Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 598


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОСМОНАВТИКА
дуҫтарыма! А. Игебаев. Кукрәгенә ҡыҫҡан автоматын, ғорур ҡараш, кирза итектән. Ул улгәндә малай булғандар ҙа космонавтар булып етлеккән. Картотека фондынан.
КОСМОНАВТИКА [рус. < гр. kosmos + nautike} (Р.: космонавтика; И.: astronautics; space travel science; cosmonautics; T.: uzaycılık) и.
Космосҡа осоу теорияһы һәм практикаһы.
□ Космонавтика. Космонавтиканың киләсәге. Космонавтика нигеҙҙәре. ■ Яҡын киләсәктә космонавтика, ракеталар астероидтарға барып етеп, был бәләкәй планеталарҙы кешелек өсөн эшкә ҡушыр. «Башҡортостан», 11 ғинуар 2007.
КОСМОПЛАН [рус.] (Р.: космоплан; И.: spaceship; T.: uzay gemisi) и.
Космос өсөн тәғәйенләнгән карап. □ Космоплан. Космопландар осороу.
КОСМОПОЛИС [рус. < гр. kosmopolis} (Р: космополис; И.: cosmopolis; T.: en büyük şehir) и.
Донъя масштабында иң ҙур ҡала. □ Космополис. Нью-Йорк ҡалаһы космополистар рәтенә инә. Космополиста йәшәу. Космополис халҡы.
КОСМОПОЛИТ [рус. < гр. kosmopolites Донъя Гражданы’] (Р: космополит; И.: cosmopolitan; T.: kozmopolit) и.
Космополитизм ҡарашындағы кеше.
□ Космополит. Космополитҡа әйләнеу. Космополит ҡарашы. ■ Кыҫҡа репликалар, диалогтар аша автор космополит пруссак Фолъгнерҙың синфи йөҙөн асып бирә алған. Картотека фондынан. Әйҙә роза, космополит булып, хуш еҫтәрен һаман таратһын. X. Ҡунаҡбай.
КОСМОПОЛИТИЗМ [рус. < гр. kosmopolites Донъя гражданы’] и. ҡар. космопо-литльгк. Космополитизм идеялары. Космополитизм ҡарашы.
КОСМОПОЛИТЛЫҠ (космополитлы-ғы) (Р: космополитизм; И.: cosmopolit(an) ism; T: kozmopolitlik) и.
Милләт һәм милли тойғоно кире ҡағып, бөтә донъяны Ватан итеп ҡарарға өндәгән идеология. □ Космополитизм. Космополит-лыҡ ҡараш.
КОСМОПОЛИТТАРСА (Р: как космополит; И.: like cosmopolitans; T.: kozmopolit gibi) p.
Космополиттар кеүек, космополиттарға хас рәүештә. □ Как космополит, по-космополитски. Космополиттарса ҡыланыу. Космо-политтарса фекер йөрөтөу.
КОСМОС [рус. < гр. kosmos ‘йыһан’] (Р: космос; И.: (outer) space; T.: uzay, evren) и.
Йыһан киңлеге; ғаләм, йыһан. □ Космос. / Космический. Автоматик космос станцияһы. Космос карабы. Космос киңлеге. Космос есеме. Космосты уҙләштереу. ■ Марс — космос масштабында беҙгә яҡын курше. В. Сөләймәнов. Һуңыраҡ та, бөгөнгө космос заманында ла нисәмә төрлө тракторға, комбайндарға, сәскес йә культиватор, кәбән ослағыс йә самосвал һымаҡ ҡеуәтле машиналарға иң етмәгәне — запчасть. А. Абдуллин. Хәҙерге белемле, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан йәштәрҙең техника, космос, фән, әҙәбиәт менән яҡшы уҡ хәбәрҙар булып та, уҙ туған халҡының һәйбәт ғәҙәт-йолаларын, тарихын, ауыҙ-тел ижадын аҙыраҡ белеуҙәре, һөйләшеу теленең ярлылығы эсте бошороп ҡуя. Ғ. Хөсәйенов.
КОСМОС НУРҘАРЫ (Р: космические лучи; И.: cosmic rays; T.: kozmik ışın) и.
Ғаләм киңлегенән килгән юғары энергиялы элементар өлөшсәләр һәм атом йәҙрәләре ағымы. □ Космические лучи.
КОСМОС ТИҘЛЕГЕ (Р: космическая скорость; И.: cosmic speed; T.: kozmik hız) и.
Космос карабының Ер тартымын еңеп, космосҡа сығыуы өсөн кәрәк булған тиҙлек. □ Космическая скорость. Беренсе космос тиҙлеге — яһалма юлдаштың Ер тирәһендә туңәрәк орбита буйынса әйләнеуе өсөн кәрәк булған тиҙлек, ул секундына 7,91 км-ға тигеҙ. Икенсе космос тиҙлеге — яһалма юлдаштың Ер тирәһен парабола буйынса ҡалдырып китеу өсөн кәрәк булған тиҙлек, ул секундына 11,2 км-ға тигеҙ.
КОСМОС ТУҘАНЫ (Р: космическая пыль; И.: cosmic dust; T.: kozmik toz) и.
Йыһан киңлегендәге бушлыҡта була торған ваҡ ҡаты киҫәксәләр. □ Космическая пыль.
598