КОНЦЕРН
идея произведения). Мәҡәлә концепцияһы. Драманың төп концепцияһы. Әҫәрҙең концепцияһы тулыһынса асылмаған.
КОНЦЕРН [рус. < ингл. concern] (Р.: концерн; И.: concern; T.: konsorsiyum) и.
Капитал, етештереүҙе бер урынға туплау өсөн төрлө предприятиеларҙың (сәнәғәт, транспорт, банк, сауҙа әлкәһендә) берләшмәһе. □ Концерн. Нефть концерндары. Финанс һәм сәнәғәт концерндары. Халыҡ-ара концерн. Химия концерны. ■ Коммерция банкылары асыла, әллә ниндәй концерндар, компаниялар, ҡатнаш, бәләкәй, тағы әллә ниндәй предприятиелар бәшмәк урынына уҫеп сыҡты. Н. Мусин.
КОНЦЕРТ [рус. < ит. concerto] (Р: концерт; И.: concert; T.: konser) и.
1. Төрлө музыкаль, әҙәби, хореографик һ. б. номерҙарҙан тороп, билдәле бер программа буйынса алып барылған тамаша.
□ Концерт (исполнение музыкальных и других произведений по программе). Эстрада концерты. Башҡорт йырсылары концерты. Халыҡ йырҙарынан торған концерт. Концертта ҡатнашыу. Концертта сығыш яһау. Концертты алып барыу. ■ Йыйылыштан һуң Камалетдинов концертҡа ҡалмаҫҡа уйлағайны ла, Мәҙинәне куреп һөйләшеу теләге уҙенән көслөрәк булып сыҡты. Т. Ғарипова. Мәктәптең уҙешмәкәр туңәрәге концерт ҡуйғанда коллектив бейеуҙәрҙә ҡатнаша инем. Н. Мусин.
2. Оркестр оҙатыуында уйнай торған инструмент өсөн яҙылған ҙур музыкаль әҫәр.
□ Концерт (музыкальное произведение для сольного инструмента в- сопровождении оркестра). Кылҡумыҙ өсөн яҙылған концерт. Курай менән оркестр өсөн яҙылған концерт.
КОНЦЕРТИНО [рус. < ит. concertino] (Р: концертино; И.: concertino; T: akordeona benzer bir çalgı) и. муз.
1. Алты ҡырлы кескәй гармун формаһындағы музыка ҡоралы. □ Концертино. Концертинола уйнау. Концертино моңо. Концертино баҫмаҡтары.
2. Концерт (2) тибындағы, еңелерәк һәм бәләкәйерәк күләмле музыка әҫәре. □ Кон
цертино. Байрам концертиноһы. Концертинола ҡатнашыу.
КОНЦЕРТМЕЙСТЕР [рус. < нем. Коп-zertmeister] (Р: концертмейстер; И.: leader (of orchestra); T: konsermeister) и.
1. Оркестрҙағы айырым бер төркөмдөң етәксеһе (скрипкасылар төркөмөндә — беренсе скрипкасы, виолончелистар төркөмөндә — беренсе виолончелист һ. б.). □ Концертмейстер (руководитель группы исполнителей в оркестре). Курайсылар концертмейстеры. Баянсылар концертмейстеры. Концертмейстер итеп тәғәйенләу.
2. Симфония йәки опера оркестрының солисы. □ Концертмейстер (солист симфонического или оперного оркестра). Оҫта концертмейстер.
3. Йырсы менән бергә бер партияны өйрәнеп башҡарыусы пианист-аккомпаниатор. □ Концертмейстер (пианист-аккомпаниа -тор). / Концертмейстерский. Концертмейстер булегендә уҡыу. Концертмейстер булып эшләу. Концертмейстер класы.
КОНЦЕССИОН (Р: концессионный; И.: concession; T.: taviz) с.
1. Концессияға мөнәсәбәтле. □ Концессионный. Концессион килешеу. Концессион туләуҙәр.
2. Концессия нигеҙендә йәшәп килгән, ойошторолған. □ Концессионный. Концессион тимер юл. Концессион магазин.
КОНЦЕССИЯ [рус. < лат. concessio ‘рөхсәт’] (Р: концессия; И.: concession; T.: taviz) и.
1. Дәүләт ҡарамағындағы ер-һыу байлығын, берәй предприятие йәки хужалыҡ объектын ваҡытлыса файҙаланырға биреү тураһындағы килешеү. □ Концессия (договор о передаче в эксплуатацию природных богатств). / Концессионный. Концессия туләуе. Концессияға тапшырыу. Халыҡ-ара концессиялар. ■ Һөйләшеу барышында Ле-ниндан: «Афғандар Кветтанан Кандагар аша Рәсәй сигендәге Кушкаға тиклем тимер юлы төҙөуҙе инглиздәргә концессияға бирмәксе. Бында Рәсәй мәнфәғәтенә ҡурҡыныс юҡмы?» — тип һораным. Ә.-З. Вәлиди.
2. Шул килешеү нигеҙендә ойошторолған предприятие. □ Концессия (предприятие,
584