Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 599


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОСТЮМХАНА
КОСОУР [рус.] и. ҡар. таяу.
КОСТЁЛ [рус. < пол. kosciol] (Р.: костёл; И.: (Polish) Roman Catholic church; T.: katolik kilisesi) и.
Польша католиктары сиркәүе. □ Костёл. М Ауыл ситендә бер имение эргәһендә ҡыҙыл кирбестән яһалған костел да бар. А. Таһиров.
КОСТЁР I [рус.] и.
1. ҡар. ут 2. ■ Яр башында, кукле-ҡыҙыллы төтөн бөркөп, киске костёр янды. К. Мәргән. Тирә-яҡҡа алтын нурын сәсеп, аҡ төтөн һирпеп, костёр яна. 3,. Биишева. Бер нисә аҙымда ғына аҡһыл палатка һәм уныц эргәһендә костёр яныуы, алыҫ та тугел эшләп йөрөгән тракторҙарҙың уттары куренде. А. Карнай.
2. Пионерҙарҙың ут янында үткәрелгән тантаналы йыйылышы; пионер костёры.
□ Пионерский костёр. Костёр уткәреу. ■ Сбор костёрҙары һалған уттар куптән инде, куптән һурелгән... Р. Ғарипов.
КОСТЁР II [рус.] и. ҡар. күстерә. М [Иҫәнбирҙин — Шәмиғоловҡа:] Ул баҫыуҙа костёр бына тигән булып ҡалҡып килә. Хәҙер быуынға һикереп бара инде. Тубыҡҡа етеп килә. Ә. Вәли.
КОСТЮМ [рус. < фр. costume] (Р: костюм; И.: suit; T: kostüm) и.
1. Бер пар итеп тегелгән салбар йәки итәк менән пинжәк, жилеттан торған кейем.
□ Костюм (одежда, состоящая из пиджака, брюк, или жакета и юбки или брюк). Костюм кейеу. Костюм һатып алыу. И Ул [Камил] арыу ғына костюм кейеп, галстук бәйләп йөрөһә лэ, ни өсөндөр, шәкерткә оҡшай. 3. Биишева. Баш врач ыҫпай костюм өҫтөнән ҡарҙай аҡ халат кейеп алды ла, кабинетының ишеге асылғанды ишетеп, бытовканан сығырға ашыҡты. Д. Бүләков.
2. Йышыраҡ тышта кейеү өсөн тәғәйенләнгән ҡатын-ҡыҙҙар кейеме. □ Костюм, пиджак. Ике яҡҡа ҡаптырмалы костюм. И Һәм бына аллеяла Тоня куренде. Өҫтөнә ул билен һығып торған затлы һоро костюм кейгәйне. А. Абдуллин.
3. Нимәлер өсөн махсус тегелгән кейем. □ Костюм (одежда, платье). Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли костюмы. Хок
кейсылар костюмы. Эш костюмы. Байрам костюмы. ■ Башында — бурек, өҫтөндә — ҡарағай ылыҫы төҫлө саңғысылар костюмы, ҡулында — кескәй генә ағас кәрәк. Н. Мусин.
4. Ниндәйҙер образды кәүҙәләндереү өсөн тегелгән сәхнә йәки маскарад кейеме. □ Костюм (маскарадная или театральная одежда). Карнавал костюмы. Әкиәт персонаждары костюмдары. ■ Әҫәр өсөн махсус костюм һәм декорациялар эшләтелде. С. Агиш.
КОСТЮМЕР [рус.] (Р: костюмер; И.: costumier, costumer; T.: kostümcü) и.
Театрҙа спектакль өсөн костюм әҙерләп торған кеше. □ Костюмер. Театрҙа костюмер булып эшләу. Костюмер кәңәше. Тәжрибәле костюмер.
КОСТЮМЕР БҮЛМӘҺЕ (Р: костюмерная; И.: wardrobe; T: gardrop) и.
Театрҙа костюмдар һаҡлау бүлмәһе.
□ Костюмерная. Костюмер булмәһе ишеге. Костюмер булмәһенән кулдәк һайлап алыу.
КОСТЮМЛЫ (Р: в костюме; И.: witha suit on; T: kostümlü) c.
Костюмы булған, костюмы бар. □ В костюме, с костюмом. И Һай, һай, һай, һай, һай... — рәт-рәт булып теҙелгән аҡ кулдәкле ҡара костюмлы ирҙәр бер ук ритмда бер ук һуҙҙе ҡабатлай, — һай, һай, һай... Т. Ғарипова.
КОСТЮМЛЫҠ (Р: костюмный; И.: material for a suit; T: kostümlük) с.
Костюм тегеү өсөн тәғәйенләнгән. □ Костюмный. Костюмлыҡ тауар. Костюмлыҡ аҡса.
КОСТЮМСАН (Р: в костюме; И.: in suit only; T: kostümlü)/?.
Костюмда ғына, костюм кейеп кенә. □ В костюме. Ул яҙлы-көҙлө костюмсан ғына йөрөй. Плащ кеймәне, костюмсан китте.
КОСТЮМСЫ и. ҡар. костюмер.
КОСТЮМХАНА [рус. + фарс.] (Р: салон костюмов; И.: atelier; T: dikimevi) и.
1. Костюм тегеү ательеһы. □ Салон костюмов (ателье пошива). Костюмханала тек-тереу. Костюмханаға заказ биреу.
2. Әҙер костюмдар һатыу магазины.
□ Салон костюмов (магазин). Костюмхана-нан һатып алыу.
599