КОРПОРАЦИЯ
ра). Алмас коронка. ■ Нормаль диаметрлы скважиналарҙы быраулау һәм вышка монтажлауҙы механизациялау артабан дауам ителде, алмас һәм ҡаты металдан эшләнгән бырауҙар һәм коронкалар һыналды. Картотека фондынан.
КОРПОРАЦИЯ [рус. < лат. corporatio "берләшмә’] (Р.: корпорация; И.: corporation; T.: kurum) и.
Айырым бер ҡатлам йәки профессия кешеләренең дөйөм бер мәнфәғәт нигеҙендә ойошҡан төркөмө. □ Корпорация. Нефть корпорацияһы. Корпорацияға инеу. Эре корпорациялар. ■ /Әхмәт:/ Ана, Европа илдәре... Һәр ҡайһыһында король, премьер-министр, парламент! Корпорациялар, синдикаттар, трестар! Н. Асанбаев. [Харис] куцелле итеп көлөп алды, унан яцы ҡатыныныц төҙөлөш корпорацияһы тураһында һөйләп алып китте. Г. Ғиззәтуллина.
КОРПУС [рус. < лат. corpus "есем’] (Р: корпус; И.: frame; case; body; T.: gövde) и.
1. Машина һәм механизмдарҙың бөтә өлөшөн йыйып, нығытып, көнләп торған нигеҙ, терәк өлөш. □ Корпус (основа, остов или оболочка механизмов, приборов, аппаратов). Кер йыуыу машинаһыныц корпусы. Трактор корпусы. Умартаныц өҫкө корпусы. Сәғәт корпусы. И Арыраҡ, арт тәгәрмәстәре булмағанлыҡтан, ергә батҡан төҫлө куренгән иҫке трактор корпустары нисек етте шулай һерәйеп ултыра. Ә. Вәли. Блок сынйырҙарға эләктерелгән ауыр суйын паровоз корпусы, аҡрын ғына ятҡан урынынан ҡуҙғалып, ургә кутәрелә башланы. Ғ. Дәүләтшин. Трактор, хәҙер осорға әҙерләнеп талпына торған ҙур бөркөттәй, бөтә корпусын һелкетеп, ҡуҙғалып китергә ишара яһаны. И. Насыри.
2. Судноның тышҡы көбө. □ Корпус (остов судна со всей наружной обшивкой). Kapan корпусы. Һыу аҫты кәмәһенец корпусы.
3. Бергә урынлашҡан бер нисә йорт-бинаның береһе йәки бер нисә өлөштән торған ҙур йорттоң бер өлөшө. □ Корпус (отдельное здание в ряду однотипных). Институттыр беренсе корпусы. Дурт корпуслы больница. Йорттоц алғы корпусы. Ятаҡхана
корпусы. ■ Яцы корпус ваҡытынан алда һалынып бөттө. Картотека фондынан. [Директор: ] Инде корпусты ҡарап, уҡыу, йәшәу шарттары менән танышып сыға алаһығыҙ. Ә инде каникул тамамланыу менән — уҡырға! Т. Ғарипова. Минец куҙ алдыма киц һәм төҙ урамдар һуҙыла, уларҙыц ике яғынан бейек, матур һәм мөһабәт йорттар теҙелгәндәр, завод корпустары һәм уларҙыц манаралай торбалары кутәрелә. Ғ. Әмири.
4. хәрби. Бер нисә дивизия йәки бригаданан торған ҙур хәрби берекмә. □ Корпус (крупное войсковое соединение). Атлы корпус. Пехота корпусы. Корпус командиры. ■ Полковник Шайморатов корпус штабына килеп ингәндә, төн ине инде. Ә. Ихсан. Иртәгеһе көндө полк командиры майор Лачинды корпус штабындағы кәцәшмәгә оҙатҡас, Буранбай Иәнтурәне аулаҡ урынға алып барҙы. Я. Хамматов.
5. Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә төрлө махсус хәрби административ берекмә. □ Корпус (военно-административное объединение войск специального назначения). Жандармдар корпусы. Хәрби топографтар корпусы. И Беҙ башҡорт һәм ҡаҙаҡ ғәскәренән айырым башҡорт-ҡаҙаҡ корпусы булдырырға һәм был ғәскәрҙец сардары итеп батша армияһында уҫеп сыҡҡан генерал Ишбулатовты тәғәйенләргә уйлай инек. Ә.-З. Вәлиди.
6. Рәсми йәки хеҙмәт дәрәжәһе менән берҙәй булған кешеләр төркөмө. □ Корпус (совокупность лиц одной специальности, какого-л. одного официального или служебного положения). Дипломатик корпус. Офицерҙар корпусы.
7. Ҡайһы бер ябыҡ хәрби урта мәктәптәр исемендә ҡулланылған һүҙ. □ Корпус (е составе названий средних военно-учебных закрытых заведений). Кадеттар корпусы. ■ Шәрғиә уны Ырымбурҙа кадеттар корпусында уҡыған уҫмер сағынан уҡ белә. Ә. Хәкимов. Суҡынмыш татар мырҙаһы шулай ата-бабаһының биләм ерҙәрен тотоп ҡалған, халыҡ ҡуҙғалыштарын баҫтырып, Иҙел буйҙарында йәнә яцы биләмдәр алған. Аҙаҡ ниндәйҙер кадет корпусындамы уҡыған,
592