көҙгө
тартым. Иртә көҙ. Һалҡын көҙ. Үткән көҙ. Быйыл көҙ. Көҙгә ҡалдырыу. Көҙ буйы. ■ Торналары сыңраулы көҙ!.. Күкрәгемдә — моң, илһам. X. Назар. [Ағайым:] Мырҙам, бик тә ваҡытлы ҡайттың бит әле. Көҙ! Байлыҡ-муллыҡ ташып торған саҡ, рәхәтләнеп бер ял итерһең, ҡунаҡ булырһың, ҡурай моңо тыңларһың. Д. Бүләков. Ғәлләметдин бер һелкенә, ике һелкенә лә, урмандан кире ҡайта: көҙ бар, ҡыш бар, ашығып ни эш бар. Ш. Насыров. Япраҡтар һарғайған саҡты, көҙҙөң тәуге сыуаҡ мәлен алтын көҙ тиҙәр. Р. Солтангәрәев. Сентябрь уртаһы инеме шунда, аҙағы инеме — асыҡ ҡына хәтерләмәйем, иллә-мәгәр көҙҙөң тып-тып, салт аяҙ көндәренең береһе ине. Ф. Иҫәнғолов. • Бер ҡарлуғас менән яҙ булмай, бер болот менән көҙ булмай. Мәҡәл. Көйләй-көйләй көҙ булыр, йырлай-йырлай яҙ булыр. Әйтем. Көҙ бай булма, яҙ бай бул. Әйтем. Көҙ килгән ҡунаҡҡа — ат ҡаҙыһы, яҙ килгән ҡунаҡҡа — ҡарта ярыһы. Мәҡәл. Куҙ өсөн яҙ яҡшы, ауыҙ өсөн көҙ яҡшы. Мәҡәл. Себеште көҙ һанайҙар. Мәҡәл. Эшең булһа йөҙ, туҡлыҡлы булыр көҙ. Мәҡәл. Яҙ йәме сәскә менән, көҙ йәме кәлтә менән. Мәҡәл.
2. миф. Йәй менән ҡыш араһындағы мифлаштырылған ваҡыт. □ Осень (мифологизированное время. Время изобилия, время свадеб, время угасания природы).
♦ Алтын көҙ сыуаҡ көҙҙөң япраҡтар һарғайған мәле. □ Золотая осень. ■ һөйәм шаулап япраҡ ҡойған алтын көҙҙө, аҡ томанлы июль таңын да. М. Харис. ® Алтын көҙ арты — һалҡын көҙ. Әйтем. Ғүмер көҙө кешенең ҡартая, ҡарыуы бөтә башлаған сағы. □ Осень жизни (начало старости человека). ■ Көҙгә етһәм, йөҙгә етәм, ти торғас, ғумер көҙө лә килеп еткән. Н. Асанбаев. Япраҡтарын ҡоя-ҡоя ғумеркәйҙәр көҙө етә. Картотека фондынан. Алтмыш йәш ул нишләп ҡарт булһын, малайҙарҙай ашҡына куңел. Ғумер көҙөм, миңә килмәй тор, эш-мәшәҡәттәрем бөтәһе тугел. Экспедиция материалдарынан. Яҙғы көн — ярты аҡыл, көҙгө көн — арт аҡыл, тигәнде ишеткәнегеҙ бармы ? Беҙҙең Мәхмут тә, ана, ғумер көҙөндә хаталанып ташланы. Д. Исламов. Миңә лә
киләсәк бер көн — был ғумерем көҙө гөманһыҙ; ҡалыр минең ҡоро тәнем. С. Яҡшығолов. Ҡара көҙ ҡар яуғансы дауам иткән көҙ. □ Осень до выпадения снега. ■ Кара көҙҙә һәм ҡыш көнө баҡсалағы ағастарға куп кенә ҡоштар йыйыла. Э. Ишбирҙин. Кара көҙ ине. Мул итеп ҡар яуып иреткән дә, ҡаты туңдырған. 3. Биишева. ® Ҡара көҙҙөң ҡары ятмаҫ. Мәҡәл.
КӨҘГӨ I [дөйөм төрки көз/көр ‘күҙ, күр-’] (Р: зеркало; И.: mirror; T.: ayna) и.
1. Сағылдырып күрһәтеү өсөн арты махсус эшкәртелгән шыма быяла. □ Зеркало. / Зеркальный. Йомро көҙгө. Дурткел көҙгө. Бәләкәй көҙгө. Аҫмалы көҙгө. Көҙгө быялаһы. Көҙгө сағылдыра. Көҙгөгә ҡарау. Кабарынҡы көҙгө. Көлкө булмәһендәге көҙгөләр. ■ Уның [Байғужаның] сумаҙанында һәр төрлө кәрәк нәмәләр була. Энә, еп, һиҙәп, булавка, ҡайраҡ, беләу, көҙгө .. — бөтәһе лә бар. Д. Юлтый. Көҙгө алдында галстугын төҙәтеп торғанда, Ғәйнияр Ғәйнуллович төрлө уйҙарҙы башынан уткәрҙе. Д. Бүләков. Пилот та, Мараттың ҡиәфәтен кабиналағы көҙгөлә куреп, көлөп ебәрҙе. Картотека фондынан. [Йәш ҡатын] алъяпҡыс кеҫәһенән туңәрәк көҙгө алып, биттәрен һыйпаштырҙы. М. Кәрим. • Ауыҙың ҡыйыш булһа, көҙгөгә үпкәләмә. Әйтем. Йөҙөң ниндәй булһа, көҙгө шулай курһәтер. Мәҡәл. Тәҙрә — ысынды ҡарарға, көҙгө — һыныңды ҡарарға. Әйтем.
2. кусм. Кемдеңдер йәки нимәнеңдер сағылышы. □ Отражение, отображение, изображение кого-н., чего-н. ■ Кургәҙмәләр, музейҙар, тарих-этнография майҙансыҡтары — халыҡ ижады өлгөләрен сағылдырған уҙенсәлекле көҙгө ул. «Башҡортостан», 10 ноябрь 2011. Халыҡ йырҙары — халҡыбыҙ куңеленең һис тутыҡмаҫ вә кугәрмәҫ көҙгөһөлөр. Картотека фондынан. • Дуҫ — дуҫтың көҙгөһө. Әйтем. Изгенең куңеле — көҙгө. Мәҡәл. Игенсенең көҙгөһө — көҙ. Әйтем. Ир-егет — ил көҙгөһө. Мәҡәл.
3. у март. Бал ҡортоноң ҡорһағының аҫҡы өлөшөндәге шыма, төкһөҙ ере. □ Гладкая поверхность брюха пчелы. Ҡорт көҙгөһө. ■ Көҙгөлә балауыҙ ҡатламы барлыҡҡа
606