Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 589


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОРДОН
КОПРОГРАММА [рус. < ингл. coprog-гатта\ (Р.: копрограмма; И.: dung analysis; T.: dışkı tahlili) и. мед.
Тиҙәкте тикшереүҙән алынған мәғлүмәт. □ Копрограмма. Копрограмманы тикшереу. Копрограмма буйынса билдәләу. Диагнозды копрограмма буйынса ҡуйыу.
КОПРОФАГИЯ [рус. < гр. kopro ‘тиҙәк’ + phagein ‘ашау’] (Р: копрофагия; И.: сор-rogphagy; T: kaprofaji; dışkı yeme) и. мед.
Шизофрения, идиотизм менән сирләгән кешеләр араһында тиҙәк һәм башҡа имәнес нәмәләрҙе ашауға ынтылыш. □ Копрофагия. Копрофагия диагнозын ҡуйыу.
КОПУЛЯЦИЯ [рус. < лат. copulatio ‘ҡушылыу’] (Р: копуляция; И.: copulation; Т: çiftleşme) и.
1. биол. Иң ябай организмдарҙың енси процесс формаһы: күҙәнәк һәм гамет цитоплазмаһының ҡушылыуы. □ Копуляция (слияние двух половых клеток у низших организмов). Копуляция процесы. Копуляция-ны микроскоп аша куҙәтеу.
2. кит. Ике заттың енси мөнәсәбәткә инеүе. □ Копуляция (совокупление). Копуля-цияға инеу. Копуляция һөҙөмтәһе. Копуляция нигеҙендә. Тыйылған копуляция.
КОРАБЛЬ [рус.] и. ҡар. карап.
КОРАЛЛ [рус. < гр. korallion] (Р: коралл; И.: coral; T: mercan) и.
Мәрйен. □ Коралл. И Йөрәктауҙа ташка әуерелгән бик куп ҡабырсаҡтар, дицгеҙ ләләләре, коралдар һәм башҡа дицгеҙ хайуандары ҡалдығы осрай. Картотека фондынан.
КОРАМЫШ с. диал. ҡар. шуҡ.
КОРВЕТ [рус. < фр. corvette] (Р: корвет; И.: corvette; T: korvet) и. дицг.
1. XVIII—XIX быуаттарҙағы өс мачталы елкәнле хәрби карап. □ Корвет (трёхмачтовый военный морской корабль). Француздар корветы. Елкәнле корвет.
2. Икенсе бөтә донъя һуғышы осоронда инглиздәр тарафынан һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы ҡулланылған һаҡсы карап. □ Корвет (сторожевой корабль в британском и американском флотах). Һаҡта тороусы корвет. Корвет матросы. Корвет капитаны.
КОРДА [рус. < фр. corde ‘бау’] (Р: корда; И.: lunge; T: hamle) и.
Уртала торған ерҙән түңәрәк буйынса йөрөтөп, ат өйрәткәндә ҡулланылған оҙон теҙген. □ Корда. Тайҙы еккегә корда менән өйрәтеу.
КОРДЕБАЛЕТ [рус. < фр. corps de ballet] (Р: кордебалет; И.: corps de ballet; T.: kordöbale) и.
Балеттағы күмәк бейеүҙе башҡарған артистар. □ Кордебалет. Кордебалетта бейеу-се. Кордебалет солисы.
КОРДОН [рус. < фр. cordon] (Р: кордон; И.: cordon; T.: kordon) и.
1. Сик буйындағы ҙур булмаған пост, һаҡ. □ Кордон (пограничный или заградительный отряд). Кордон ҡуйыу. ■ Таратылды мөғәллимдәр курсы, уҡылғаны инде етерлек. Юл бар, имеш, уҫал казактарҙың кордонына теймәй утерлек. М. Кәримов. Егеттәр Арыҫландың бөтә ҡушҡанын тыңлайҙар, ул ҡушҡан нәубәт буйынса ям сабалар, кордонға ҡарауылға барыу кеуек сиреу хеҙмәте утәйҙәр. Ғ. Ибраһимов. Унда полиция кордоны тора, эшселәрҙе уткәрмәҫкә ҡамсы һелтәйҙәр. Д. Юлтый. Йылғаның ике яғында Австрия менән Рәсәй араһындағы сикте һаҡлау ғәскәрҙәренең кордондары, казармалары, ат һарайҙары, уларҙың тәҙрәләре ватылған, ишектәре асыҡ, тирә-йундәрендә ҡағыҙҙар, һаламдар туҙҙырылған. А. Таһиров.
2. Сик буйындағы йәки урмандағы һаҡ торған ер. □ Кордон (местопребывание какой-л. охраны). Кордонда эшләу. Урман кордоны. ■ Беҙ кордонда торабыҙ. Кеше әҙ, бөтәһе лә урмансы. Н. Мусин. Ферма һыйырҙарын да кордонға сығарғандар. Т. Ғарипова. Ә ҡурайсы һәм йырсы Буранбай, өңөнә инеп йәшеренгән иң аҡтыҡ мәхлуктәй, халҡынан айырылып, кордонда уҙ теләге менән йәшәй. Я. Хамматов. Мозафар ағай колхоз өсөн бик ауырлыҡ менән юллап алған бурәнәләрҙе ҡайҙан, ҡасан сығарыу хаҡында һөйләшергә тип, төндә кордонға сығып киткән. Ш. Бикҡолов.
3. Сик буйы. □ Кордон (граница, рубеж). Таможня кордоны. Кордонда хеҙмәт итеу. И Мишәрҙәр — йәнәһе, йомошлолар,
589