Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 585


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

конькисы
организованное на основании такого договора). / Концессионный. Концессия ойошмаһы. Концессия магазины. Коммерциялы концессия. Предприятиены концессия формаһында төҙөу.
КОНЦЛАГЕРЬ [рус. концентрационный лагерь < лат. соп + нем. Lager} (Р.: концлагерь; И.: concentration camp; T.: toplama kampı) и.
Һуғыш осоронда әсир ителгәндәрҙе, тыныс ваҡытта сәйәси тотҡондарҙы ябып тотоу урыны. □ Концлагерь. ■ Әллә өйрәнмәгәнгә, куҙлек кейеу уға бер ҙә килешмәгән төҫлө. Тик кеймәй ни эшләһен, минец ярты куҙем концлагерҙа ҡалды, ти бит. Н. Мусин. Икенселәре, Ирназар кеуек тамам миктәгәндәре, концлагерға оҙатылды. Ә. Хәкимов.
КОНЪЮНКТИВА [рус. < лат. conjunctivas 'бергәләшеүсе’] (Р: конъюнктива; И.: conjunctiva; T.: konjonktiva) и. анат.
Күҙҙең ҡабаҡ аҫты менән алмаһын ҡаплап торған лайлалы тиресә. □ Конъюнктива. Куҙ конъюнктиваһы. Конъюнктива төҙөлөшө. Конъюнктива функцияһы. ■ Өфөнән өс йәшлек ҡыҙыҡайҙы килтерҙеләр. Уның куҙ ҡабаҡтары конъюнктиваһы һәм куҙ алмаһы янған ине. «Башҡортостан», 19 август 2009.
КОНЪЮНКТИВИТ [рус. < лат] (Р: конъюнктивит; И.: conjunctivitis; T.: konjonk-tivit) и. мед.
Конъюнктиваның шешеүе. □ Конъюнктивит. Конъюнктивит менән ауырыу. Йоғошло конъюнктивит. Конъюнктивиттан дауаланыу. Конъюнктивит менән яфаланыу. И Кайһы саҡта куҙгә ниндәйҙер микробтар эләгеп, ҡалын куҙ ҡабағыныц лайлалы ҡатламын шештерәләр. Был ауырыу йоғошло конъюнктивит тип атала. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2009,
КОНЪЮНКТУРА [рус. < лат. conjunc-tura\ (Р: конъюнктура; И.: state of affairs; T: durum, konjonktür) и.
1. Билдәле бер әлкәлә барлыҡҡа килгән хәл, шарт. □ Конъюнктура (о ситуации в какой-л. области общественной жизни). Халыҡ-ара конъюнктура. Сәйәси конъюнктура. ■ Ғалимға конъюнктура йәки башка
сәбәптәргә ҡарап хәҡиҡәттән баш тартыу хас тугел. «Башҡортостан», 8 сентябрь 2010.
2. Тауар етештереү һәм сауҙа менән бәйле хужалыҡ эштәренең торошон сағылдырған билдәләр (тауар сығарылыу куләме, уныц хаҡы, ҡиммәтле ҡағыҙҙар курсы һ. б.).
□ Конъюнктура (о совокупности признаков, характеризующих состояние товарного хозяйства). Баҙар конъюнкту раһы. Конъюнктура хаҡтары.
КОНЪЮНКТУРАЛЫ (Р: конъюнктурный; И.: market; T: konjonktürlü) с.
Конъюнктура булған, конъюнктураһы бар. □ Конъюнктурный. Конъюнктуралы сәйәсәт. Конъюнктуралы хаҡтар.
КОНЪЮНКТУРАСЫ (Р: конъюнктур щик; И.: time-server; T: konjonktür) и.
Ниндәй генә хәл булмаһын, оҫта файҙаланып, конъюнктураға ҡарап, ҡарашын төрлөсә үҙгәртеүсән, принципһыҙ кеше.
□ Конъюнктурщик. Конъюнктурам булыу.
КОНЬКИ [рус.] (Р: коньки; И.: skates; Т.: paten) и.
1. Аяҡ кейеменә беркетеп боҙҙа шыуыу өсөн эшләнгән үткер ҡырлы тимер табан; тимераяҡ. □ Коньки. Фигуралы шыуыу конь-кийы. Уҙыш конькийы. Хоккейсылар конькийы.. Конькиҙа шыуыу. Балалар конькийы. ■ Ағас конькиҙарҙың куптән инде эҙе аҡҡан боҙға ҡушылып. X. Ғиләжев. Малик тиҙ генә йугереп ҡайтып, конькийын ботинкаһына бәйләп килде. Ф. Иҫәнғолов. Малайҙың тел төбөн аңланы Кәбир: был уның, миңә лә коньки яһап бир, тигән һуҙе, моғайын. Н. Мусин. Кыш көндәрен иптәштәре дәрестә ултыра, ә был ҡатаһына таҡта ҡағып ала ла коньки итеп шыуып тик йөрөй. Р. Солтангәрәев.
2. һөйл. Спорт төрө, шундай тимер табандарҙа шыуыу. □ Коньки (вид спорта). / Коньковый. Коньки спорты. Коньки менән шөғөлләнеу.
КОНЬКИСЫ (Р: конькобежец; И.: skater; T: patinajcı) и.
Конькиҙа шыуыу, конькиҙа шыуыу спорты менән шөғөлләнгән кеше. □ Конькобежец. Конькисылар ярышында ҡатнашыу. Ватан конькисылары беренселекте яуланы.
585