. Ә. Хәкимов. Яңы власть һайланды, завод милке конфискацияланды. Ғ. Хөсәйенов.
КОНФИСКАЦИЯЛАУ (конфискацияла-) (Р: конфисковать; И.: confiscate; T: müsadere etmek) ҡ.
581