Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 596


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОРТ
егеттең аҫылы өсөн ҡыҙғанырға ярамаҫ, — тине Фатима Дибаева, корсет менән ҡор-шауланған ҡарт кәуҙәһен курһәтергә тырышып, янбаштарын уйнатып, йәшерелгән вареньеларын алырға китте. А. Таһиров.
2. мед. Имгәнгән умыртҡа һөйәген турайтып тоттороу өсөн кәүҙәгә кейә торған бандаж. □ Корсет (жёсткий лечебный бандаж). Гипслы корсет. Ортопедия корсеты. Муйын корсеты. Эластик корсет.
КОРТ [рус. < ингл. court 'ихата’] (Р.: корт; И.: (tennis) court; T: kort) и. спорт.
Теннис уйнай торған майҙан. □ Корт. Үләнле корт. Яһалма япмалы корт. Каты япмалы корт. Ябыҡ корт. Асыҡ корт. Кортта уйнау.
КОРТЕЖ [рус. < фр. cortege] (Р.: кортеж; И.: procession; cortege; T: kortej) и.
Тантаналы процессия. □ Кортеж. Матәм кортежы. Машиналар кортежы. Туй кортежы. Президент кортежы. ■ Семён Картавин йәштәрҙе никах йортона алып барыусы машиналар кортежы ойоштороуҙы уҙ өҫтөнә алды. Б. Рафиҡов. Кәберлеккә ҡарай кортеж китте, һәм ҡатын да уға эйәрҙе. М. Кәрим.
КОРТИК (кортигы) [рус. < фарс.
'бысаҡ’] (Р: кортик; И.: dirk; T: kısa kılıç) и.
Ғәҙәттә, диңгеҙ һәм һауа флоты офицерҙары йөрөтә торған ҡыҫҡа һаплы хәнйәр рәүешендәге һалҡын ҡорал. □ Кортик. Көмөш һаплы кортик. Капитан кортигы. Адмирал кортигы.
КОРУНД [рус. < нем. Korund] (Р: корунд; И.: corundum; T: korindon) и. мин.
Иң ҡаты минералдарҙың береһе, уның төрҙәренә ҡыҙыл, һары, зәңгәр яҡуттар инә. □ Корунд. / Корундовый. Корунд ятҡылыҡтары. Яһалма корунд. Корунд энә.
КОРЯК (Р: коряк; И.: Koryak; Т: Koryak) и. этн.
Камчатка өлкәһендәге Коряк автономиялы округының төп халҡы һәм шул халыҡтың кешеһе (палеоазиат телдәренең береһендә һөйләшә). □ Коряк. / Коряцкий. Коряк бейеуе. Коряк егете. Коряк фольклоры.
КОСЕКАНС [рус. < лат. со 'бергә’ + secans 'киҫеүсе’] (Р: косеканс; И.: cosecant; Т: kosekant) и. мат.
Тригонометрик функцияларҙың береһе — өҫтәмә мөйөш секансы. □ Косеканс. Секанс буйынса косекансты хисаплау. Бирелгән мөйөштөң косекансын табыу. Косеканс функцияһы.
КОСИЛКА [рус.] (Р: косилка; И.: mowing machine, mower; T: orak makinesi) u. a. x.
Бесән саба торған машина; сапҡыс. □ Косилка. Ат косилкаһы. Трактор косилкаһы. И Хәҙер эштәре бөткән сәскестәр, тырмалар — бөтә ҡорамалдар иң төптә, уларға етә елгәргестәр, урғыстар һәм иң алдынғы урында бесән саба торған косилкалар, бесән йыйғыстар, ҡул тырмалары тора. Ғ. Дәүләтшин. Йыраҡта, Дим аръяғында, косилканың тигеҙ генә келтерләуе ҡолаҡҡа салына, урҙә лә, тубәндә лә ял итеуселәрҙең шатлыҡлы ауаздарынан йылға өҫтө яңғырап тора. Д. Бүләков. Эшселәр иртәнге саф һауала трактор, косилка, тырма тауыштарын яңғыратып эшкә киттеләр. А. Таһиров.
КОСИНУС [рус. < лат. со(п) 'бергә’ + sinus 'кәкрелек’] (Р: косинус; И.: cosine; Т: kosinüs) и. мат.
Тригонометрик функцияларҙың береһе — өҫтәмә мөйөш синусы. □ Косинус. Мөйөштөң косинусы. Косинусты табыу. Икеләтелгән мөйөштөң косинусы. Ярты мөйөштөң косинусы. Косинус функцияһы. ■ Уныңса [Гөлниса фекеренсә], математика уҡытыусыһының йөрәге төрлө теоремаларҙан, икс, игрек, синус, косинустарҙан ғына тора, уға тойғо ят нәмә. 3. Биишева.
КОСМЕТИК I (Р: косметический; И.: cosmetic; T: kozmetik) с.
Косметикаға ҡараған, косметикаға мөнәсәбәтле. □ Косметический. Косметик салон. Косметик сара. Косметик крем. Косметик ремонт.
КОСМЕТИК II (косметигы) [рус.] и. һөйл. ҡар. косметолог.
КОСМЕТИКА [рус. < гр. kosmetike 'биҙәү сәнғәте’] (Р: косметика; И.: beauty treatment; T: kozmetik) и.
1. Гигиена һәм нәфислек өсөн бит-тәнде ҡарау, тәрбиәләү саралары. □ Косметика (уход за лицом и телом для придания им большей свежести). Косметика. / Космети-
596