Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 590


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОРДОНСЫ
аҡ батшаның тоғро хеҙмәтселәре. Ылау ҡы-уыуғамы — улар, кордон хеҙмәтеме — улар. Ғ. Хөсәйенов.
КОРДОНСЫ (Р.: служащий кордона; И.: cordon guard; T.: kordon işçisi) и.
Кордон хеҙмәткәре. □ Служащий кордона. Кордонсы булып хеҙмәт итеу. Кордонсы-лар төркөмө.
КОРЕЙ и. этн. ҡар. кореялы. Корей халҡы фольклоры. Корей бейеуе. Корей халҡының аш-һыуы. Корей машинаһы.
КОРЕЙКА [рус.] (Р.: корейка; И.: brisket; T.: döş eti) и.
Сусҡа йәки быҙауҙың түш ите һәм шул иттән бешерелгән аҙыҡ. □ Корейка. Корейка рецебы. Корейка бешереу. Сусҡа корейкаһы.
КОРЕЙСА (Р: по-корейски; И.: in Korean; T.: Korece) 77.
1. Корей телендә. □ По-корейски. Корейса һөйләшеу.
2. Корей халҡына хас рәүештә. □ По-корейски, как корейцы. Корейса кейенеу.
КОРЕЯЛЫ (Р: кореец; И.: Korean; Т.: Koreli) и. этн.
Кореяла йәшәүсе милләт кешеһе. □ Кореец. Кореялылар менән осрашыу. Кореялы-лар бейеуе.
КОРИДОР [рус. < лат. currere ‘йүгереү’] (Р.: коридор; И.: corridor; T.: koridor) и.
1. Йорттоң, бинаның айырым өлөштәрен, фатир бүлмәләрен тоташтырған оҙон аралыҡ. □ Коридор (проход, соединяющий отдельные части здания). Тар коридор. Институт коридоры. Коридор буйлап атлау. ■ Өҫкә ҡаттағы коридорға менеу менән мине Наилә ҡаршы алды. С. Агиш. Айтуғанов, ике ҡулын да артына ҡуйып, коридорҙың әле бер, әле икенсе башына атланы. Р. Ғабдрахманов. Ул уны, аҫҡы ҡаттан менгәс, тар ғына һуҙылған коридор буйынса етәкләне. Ғ. Хәйри.
2. Ике яҡтан ҡыҫылған тар ара. □ Коридор (пространство, проход, ограниченные с обеих сторон). Тауҙар коридоры. Һауа коридоры. ■ Эзбизташ өйөмдәренең тар коридорынан һаҡлыҡ менән генә утеп, улар яңынан иркенгә килеп сыҡтылар. Картотека фондынан. Унда, юғарыла, өҫкә ауырҙай булып йылғаның ике яғынан теҙелешеп киткән
ҡая тауҙар коридорының буйынан-буйына төҫһөҙләнә барған кук йөҙө яҫтыҡ-яҫтыҡ ҡара көрәнһыу болоттарҙы ҡыуалай ине. Д. Бүләков.
КОРИДОРЛАП (Р: по коридору; И.: along the corridor; T.: koridor boyunca) p.
Коридор буйлап. □ По коридору, вдоль коридора. Коридорлап йөрөу. Коридорлап ҡуйыу. Коридорлап барып сығыу. Коридорлап баҫтырып ҡуйыу.
КОРИДОРЛАУ (коридорла-) (Р: образовать коридор; И.: form a corridor; T.: koridor yapmak) ҡ.
Коридор яһау. □ Образовать коридор. Офисты коридорлау. Коридорлап алыу. Коридорлап эшләу.
КОРИДОР СИСТЕМАҺЫ (Р: коридорная система; И.: corridor system; T.: koridor sistemi) и.
Бүлмәләрҙең ишеген дөйөм бер коридорға сығарып төҙөү ысулы. □ Коридорная система.
КОРИФЕЙ [рус. < гр. koryphaios ‘юлбашсы’] (Р: корифей; И.: coryphaeus; T.: koro şefi) и.
1. Боронғо грек трагедияһындағы хор етәксеһе. □ Корифей (руководитель хора).
2. юғары. Ниндәйҙер әлкәлә ҙур эш күрһәткән күренекле эшмәкәр. □ Корифей (выдающийся деятель на каком-л. поприще). Фән корифейҙары. Әҙәбиәт корифейы. Башҡорт сәнғәте корифейы. И Башҡорт театрының корифейҙары менән бер рәттән ул да [Ғата Сөләймәнов] сәхнәлә уйнай. Р. Шәкүр.
КОРИФЕЙҘАРСА (Р: по-корифейски; И.: like the leading figure; T.: ustalar gibi) 7?.
Корифейҙарға хас рәүештә, корифейҙар Фымаҡ. □ По-корифейски, как корифеи. Ул корифейҙарса ҡылана. Үҙен корифейҙарса тота.
КОРНЕТ I [рус. < фр. comette} (Р: корнет; И.: cornet; T.: kornet) и. хәрби.
Ҡайһы бер илдәрҙең кавалерия һәм сик һаҡлау ғәскәрендәге иң бәләкәй офицер дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Корнет (офицерский чин). ■ Хиуа ханлығында тотҡонлоҡта йәшәгән корнет Аитов менән дурт йөҙ ун алты урыҫты Рәсәйгә ҡай
590