КОРРЕКЦИЯЛАУ
ция яһау. Психологик коррекция. Лазер коррекцияһы. Хаҡтар коррекцияһы. Коррекция уҙәге.
2. тех. Үлсәү приборҙарын, регуляторҙарҙы һ. б. ҡулланыу шарттарының үҙгәре-үенә ҡарап, уларҙың эш-хәрәкәтенә төҙәтмәләр индереү. □ Коррекция. Коррекция яһау. Коррекция уткәреу. Вольтметр шкалаһына коррекция яһау. Коррекция шкалаһы.
КОРРЕКЦИЯЛАУ (коррекцияла-) (Р.: корректировать; И.: correct; adjust; T.: düzeltmek) и. махс.
Коррекция яһау. □ Корректировать, делать коррекцию, произвести коррекцию. Траекторияны коррекциялау. Коррекциялау операцияһы. Баланыц телмәрен коррекциялау.
КОРРЕЛЯТИВ (Р: коррелятивный; И.: correlative; T.: korelasyon) с.
Нимә менән дә булһа корреляцияла булған. □ Коррелятивный. Коррелятив төшөнсәләр. Коррелятив антонимдар. Коррелятив парҙар.
КОРРЕЛЯЦИОН с. ҡар. корреляциялы. Корреляцион анализ. Корреляцион матрица. Корреляцион бәйләнеш. Корреляцион нисбәт.
КОРРЕЛЯЦИЯ [рус. < лат. correlatio] (Р: корреляция; И.: correlation; T.: korelasyon) и. кит.
Төрлө нәмә, төшөнсә йәки күренештең үҙ-ара бәйләнеше, үҙ-ара мөнәсәбәте. □ Корреляция. Өндәр корреляцияһы. Корреляция законы. Корреляция ысулын ҡулланыу. Корреляция таблицаһы. Корреляция функцияһы. Корреляция анализы.
КОРРЕЛЯЦИЯЛЫ (Р: корреляционный; И.: correlated; T: korelasyonlü) с.
Мөнәсәбәттәш, нисбәттәш. □ Корреляционный. Корреляциялы мөнәсәбәттәр. Корреляциялы бәйләнеш.
КОРРЕСПОНДЕНТ [рус. < фр. correspondent < лат. corresponded] (Р: корреспондент; И.: correspondent; T: muhabir) и.
1. Кем менәндер хат алышып, яҙышып торған кеше. □ Корреспондент (тот, кто находится в переписке). Корреспонденттар менән хатлашыу. Корреспонденттан хат алыу. Корреспондентҡа яуап яҙыу.
2. Ваҡытлы матбуғат, радио, телевидениеның урындарҙан хәбәр ебәреп торған хеҙмәткәре; хәбәрсе. □ Корреспондент (сотрудник газеты или журнала). «Башҡортостан» гәзите корреспонденты. Штаттан тыш корреспондент. Корреспондент мәғлумәттәре. ■ Бәғзе корреспонденттар, ялған дан артынан ҡыуып, алдаҡ юлдарға баҫалар, шапырыналар, баш китмәле факттар бирергә тырышалар, шуның менән улар уҙҙәрен беренсе журналист итеп курһәтергә маташалар. Д. Бүләков. Тураһын әйткәндә, матбаға эшем еңелдән тугел. Асылда, уҙем ук корреспондент, уҙем ук сәркәтип вә мөхәррир, линотипист вә нәшер, таратышыр әҙәм. Ғ. Хөсәйенов.
3. фин. Башҡа банкының финанс эштәрен башҡарыусы. □ Корреспондент (лицо или учреждение, выполняющее в данном регионе финансовые, коммерческие поручения другого лица или учреждения). Банк корреспонденты.
КОРРЕСПОНДЕНТЛЫҠ (корреспон-дентлығы) (Р: деятельность корреспондента; И.: reporter’s activity; T: muhabirlik) и.
Корреспондент хеҙмәте, вазифаһы. □ Деятельность, связанная с профессией корреспондента. Корреспондентлыҡҡа өйрә-неу. Корреспондентлыҡ хеҙмәте.
КОРРЕСПОНДЕНЦИЯ [рус. < лат. сог-respondentia] (Р: корреспонденция; И.: correspondence; T.: mektuplar) и.
1. йыйн. Почта аша йөрөгән хат һәм төрлө яҙма. □ Корреспонденция (почтовая переписка). Корреспонденцияларға яуап ҡайтарыу. Корреспонденцияны ҡабул итеу.
■ Почтальон газета-журнал ғына таратып ҡалмай, кешеләргә пенсия, пособие һәм башҡа корреспонденциялар ҙа тапшыра. Картотека фондынан.
2. Ваҡытлы матбуғат, телевидение, радиоға урындағы корреспонденттарҙан килгән хат. □ Корреспонденция (сообщения с мест, присланные в редакцию корреспондентом). Редакцияның корреспонденция булеге. Корреспонденция авторын курһәтмәу.
■ Информация менән корреспонденцияның оҡшашлығы шунда: уларҙың икеһенең дә нигеҙендә бер йәки бер нисә факт ята. Кар
594