КОРОНКА
тарырға мөмкинлек тыуҙы. Я. Хамматов. 12-се улан кавалерия полкынан бер йәш корнетты .. хәрби судҡа биргәндәр. А. Таһиров.
КОРНЕТ II [рус. < фр. comet ‘борғо’] (Р.: корнет; И.: cornet-â-pistons; T: kornet) и. му з.
Борғоға оҡшаш еҙ тынлы музыка ҡоралы.
□ Корнет (музыкальный инструмент). Корнетта уйнау. Корнет тауышы.
КОРОБКА [рус.] (Р: коробка; И.: box; Т: kutu) и.
1. Ҡумта. □ Коробка. ■ Кайныц былай тип әйтте: төпкә, склад яғына кергәс тә һул'ҡулда бер йәшник бар, шунда коробкаһы менән туфли һалғанмын, тине. Н. Мусин. Консерва һауыттары, папирос коробкалары ҡалдырғандар, күрәһец, беҙҙән элек кенә беҙҙец ише кешеләр бында булып киткәндәр. Д. Юлтый.
2. Бинаның һөлдәһе. □ Коробка.
КОРОЛДӘРСӘ (Р: по-королевски; И.: in kingly manner; T: krallar gibi) p.
Король һымаҡ, королдәргә хас рәүештә.
□ По-королевски. Ул королдәрсә йәшәй. Үҙен королдәрсә тота. Королдәрсә ҡылана.
КОРОЛЕВА [рус.] (Р: королева; И.: queen; T: kraliçe) и.
1. Ҡатын-ҡыҙ затынан булған король.
□ Королева (правитель). Англия королеваһы. ■ Лондонда Төркиәнец күренекле илсеһе Хөсәйен Рәғип Бей менән бергә королева Елизаветаныц Букингем һарайында ойошторған банкетына барғандағы кеуек, был банкетҡа ла бәғзе рус министрҙары ла килгәнлектән, прокаттан башыма цилиндр, әҫтәмә редингот алып кейергә тура килде. Ә.-З. Вәлиди.
2. Король ҡатыны. □ Королева (жена короля). ■ [Гөлниса:] Ә бына уҙецде был тормошта королева итеп тоям тиһәц, королһеҙ ярамай! Т. Ғарипова.
3. кусм. Һоҡланғыс матур ҡатын-ҡыҙ.
□ Королева (красоты). Гузәллек королеваһы.
4. кусм. Ниндәйҙер әлкәлә юғары һәләткә эйә булған ҡатын. □ Королева (лучшая среди других). Бейеу королеваһы.
5. ҡар. ферзь.
КОРОЛЛЕК (короллеге) (Р: королевство; И.: kingdom; T: krallık) и.
Башында король торған ил, дәүләт. □ Королевство. Шведтар короллеге.
КОРОЛЬ [рус.] (Р: король; И.: king; Т: kral) и.
1. Ҡайһы бер илдәрҙәге батша титулы һәм шул титулдағы кеше. □ Король (титул монарха). ■ Шулай уҡ мадьяр королдәре лә, сығыштары төрөк булһа ла, һуцыраҡ мадьяр-у гор теленә кускән. Ә.-З. Вәлиди. [Ленин:] Георгий Васильевич, имам Йәғәфәрҙе әйтәм, ул, һәр хәлдә, Европаныц ҡайһы бер королдәренән һәм Америка президентынан аҡыллыраҡ булып сыҡты! Н. Асанбаев. Йылҡыларҙа — өйөр айғыры, кустә — ҡорт инәһе, ҡырмыҫҡаларҙа — иләу башлығы, кешеләр өсөн — батша, президент, император, хан, король... Н. Мусин.
2. кусм. Билдәле бер сәнәғәт йәки сауҙа әлкәһендә өҫтөнлөк тотҡан эре эшҡыуар.
□ Король (монополист в какой-л. отрасли промышленности или торговли). Автомобиль короле. Нефть короле. ■ Кешеләр ҙә, Кәли исемен ташлап, «Аттар короле Кәли» тип йөрөтә башланылар. И. Насыри.
3. Шахмат уйынындағы төп фигура.
□ Король (шахматная фигура). Король менән йөрөу. Королгә мат ҡуйыу.
4. Туздан ҡала икенсе урында торған кәрт.
□ Король (в карточной игре). Уйын король. Король менән йөрөу. Бубий король.
КОРОНКА [рус.] (Р: коронка; И.: crown; T: kuron) и.
1. Тештең күренеп торған тышҡы өлөшө.
□ Коронка (наружная часть зуба). Коронканы һаҡлап ҡалыу. Кариеслы коронка.
' 2. Тешкә кейҙереп ҡуйылған көп. □ Коронка (металлический колпачок, надеваемый на зуб с целью его сохранения). Көмөш коронка. Коронка ҡуйҙырыу. Алтын коронка. И [Мәймунәнец] бармаҡтарында — алтын йөҙөктәр, беләктә — алтын сәғәт, ҡупшылыҡ артынан ҡыуыптыр инде, кәрәкмәһә лә өҫкө ике сикә тешенә кейҙерткән алтын коронкалар көлгән сағында матур ялтырап китәләр. Б. Бикбай.
3. тех. Ер бырауының башына ҡуйылған түңәрәк ҡулса рәүешендәге киҫкес. □ Коронка (венчик, ободок режущих частей бу-
591