КӨБӨҮ
батҡаҡҡа сумған арбалар. ■ Үгеҙҙәр егеп, арбаларҙыц көбөсәктәрен (тәгәрмәс көпсәген) һары май илә майлап, һырт өҫтәренән йөрөуҙәрен һөйләгән ваҡытта, тыңлаусылар, уҙҙәренең тимер юл, пароход, телеграмм, телефон заманаһында икәнлектәрен онотоп, иҫке донъя кешеләре итеп тойорҙар ине. Р. Фәхретдинов. Еуешлектән ағара төшкән ашлыҡ һабаҡтары көбөсәккә урала, буртенгән бойҙай башаҡтары тәгәрмәс аҫтында тапала. 3. Ураҡсин.
КӨБӨҮ I (көбө-) (Р.: стегать; И.: quilt; Т.: içine yün, pamuk doldurup dikmek) ҡ.
Эсенә йөн, мамыҡ һалып, үтәнән-үтә тегеү; һырыу. □ Стегать. Юрған көбөу. Бишмәт көбөу. Бушлат көбөу. И Сергенең өҫтөнә мәрйен теҙгәндәр, аҫтын көбөгәндәр. Б. Рафиҡов. Юрған көбөу — ябай ғына эш тугел, уны ҡулы эш рәте белгән, тигеҙлекте, ҡалынлыҡты тойған, аҙыраҡ һурәт төшөрөу һәләтенә эйә булған оҫта кеше генә башҡара ала. М. Бураҡаева. Бәләкәй саҡта әсәйем беҙгә бишмәт көбөп кейҙерә торғайны. Картотека фондынан.
КӨБӨҮ II (Р: стёганая подкладка; И.: quilted lining; T: kapitone) и.
Мамыҡһыҙ һырылған туҡыма. □ Стёганая подкладка. Яғаның аҫтына көбөу ҡуйыу. ■ Ҡулбашҡа көбөу тегеп ҡуйыу яурындарҙы кутәремләп, матурайтып тора. М. Дилмөхәмәтов.
КӨБРӘ (Р: каперс; И.: capers; T.: gebre otu, gebre) и. бот.
1. Көньяҡта ергә йәйелеп үҫә торған ҡыуаҡ һымаҡ сәнскеле үҫемлек. □ Каперс (лат. Capparis spinosa). ■ Көбрә Урта Азияла, Ҡырымда, Кавказ тауҙарында ташлы-ҡаялы урындарҙа уҫә. Көбрә йәй буйы ҙур, матур аҡ сәскә ата. Көбрәнең сәскәһен ҡорттар, емешен ҡоштар ярата. Интернет селтәренән.
2. Шул үҫемлектең ашҡа тәм биреү өсөн ҡулланыла торған бөрөләре. □ Нераспу-стившиеся бутоны этого растения, которые употребляются как приправа. И Көбрә ашҡа һала торған тәмләткес итеп ҡулланыла. Көбрә бигерәк тә ит, балыҡ ризыҡтарын әҙерләгәндә, салат яһағанда уҙенсәлекле тәм биреу өсөн ҡулланыла. Көбрәнән тоҙло ҡыяр
тәме килә. Көбрә дарыу булараҡ та ҡулланыла. Интернет селтәренән.
КӨБӘ (Р: кольчуга; И.: chain mail, chain armour; T.: yelme, zırh gömlek) и. map.
Ваҡ металл ҡулсаларҙы бер-береһе аша үткәрә-үткәрә беркетелеп эшләнгән боронғо һуғыш кейеме. □ Кольчуга, старинное защитное военное снаряжение. Көбә кейем. Көбә кулдәк. Көбә кейгән һуғышсылар. И Ул ваҡыттың шау-гөр килеп торған куп кенә баҙарҙарында болғар оҫталары ҡулынан көбә кейемдәр, ҡылыстар, һөңгөләр, хәнйәрҙәр, йоҙаҡтар, ялт итеп торған һауыт-һаба .. һатып алып була ине. М. Ғафури. Көбә кейгән Хаммат батыр алғараҡ сығып баҫты. Ғ. Ибраһимов. Көбә кейемде музейҙа ғына куреп була инде хәҙер. Экспедиция материалдарынан. Корал яһау оҫталары .. ике яғы ла уткер ҡылыс, һуғыш ҡалҡандары, ныҡ броня һәм көбә кулдәктәр яһағандар. Интернет селтәренән.
КӘБӘК I (көбәге) (Р: ствол; И.: barrel; T.: tüfek veya top namlusu) и.
1. хәрби. Атыу ҡоралының йәҙрә, пуляға йүнәлеш бирә торған ҡорос көпшәһе йәки торбаһы. □ Ствол (часть огнестрельного оружия или орудия в виде трубы, через которую проходит пуля или снаряд, получая определённое направление полёта). Туп көбәге. Мылтыҡ көбәге. Кәбәк ауыҙы. Кәбәк нигеҙе. ■ Ҙур суйын ҡапҡа башына ике пушка, уларҙың уртаһына пулемёт ҡуйылған, ҡарауыл башняларында ла пулемёт кәбәктәре тырпайып тора. Н. Мусин. Шул саҡ лейтенант Йәнтимер Байназаров ҡулына ҡуш кәбәкле мылтыҡ тотоп килеп сыға ла ҡоштарға тоҫҡай. М. Кәрим. Танк командиры ағас араһынан уҙенә табан төбәлгән пушканың көбәген куреп ҡала. Я. Хамматов.
2. Самауыр эсендәге торба. □ Труба в самоваре. Самауыр көбәге. ■ Беҙҙең ҡорт ҡарағанды әллә ҡайҙан белеп, ишек алдына йыйылып киткән бала-саға атайымдың уткер бысаҡ осо менән һәлмәк кәрәҙҙәрҙе ҡырҡҡанын, ашлауҙың өймәләм булып бал менән тулғанын, әсәйемдең самауыр көбәгенә тап-топ ташлап, сәйҙе йәһәтләп
604