Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 600


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОСЫНКА
КОСЫНКА [рус.] (Р.: косынка; И.: headscarf, kerchief; T.: çelme) и.
Өс мөйөшлө яулыҡ. □ Косынка. Сигеуле косынка. Аҡ косынка. Штапель косынка. Медиктар косынкаһы. Башҡа косынка бәйләу.
■ Венера башын аҫҡа эйеп, эре шаҡмаҡлы ҡыҙыл косынкаһының суғын бөтәрләуҙән уҙманы. Ғ. Ғабдрахманов. Башында — аҡ косынка, өҫтөндә — зәңгәр биҙәкле, билен ҡыҫып торған кулдәк. Н. Мусин. Беҙ вагондарға ултырҙыҡ. Минзифа юл ситендә торған килеш куҙҙән юғалғансы косынкаһын болғап ҡалды. Ш. Бикҡолов.
КОСЫНКАЛЫ (Р.: в косынке; И.: witha headscarf, kerchief; T.: çelmeli) c.
Косынкаһы бар, косынка бәйләгән. □ В косынке, с косынкой. Косынкалы ҡыҙ. Косынкалы ҡатын.
КОТАНГЕНС [рус. < лат. cotangens ‘сиктәш’] (Р: котангенс; И.: cotangent; T.: kota-njant) и. мат.
Тригонометрик функцияларҙың береһе — өҫтәмә мөйөш тангенсы. □ Котангенс. Өҫтәмә мөйөш котангенсы. Мөйөштөң котангенсын табыу.
КОТЕЛОК (котелогы) [рус.] и. ҡар. ҡаҙансыҡ. Һалдат котелогы. Котелокты тағанға элеу. Котелокта бешереу. И Хәрби хеҙмәттә ун йыл буйы бер котелоктан ашап йөрөгән дуҫым бар минең. Ҡ. Ибәтуллин. Янған сәйнук, ҡоромло котелок у саҡ ҡаҙығына эленгән. М. Хәй. Беҙҙең елкәлә мылтыҡ, йөҙәр патрон; арҡала аҙыҡтар, нәмәләр менән аҫылған вещевой мешок, билдә кәрәк, подсумка, котелок, көрөшкә һәм фляжкалар. Д. Юлтый.
КОТЕЛЬНЫЙ [рус ] и. ҡар. ҡаҙанлыҡ.
■ Катнаш аҙыҡты әлегәсә котельныйҙа быҡтырҙылар. Котельный алыҫ, һауынсыларҙың көйәнтәләп боламыҡ ташып хәлдәре бөтә. Котельный иҫкергән тип, Саяф уны яҙ башынан һуттерҙе. Т. Ғарипова. Янғын депоһы, ҡышлыҡҡа котельный һала, машиналар көнө-төнө төҙөлөш материалы ташый, урман киҫелә, тау аҡтарыла, юл рәтләп маташҡан булалар, быраулаусыларҙың — уҙ эштәре. Р Солтангәрәев.
КОТИК (котигы) [рус.] (Р: котик; И.: fur seal; T: kürklü fok balığı) и. зоол.
Тымыҡ океандың төньяғында йәшәүсе, ҡолаҡлы тюлендәр ғаиләһенә ҡараған аҫыл тиреле имеҙеүсе йәнлек. □ Котик, морской котик. / Котиковый (лат. Arctocephalinae). Ата котик. Инә котик. Котиктар төркөмө. Котик бурек. Котик яға.
КОТИРОВКА [рус. < фр.] (Р: котировка; И.: quotation; rate; T: kote) и. фин.
1. Һатыусы тарафынан тауарҙың, хеҙмәттең, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың конкурс, биржа өсөн күрһәтелгән хаҡы. □ Котировка (цена). Тауар котировкаһы. Акциялар котировкаһы.
2. Һатыу өсөн һатыусы тарафынан тауарҙың, хеҙмәттең хаҡын билдәләү маҡсаты менән үткәрелгән конкурс. □ Котировка (конкурс). Котировка уткәреу. Котировка иғлан итеу. Котировка комиссияһы.
КОТИРОВКАЛАУ (котировкала-) (Р. котировать; И.: quote; T.: fiyat biçmek) и. фин.
1. Биржа аша йәки конкурс менән һатыу өсөн тауарҙың, хеҙмәттең, ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙың хаҡын күрһәтеү. □ Котировать (устанавливать цену). Акцияларҙы котиров-калау.
2. Һатыу маҡсаты менән үткәрелгән конкурс. □ Котировать, провести котировку (провести конкурс). Котировка уткәреу. Котировка менән билдәләу.
КОТЛЕТ [рус. < фр. cotelette] (Р: котлета; И.: cutlet; T: köfte) и.
Тапалған ит йәки балыҡтан һупалаҡлап әҙерләнгән ашамлыҡ. □ Котлета. Ит котлеты. Балыҡ котлеты. Котлет ҡыҙҙырыу. Парҙа бешкән котлет. Картуф котлеты. ■ Уның [Габдрахман мулланың] ашаған аштары ла, Карабаш әйтмешләй, ҡоро һыуға тығып алған ит кенә булмайынса, ҡала кухняларында бешерелгән аштарҙай, һурпа һәм котлет һымаҡ нәмәләргә буленә торғайны. И. Насыри. Котлет тигән нәмәһенән тапманым бер семтем ит, аштарының ярмаһы юҡ, торғаны ҡоро һыу бит. Ғ. Дәүләтов.
КОТЛОВАН [рус.] и. ҡар. нигеҙ соҡоро. Тәрән котлован. Котлованды кумеу. Котлован ҡаҙыу. Котлованға һыу тулыу. ■ Килеп
600