КОСМОНАВТ
ческий. Гигиена косметикаһы. Дауалау косметикаһы. Косметика кабинеты.
2. йыйн. Биҙәнеү, буяныу нәмәләре (бит майы, пудра, һөрмә һ. б.). □ Косметика (средства для ухода за кожей). Косметика кибете. Косметика һатыу. ■ Эйе, бөгөн «Мәҙинә» бал ҡорто продукцияһынан ғына илленән ашыу төрҙәге косметика, дарыу, биоөҫтәмәләр етештереп һата. Т. Ғарипова.
КОСМЕТОЛОГ [рус.] (Р.: косметолог; И.: cosmetologist; T.: güzellik uzmanı, kozme-tikçi) и.
Дауалау косметикаһы белгесе, табип. □ Косметолог. Косметолог кәцәше. Косме-тологка куренеу. Косметологта дауаланыу.
КОСМЕТОЛОГИЯ [рус. < гр. kosmetike ‘биҙәү сәнғәте’ + logos ‘тәғлимәт’] (Р: косметология; И.: cosmetology; T.:kozmetoloji) и. мед.
Дауалау косметикаһы фәне. □ Косметология. Косметология әлкәһендә эшләу. Гәмәли косметология. Косметология тикшеренеуҙә-ре. Косметология клиникаһы.
КОСМИК (Р: космический; И.: cosmic; space; T.: uzay, kozmik) c.
1. Космосҡа бәйләнешле. □ Космический. Космик ракета. Космик карап. Космик нурҙар.
2. кусм. Ғәйәт ҙур, гигант. □ Космический (о масштабе). Космик аҙымдар. Космик тиҙлек.
КОСМОГОНИК (Р: космогонический; И.: cosmogonical; T.: kozmogoni) с.
Космогонияға бәйләнешле. □ Космогонический. Космогоник тәғлимәт. Космогоник фараз.
КОСМОГОНИЯ [рус. < гр. kosmogonia ‘донъяның килеп сығышы’] (Р: космогония; И.: cosmogony; T.: evrendoğum, kozmogoni) и.
Астрономияның күк есемдәренең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен өйрәнә торған бүлеге. □ Космогония. / Космогонический. Космогония фаразы. Йондоҙҙар космогонияһы. Галактика космогонияһы. Планеталар космогонияһы. Ж Ләкин геология фәне космогония. фәне кеуек математик теуәл фән тугел. И. Насыри.
КОСМОГРАФИЯ [рус. < гр. kosmogra-рһга ‘ғаләмде тасуирлау’] (Р: космография; И.: cosmography; T.: kozmografi) и.
Күк сфераһының картаһын төҙөү менән шөғөлләнгән фән; йыһаннамә. □ Космография. Урта быуат космографияһы. Космография буйынса ғилми эштәр. Космография таблицалары. Космография әлкәһендә эшләу.
КОСМОДРОМ [рус. < гр. kosmos + dromos ‘йүгереү’] (Р: космодром; И.: space launching site; T.: Uzay Üssü) u.
Космосҡа осоу аппараттарын ҡороу, осорға әҙерләү, осороу өсөн тәғәйенләнгән ҡоролмалар һәм техник саралар. □ Космодром. Космодромдан осоу. Байконур космодромы. ■ Башҡортостан уҡыусылары ҡышҡы каникулда Байконур космодромында экскурсияла булдылар. «Башҡортостан», 25 ғинуар 2011.
КОСМОЛОГИЯ [рус. < гр. kosmos + logos ‘тәғлимәт’] (Р: космология; И.: cosmology; Т.: evrenbilim, kozmoloji) и.
Астрономик йәһәттән күҙәтергә мөмкин булған бөтә йыһандың дөйөм төҙөлөш закондары тураһындағы тәғлимәт һәм шул тәғлимәт менән шөғөлләнгән фән тармағы. □ Космология. Аристотель космологияһы. Космология принциптары. Теоретик космология.
КОСМОНАВЛЫҠ (космонавлығы) (Р: деятельность космонавта; И.: astronaut’s work; T.: uzaycı işi) и.
Космонавт хеҙмәте. □ Работа космонавта, деятельность космонавта. Космонавлыкка әҙерләнеу.
КОСМОНАВТ [рус. < гр. kosmos + nautes ‘диңгеҙ гиҙеүсе’] (Р: космонавт; И.: astronaut, spaceman; T.: astronot, uzaycı) и.
Ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу һәм космос техникаһын һынау өсөн космосҡа осҡан кеше. □ Космонавт. Беренсе космонавт. Космонавт булыу. Космонавт кейеме. ■ Уҡыусылар ғалим, космонавт, врач булырға хыяллана, ә уныц [Килдебәктец] һецлеһе тора ла: «Ә минец хыялым — һауынсы булыу!» — тип яра ла һала. А. Абдуллин, һаумыһығыҙ! — тип өндәшәм фән, белем йорттарына, йыһан кицлеген айҡаған космонавт
597