Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 586


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

коньяк
КОНЬЯК (коньягы) [рус. < фр. Cognac ‘Францияның Коньяк ҡалаһы исеменән’] (Р.: коньяк; И.: brandy; T.: konyak) и.
Аҡ йөҙөм шарабын ҡыуып, имән мискәлә оҙаҡ ултыртып яһалған көслө иҫерткес эсемлек. □ Коньяк. / Коньячный. Әрмән коньягы. Бер шешә коньяк. Коньяк спирты. ■ [Аҙнабай:] Әйҙәгеҙ, һеҙҙе минең фатирҙа коньяк менән шампанский көтөп тора, — тип уҙҙәренә алып китте. Ф. Әсәнов. Пакетта гәзиткә төрөп һалынған бер шешә коньяк һирәк-мирәк сайҡалыуҙан «болҡ-болҡ» итеп ҡуя. Д. Бүләков.
КОНЮХ [рус.] (Р.: конюх; И.: groom, stableman; T.: seyis) и. һөйл.
Ат ҡараусы. □ Конюх. ■ Үтә һаҡ бригадирҙың һуҙенә ҡолаҡ һалманылар, икенсе көн правление ултырышында Иртөбәков бригадаһына Фәхри конюх итеп билдәләнде. Б. Бикбай. Ятһам, торһам уйлай куңел, яҙғы сәсеу ваҡытын. Ат ҡараусылар — конюхтар, яҡшы ҡараһын атын. Картотека фондынан. [Бибеш:] Еҙнәң уҙ малын, уҙ эшен онот-то. Конюх булғандан бирле дөйөм кәртәнән ҡайтмай. 3. Биишева.
КОНЮШНЯ [рус.] и. ҡар. атлыҡса 1. И Аяғы шешеуенең сәбәбе — ат типкән-лектән. Ләкин, конюшнялағы дневальныйҙан башҡа берәу ҙә курмәгән, уға ышанмағандар. А. Таһиров. Ғөбәйҙулла элекке емерек конюшнянан урҙәрәк ап-аҡ булып ултырған оҙон һарайҙарға курһәтте. Р. Солтангәрәев. Колхоз конюшнялары эргәһендә походный кухнялар тора. Б. Дим.
КООПЕРАТИВ I [рус.] (Р: кооператив; И.: cooperative society; T: kooperatif) и.
Ағза булып инеүселәрҙең әйләнештәге аҡса, сеймал һәм башҡа байлыҡтарын берләштереү нигеҙендә ойошторолған хужалыҡ. □ Кооператив (организация, основанная на принципе объединения средств её членов). Торлаҡ кооперативы. Төҙөлөш кооперативы. Гараж кооперативы. Ауыл хужалығы кооперативы. И «Хәҙерге көндә Совет шарттары менән ризалашырға мәжбурбеҙ, идараларға, кооперативтарға, мәмләкәттең иҡтисади һәм мәҙәни учреждениеларына инегеҙ, әлкәбеҙҙең идараһы ғәмәлдә уҙ ҡулыбыҙҙа ҡал
һын. Иң ҙур етешһеҙлегебеҙ — наҙанлыҡ. Унан ҡотолорға тырышайыҡ», — тинем. Ә.-З. Вәлиди. Икенсе көндө иртә менән ук кооперативтың тауарҙарын тикшереу башланды. Ғ. Хәйри. [Иштуған:] Тимербай ағайҙың кесе ҡыҙы Сәмиғәне, Мраковка кооперативына йөрөтөп, һатыу эшенә өйрәтеп алдыҡ. 3. Биишева.
КООПЕРАТИВ II (Р: кооперативный; И.: cooperative; T.: kooperatif) с.
Күмәк кешенең хеҙмәтенә йәки ҡатнашлығына нигеҙләнгән. □ Кооперативный. Кооператив магазин. Кооператив ойошма. Кооператив милек. Кооператив сәнәғәт. ■ Иртәгеһенә Хаммат ауыл активы менән осрашты, .. мәктәпте, кооператив магазин өсөн ҡулайлаштырылған келәтте ҡарап йөрөнө. 3. Биишева.
КООПЕРАТИВЛАШТЫРЫУ (кооперативлаштыр-) (Р: кооперировать; И.: organize into a co-operative society; T: kooperatif-leştirmek) ҡ.
Кооперативҡа ойоштороу. □ Кооперировать. // Кооперирование. Ауыл хужалығын кооперативлаштырыу. Етештереуҙе кооперативлаштырыу. Кооперативлаштырып ҡороу.
КООПЕРАТИВЛАШЫУ (кооперативлаш-) (Р: кооперироваться; И.: co-operate; Т: kooperatifleşmek) ҡ.
Кооперативҡа (I) ойошоу. □ Кооперироваться. // Кооперирование. Кооперативлашыуҙың иҡтисади өҫтөнлөктәре. Тауар етештереуселәрҙең кооперативлашыры.
Кооперативлаша башлау. Кооперативлашыу мәсьәләһен кутәреу.
КООПЕРАТОР [рус.] (Р: кооператор; И.: co-operator; T.: kooperatifçi) и.
Кооперативта эшләгән кеше. □ Кооператор. ■ Теге кеше, Гарифуллин тигән кооператор, ауылда эшләй икән. С. Агиш.
КООПЕРАЦИЯ [рус. < лат. cooperatio ‘хеҙмәттәшлек’] (Р: кооперация; И.: co-operation; T.: iş ortaklığı) и.
Хеҙмәт ойоштороуҙың үҙ-ара бәйле булған төрлө эште күмәк кешенең бергәләшеп башҡарыуына нигеҙләнгән бер формаһы. □ Кооперация / Кооперативный. Коопера
586