Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 601


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОЭФФИЦИЕНТ
инде котлованға тәуге йөк бетон, бирмәне беренселекте — уңған егет ул! М. Сөндөклө. Бына ошо урындарҙа беҙ буласаҡ буровойҙар өсөн шахталар, котловандар ҡаҙа башланыҡ... А. Карнай.
КОТТЕДЖ [рус. < ингл. cottage] (Р.: коттедж; И.: cottage; T.: kır evi) и.
Ҡала ситендәге бер йәки бер нисә (ике, өс) ҡатлы бер ғаиләлек ҙур булмаған айырым йорт. □ Коттедж. Коттедж төҙөу. Коттеджда йәшәу. Ике ҡатлы коттедж. Кирбес коттедж. И Кала кварталдары куп ҡатлы йорттарҙан һәм айырым коттедждарҙан тора. М. Хисмәтов.
КОТТЕДЖЛЫ (Р.: коттеджный; И.: cottage; T.: koteci olan) с.
Коттеджы булған. □ Коттеджный. Коттеджлы булыу. Коттеджлы урам. Коттеджлы ауыл.
КОФЕ [рус. < гол. < ғәр. \^] и. ҡар. ҡәһүә. Кофе ағасы. Ҡыҙҙырылған кофе. Тартылған кофе. Кофе ҡайнатыу. Кофе эсеу. Иреусән кофе. Һөтлө кофе. Бразилия кофеһы. ■ 1948 йылда Анкарала булған сағымда Каҙым Кара Бәкер паша: «Өйөмдә кофе эсеп сыҡһағыҙ, шат булыр инем», — тигәс, барҙым, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙыҡ. Ә.-З. Вәлиди. Ике минут та утмәне, халатлы ҡатын батмус менән ашамлыҡ әйберҙәре һәм кофе кутәреп килтереп тә өлгөрҙө. Ш. Шәһәр.
КОФЕИН [рус. < лат. coffeinum] (Р: кофеин; И.: caffeine; T.: kafein) и. мед.
Ҡәһүә орлоғо, сәй япрағы һәм башҡа ҡайһы бер үҫемлектәрҙә була торған ҡуҙғытҡыс матдә (медицинала ҡулланыла). □ Кофеин. ■ Кешелек донъяһы өс төрлө ҡайнар эсемлек эсә: сәй, кофе һәм какао. Уларҙың һәр береһендә кофеин бар. «Башҡортостан», 28 март 2010.
КОФЕИНЛЫ (Р: содержащий кофеин; И.: having caffeine; T.: kafeinli) и.
Кофеин ҡатнашҡан, составында кофеин булған. □ Содержащий кофеин. Кофеинлы эсемлек. Кофеинлы дарыу.
КОФЕЙНИК (кофейнигы) [рус] (Р: кофейник; И.: coffe-pot; T.: cezve) и.
Ҡәһүә ҡайната торған һауыт; ҡәһүә сәйнүге. □ Кофейник. Көмөш кофейник. Кофей-
нигынан ҡәһуә ҡойҙо. Кәһуәне кофейникта ҡайнатыу.
КОФТА [рус.] (Р: кофта; И.: (women’s) knitted jacket; T.: bluz) и.
Билгә тиклем тегелгән йәки бәйләнгән ҡатын-ҡыҙҙар кейеме. □ Кофта. Еңһеҙ кофта. Сигелгән кофта. Кофта кейеу. Кофта бәйләу. И Кей, иркәм, зәңгәр кофтаңды, кей әле өҫтәреңә. Һине тәу кургән кисемде төшөрә иҫтәремә. Ш. Бикҡол. Кук йөҙөн ярып ялтлаған ялағай яҡтыһында быларҙың береһенең аҡ кофта, ҡара юбка кейгән ҡыҙ, икенсеһенең ҡыҙыҡайҙан саҡ ҡына ҡалҡы-уыраҡ егет икәнлеге айырым-асыҡ төҫмөрләнде. Д. Бүләков.
КОЧЕГАР [рус.] (Р: кочегар; И.: stoker, fireman; T.: ateşçi) и.
Мейес яҡҡан кеше; мейес яғыусы. □ Кочегар. Кочегар булып эшләу. ■ Кочегар, поезд менән йәнәшә атлап барышлай, букса ҡумтаһының ҡапҡасын асты, уның эсендәге мазут һеңгән субәкте алды. X. Мохтар.
КОЧЕГАРКА [рус.] и. ҡар. ҡаҙанлыҡ. Кочегаркала эшләу. ■ Бер урында кочегаркалар осраһа, икенсе урында мерниктар, йә булмаһа башҡа төрлө ҡорамалдар куренә. Ғ. Ибраһимов. Был ваҡытта ағас заводының кочегаркаһы, бөтә Иҙел буйын яңғыратып, төнгө сменаға саҡырҙы. С. Агиш.
КОЧЕГАРЛЫҠ (ҡочегарлығы) (Р: работа кочегара; И.: fireman; T.: ateşçi işi) и.
Кочегар һәнәре, эше. □ Работа кочегара, профессия кочегара. Кочегарлыҡҡа өйрәнеу.
КОШЕНИЛЬ [рус. < фр. cochenille] (Р: кошениль; И.: cochineal insect; T.: kırmız böceği) и.
1. зоол. Ҡыҙыл буяу бирә торған бер нисә төр бөжәктең дөйөм исеме. □ Кошениль (общее название нескольких видов насекомых, из которых добывают красную краску).
2. Шул бөжәктән алынған ҡыҙыл буяу □ Кошениль (красящее вещество). / Кошенилевый. Кошениль буяу. Кошениль менән буяу.
КОЭФФИЦИЕНТ [рус. < лат. coeffi-ciens (coefficientis)] (Р: коэффициент; И.: coefficient, factor; T.: koefisyan, katsayı) и.
601