Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 588


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КООРДИНАЦИЯЛЫ
коллективтарының эшен координациялау. Дәуләт пландарын координациялау. ■ [Заһитов:] Юҡ, мин планды тубәндәге ойошмалар менән координациялап төҙөу, урман хужалығына зыян килтермәгән реаль план хаҡында һөйләйем. Н. Мусин.
КООРДИНАЦИЯЛЫ (Р.: координированный; И.: co-orolinate(d); T.: düzenleşik) с.
Координацияланған, координацияға нигеҙләнгән. □ Координированный. Координациялы эш. Координациялы проекттар. Координациялы уҙгәреш.
КОПАЛ [рус. < исп. copal] (Р.: копал; И.: copal; T.: kopal) и.
Һары йәки ҡоңғорт төҫтәге ҡаты ҡаҙылдыҡ сайыр (лак яһау өсөн ҡулланыла). □ Копал. Копал сайыры. Төҫһөҙ копал. Каҙылдыҡ копал.
КОПЁР [рус. < пол. kaper< нем.] (Р: копер; И.: pile driver; T.: kazık çakan makine) u.
1. Ҡаты урынға, тәрәнгә свай ҡаға торған ҡулайлама; ҡаҡҡыс. □ Копёр (устройство для вбивания свай в твёрдый грунт или на большую глубину). Копёр менән ҡағыу. Маятниклы копёр. Пар копёры.
2. Күтәргес машинаны урынлаштырыу өсөн шахта ауыҙына ҡуйылған ҡоролма.
□ Копёр (сооружение над шахтой для установки подъёмника). И Киҫелгән ҡайындар урынына шахта тапҡырында приискыла тәуге ҙур копёр ҡуйылды. Я. Хамматов.
КОПИ [рус.] (Р: копи; И.: mines; T.: lağım) и. иҫк.
Таш күмер йәки тоҙ руднигы, карьеры.
□ Копи. Ташландыҡ копи. Таш кумер копийы.
КОПИЛКА [рус.] (Р: копилка; И.: piggy bank; T: kumbara) и.
Әҙләп аҡса йыйыу өсөн тотола торған тар ғына ауыҙлы ябыҡ һауыт. □ Копилка. Копилкаға аҡса һалыу. Копилкаға йыйып барыу. Копилканан алыу.
КОПИРАЙТ [рус. < ингл. copyright < to copy ‘нөсхәһен эшләү’ + right ‘хоҡуҡ’] (Р: копирайт; И.: copyright; T: telif hakkı) и.
1. Ниндәйҙер әҫәрҙе ҡайтанан баҫтырып сығарыуға ҡанун менән бирелгән авторлыҡ хоҡуғы. □ Копирайт (авторское право).
Копирайт тураһында ҡарар. Копирайт ҡанундары.
2. Шул хоҡуҡҡа эйә булыусыны күрһәткән махсус тамға. □ Копирайт (специальный знак охраны авторского права). Китапты копирайт менән билдәләу. Копирайт ҡуйылған баҫма. Копирайт тамғаһы.
КОПИРКА [рус.] и. ҡар. копировка. Копирка менән кусермә яһау. Копирка һалып яҙыу.
КОПИРОВКА [рус.] (Р: копировка; И.: carbon paper; T: karbon kağıdı) и. һөйл.
Яҙыу йәки һыҙманың нөсхәһен төшөрөү өсөн ҡулланыла торған махсус ҡағыҙ. □ Копировка. Копировка ҡағыҙы. Копировка менән кусермә яһау. Копировка һалып яҙыу.
КОПИЯ [рус. < лат. copia ‘күплек’] и. ҡар. күсермә. ■ Был ватман киҫәгенең икенсе копияһы ла булырға тейеш. Д. Бүләков. Тағы сауҙа бәйләнеше, әсирҙәр алышыу, аманат бирешеу хаҡындағы пункттары ла булған был грамотаның төркисә копияһы төҙөлә. Ғ. Хөсәйенов. [Рота писары] беҙгә арматура списоктары бирҙе. Кулдарыбыҙға приказ копияларын тотторҙо. Д. Юлтый.
КОПИЯСЫ (Р: копировщик; И.: copyist; T: kopyacı) и.
Ниҙеңдер нөсхәһен яһаусы оҫта. □ Копировщик. Нөсхәне копиясынан яһатыу. Рәсемдәр копиясыһы. Оҫта копиясы.
КОПИЯ ЯҺАУ (копия яһа-) (Р: делать копию; И.: facsimile; T: kopyalamak) ҡ.
Төп нөсхәнән үҙгәртмәйенсә күсермәһен яһау. □ Делать копию, копировать. Дипломдың копияһын яһау. Чертёждың копияһын яһау. Тыуыу танытмаһының копияһын яһау. Ксерокс аша копия яһау. Ике дана копия яһау.
КОПРА [рус. < малай < порт. copra] (Р: копра; И.: copra; T: kurutulmuş Hindistan cevizi içi) и.
Кокос сәтләүегенең кокос майы алына торған йомшаҡ итләс өлөшө. □ Копра. Копра төпрәһе. Копранан май һығыу. Я Соломон утрауҙарында ирҙәр был ерҙәрҙең төп байлығы булған копраны киптерә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010.
588