Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 602


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КОЭФФИЦИЕНТЛЫ
1. Алгебраик аңлатмалағы һан йәки хәреф менән күрһәтелгән ҡабатлаусы. □ Коэффициент (множитель в алгебраическом выражении). Тигеҙләмә коэффициенттары.
2. Физик есемдең бер үҙенсәлеген билдәләй торған дәүмәл. □ Коэффициент (величина, определяющая какое-л. свойство физического тела). Интеллект коэффициенты. Халыҡтың тәбиғи уҫеш коэффициенты. Иреусэнлек коэффициенты. Фильтрлау коэффициенты.
3. Ниндәйҙер бер дәүмәлде ҡабатлап, тейешле дәүмәлде таба торған һан. □ Коэффициент (число, на которое надо помножить какую-л. величину, требуемую при данных условиях). Ҡорамалдарҙы файҙаланыу коэффициенты. Хаталар коэффициенты. И Транспортсылар машиналарҙың йөк ташыу коэффициентын тағы ла арттырыу тураһында хәстәрлек курә. Картотека фондынан.
КОЭФФИЦИЕНТЛЫ (Р.: коэффициентный; И.: coefficient; T.: koefisyanh) с.
Коэффициенты булған, коэффициентҡа нигеҙләнгән. □ Коэффициентный. Коэффициентлы анализ. Коэффициентлы ысул. Коэффициентлы тигеҙләмә.
КӨБӨ (Р: кобэ — сосуд, сделанный из полого ствола дерева (используется для приготовления кумыса и для сбивания масла)’, И.: vessel made of hollow wood; T.: havan) и. этн.
1. Йүкә ағасының үҙәген соҡоп яһаған ҡоршауһыҙ бейек тар һауыт, ҡымыҙ, күбекмай бешеү өсөн ҡулланыла. □ Кобэ — сосуд, сделанный из полого ствола дерева высотой около метра (используется для приготовления кумыса и для сбивания масла). Яңы көбө. Боронғо көбө. Көбө яһау. Көбөлә май бешеу. Бешкәкле көбө. Көбө эсе. Көбө яһаусы. ■ Өйҙөң буйынан-буйына урындыҡ һалынған, унда балаҫ, эргәлә юрғандар тушәлгән, ябыныу-яҫтаныу монаяты бейек итеп һандыҡ өҫтөнә өйөлгән. Комған, аш-һыу әйберҙәре, ағас табаҡ, көбө, сеуәтә кеуек нәмәләр. Т. Ғарипова. Һабантуйҙар етә башлаһа, беҙҙең яҡтар гөрләп тора инде ул. Төндәр буйы ут һундермәйенсә, еңгәйҙәр яулыҡ әҙерләй, таҫтамал остары сигә, ҡыҙҙар, батыр көрәшселәргә арнап, мамыҡ
бирсәткә бәйләй, суҡлы тубәтәйҙәргә ынйы теҙә, ә инде уңған апайҙар, көр тауышлы йырсыларҙы иҫкә алып, көбөләрҙә ҡымыҙ бешә. Д. Бүләков. Көбөгә йылы, сөсө еҫ бөркөп торған һаумал шаулатып бушатылды. Ф. Иҫәнғолов. Килтерегеҙ, асығыҙ, асығыҙ, көбөлә куперә аҡ ҡымыҙ. X. Ғиләжев.
2. диал. Май, бал һаҡлау өсөн эсе соҡоп эшләнгән ҙур булмаған ағас һауыт. □ Небольшая кадка для хранения масла, мёда. Ҡапҡаслы көбө. Көбө ябыуы. Көбө төбө. Көбөлә һаҡлау. ■ Иртәгә һабантуй асыла тип йөрөгән көн еңгәм ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы һыйларға тип әҙерләгән май, бал көбөләрен ҡарап, барлап ҡуя. Д. Бүләков. Кайтып, ҡыҙға әйтте, ти: «Апаҡайым, ишек ас, уҙең юлдан ситкә ҡас, бер көбөмдә майым бар, бер көбөмдә балым бар». Халыҡ ижадынан.
3. диал. Ашлыҡ һаҡлай торған ҙур ағас күнәк. □ Большая кадка для хранения зерна. Ашлыҡ көбөһө. Көбө әҙерләу. Көбө таҙартыу. Көбө йыуыу. Көбө киптереу.
4. диал. Эркет һауыты. □ Кадка для хранения эркета (выдержанного кислого каты-ка, из которого варится и изготовляется курут). Ҡатыҡлы көбө. Эркет көбөһө. Көбө тулған. ■ Беҙ йәйләугә килгәндә, бер ҡатын ҡоромло ҙур ҡаҙан янында ҡорот ҡайната, икенсеһе эркет көбөһөн таҙарта ине. Д. Шәрәфетдинов.
5. диал. ҡар. моҙға. Бер көбө ҡорот.
6. миф. Башҡорттарҙың элекке ырым-ышаныуҙары буйынса, байлыҡ, муллыҡ килтерә торған, һөт аҙыҡтары өсөн ҡыуыш ағастан яһалған һауыт. □ Сосуд из полого ствола дерева для молочных продуктов (сакральный предмет, притягивающий изобилие, богатство). И Иҫке көбөнө кәртәгә элеп ҡуйһаң, һыйыр һөтлө була. Башҡорт мифологияһынан.
КӨБӨЛГӘН (Р.: стёганый; И.: quilted; Т.: kapitoneli) с. диал.
Йылы булһын өсөн эсенә мамыҡ һалып һырылған. □ Стёганый. Көбөлгән юрған. Көбөлгән көртөй. ■ Уянам да, бер аҙ ятҡас, ямғыр тауышына бәуелеп, киренән көбөлгән юрған аҫтында рәхәтләнеп йоҡлап китә инем. Ш. Янбаев.
602