көҙ
ҡайнатырға тырышыуын, мин алып килгән япраҡтар өҫтөнә ҙур-ҙур киҫәк кәрәҙле бал һалып, аҙаҡ уларҙы балаларға өләшеп сығыуын түҙемһеҙлек менән көтөп, ҡарап ултыралар. Ш. Янбаев. Самауырҙың уты һүнеп ҡуймаһын, тиҙерәк ҡайнаһын тиһәң, көбәгенә күмер өҫтәп торорға кәрәк. Экспедиция материалдарынан.
3. Шахтанан ер өҫтөнә сығыу өсөн вертикаль юлдың үҙәк өлөшө. □ Ствол шахты. Кәбәккә табан китте. Кәбәк бик бейек. Кәбәк емерелгән. Шахтаға төшкәндә, ер өҫтөнә сыҡҡанда кәбәктә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен айырыуса теүәл үтәргә кәрәк. ■ Шахтаның тәрәнлеген дә күрһәтә был кәбәк. Я. Хамматов.
4. Нефть скважинаһы үҙәге. □ Ствол нефтяной скважины. ■ Скважиналарҙың көбәген таҙартҡанда ла шул уҡ хәл ине: ремонтсылар бер скважинаны ике ай самаһы таҙарта торғайнылар. Ә. Бикчәнтәев.
КӘБӘК II (көбәге) и. диал. ҡар. күбәк.
КӘБӘК III (көбәге) и. диал. ҡар. тотҡа.
Таба көбәге. Сүкеш көбәге. Сыбағас көбәге.
КӘБӘКЛЕ (Р.: имеющий ствол; И.: barrel; T.: namlu) с.
Көбәге булған. □ Имеющий ствол, ствольный. И Атайым ҡуш кәбәкле мылтыҡ һатып алды. Н. Мусин. Мырҙаның ҡуш кәбәкле мылтығы бик алыҫтан ата торған. X. Ибраһимов. Бер буровойҙа өсәр кәбәкле скважина быраулай башлағас, мин дә ике кәбәкле скважина бырауларға рөхсәт һораным. Ә. Байрамов.
КӨБӘП (көбәбе) (Р.: кебаб; И.: kebab, cabob; T.: kebap) и.
Ваҡланған иткә ярма, һарымһаҡ ҡушып ҡурған ашамлыҡ. □ Кебаб. Көбәп бешереү. Көбәп менән һыйлау. Көбәп ашау. ■ Әзербайжан халҡы ашамлығы булған көбәпте ашап ҡарағас, уҙем дә бешереп ҡарарға булдым. Күргән-белгән ризыҡ булмаһа ла, өйрәтеү ысулына ҡарап әҙерләнем, һәләк тәмле булды көбәп. Экспедиция материалдарынан.
КӨГӨР (Р: подражание чириканию мо-родунки; И.: sound imitative word; T.: sarı-bacak cıvıltısı) оҡш.
Көгөрләүектең сырҡылдау тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание чириканию мородунки (птицы). ■ Көгөрләуек бер-ике генә көгөр-көгөр итте лә осоп та китте. Экспедиция материалдарынан.
КӨГӨРЛӘҮ (көгөрлә-) (Р: чирикание мородунки (птицы)’, И.: particular bird’s chirping; T.: sarıbacak cıvıltısı) ҡ.
Көгөрләүектең тауыш сығарыуы. □ Чирикание птицы мородунки. Көйөлдөнөң көгөрләүен ишетеп ҡалдым. Кошсоҡ көгөр-ләуен туҡтатып торҙо.
КӨГӨРЛӘҮЕК (көгөрләүеге) (Р: мо-родунка; И.: Терек sandpiper; T: sarıbacak) и. зоол.
Көйөлдөнөң бер төрө (йылға-күл буйында, һаҙамыҡ ерҙә йәшәүсе оҙон аяҡлы, оҙон төҙ нәҙек суҡышлы, һоро сыбар төҫлө ҡош). □ Мородунка (вид кулика) (лат. Terecia cinerea Guld). Ҙур көгөрләүек. Көгөрләуек оса. ■ Көгөрләүектең тауышы яңғырауыҡлы: «ти-ли-ли». Көгөрләуек төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Э. Ишбирҙин.
КӨГӘНӘК (көгәнәге) (Р: сокол-бело-горник; И.: falcon species; T: şahin) и. зоол. диал.
Ыласын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған түңәрәгерәк ҡыҫҡа ҡанатлы, оҙон көрәнһыу ҡойроҡло, күгәрсендән бәләкәйерәк йыртҡыс урман ҡошо, ҡыйғыр. □ Сокол-бело-горник (лат. Falco subbuteo). Етеҙ көгәнәк. Кыйғыр көгәнәк. Көгәнәк ояһы. Һунар көгә-нәге. Хәйләкәр көгәнәк. Үткер көгәнәк.
КӨГӘҮЕН и. зоол. диал. ҡар. күгәүен. Ваҡ көгәуен. Кара көгәуен. Эре көгәуен. Көгәуен тешләү. Үгеҙ көгәуене. ■ Көндөң эҫеһендә мең төрлө себен, бөгәләк, көгәуен, серәкәйҙәр бызылдашып, аттарҙың бауыр аҫтарынан, арҡаларынан, танау, куҙ тирәләрен тешләкләп, семтеләп киткәнгә, улар аяҡтарын тупылдатып, ер ҡаҙып, баштары менән салыҡлап түҙмәй торалар. Ғ. Дәүләтшин.
КӨҘ [дөйөм төрки көз/куз\(Ү:. осень; И.: autumn; T: sonbahar, güz) и.
1. Йылдың дүрт миҙгеленең береһе, йәй менән ҡыш араһындағы ваҡыт. □ Осень. / Осенний. Йылы, матур көҙ. Көҙ етә. Көҙгә
605