КӨҘГӨ БАЙЛЫҠ
килгәс, бал ҡорто уны аяҡтары менән ҡуптарып ала. Картотека фондынан.
4. махс. Нимәнец дә булһа өҫтө. □ Поверхность чего-л. Күл майҙанының көҙгөһө. Яныу көҙгөһө.
5. миф. Нимәнелер асыҡларға, белергә ярҙам итә торған, тыйыу, иҫкәртеү көсөнә эйә булған тылсымлы әйбер. □ Зеркало (мифологизированный предмет, который, по представлениям башкир, имеет предупреждающую, оберегающую силу). И Юлға сыҡҡанда, кире боролорға тура килһә, юл уңһын өсөн көҙгөгә ҡарап сығырға кәрәк. Экспедиция материалдарынан. Көҙгө тылсым көсөнә эйә, яңырыу, кире ҡағыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Башҡорт мифологияһынан. Көҙгө ватылһа, насарға була. Экспедиция материалдарынан. Теле сыҡмаған баланы көҙгөгә ҡаратырға ярамай. Экспедиция материалдарынан.
♦ Көҙгө кеүек <ялтыр йәки шыма> 1) нимәнеңдер бик тигеҙ, шыма булып ялтырап ятҡан өҫкө йөҙө тураһында. □ О ровной, гладкой блестящей поверхности чего-л. Көҙгө кеуек ялтыр юл; 2) ялағай, үтә ярамһаҡ кеше тураһында. □ О подхалиме, подлизе, доел. Блестящий, как зеркало. И Хәҙер беләм мин, таныйым мин хәҙер ундайҙарҙы, көҙгө кеуек ялтырап утә куренеп торалар улар хәҙер миңә. 3. Биишева. Күңел<дең> көҙгөһө хәтер, иҫ. □ соотв. Зеркало души. М Бала саҡ йылдарының иҫтәлектәре куңел көҙгөһөнә мәңгегә уйылып ҡуйылған, ахырыһы, тип, класс бүлмәләрен, үҙебеҙ ултыртҡан баҡсаны ҡарап йөрөнөм. Картотека фондынан. Йыр — күңелдең көҙгөһө, тиҙәр ҙәбаһа. С. Шәрипов. Куҙҙәр — куңел көҙгөһө ул, шатлыҡты ла, хаҡлыҡты ла, ҡайғы-хәсрәт, нәфрәтте лә күҙҙәрҙән уҡып була. Ф. Чанышева. • Куҙ — күңелдең көҙгөһө. Әйтем. Тел — күңелдең көҙгөһө. Әйтем.
КӨҘГӨ II (Р.: осенний; И.: autumnal; Т.: sonbahar) с.
Көҙ көнө була торған, көҙ ваҡытына хас; көҙ көнө башҡарыла торған. □ Осенний. Көҙгө сәскәләр. Көҙгө япраҡ. Көҙгө әсе ел. Көҙгө көн. Көҙгө ҡараңғы төн. Көҙгө ураҡ. Көҙгө ашлыҡ. Көҙгө ҡатыҡ. Көҙгө йәрминкә. Көҙгө
ямғыр. Көҙгө һыуыҡтан һаҡланыу. Көҙгө боҙ.
■ Көҙгө мәлде көтөп торманы [Суртмаҡ баҫҡаҡ], тап йәйге йыйын ваҡытында ҡып итеп килеп тә төштө. К. Мәргән. [Әмир — Боғараға:] Көҙгө туҡлыҡ мәлендә йөҙ илле баш йылҡы, биш йөҙ һарыҡ, егерме дөйә бирерһең. Ә. Хәкимов. Республиканың район һәм ҡалаларында көҙгө йәрминкәләр башланды. «Юшатыр», 10 сентябрь 2011. Япраҡ төшә ерҙәргә, көҙгө ҡаты елдәрҙә. Халыҡ йырынан. Көҙгө ел иркәләмәй. Ғ. Садиҡов. • Көҙгө ҡатыҡ — көмөш ҡашыҡ, кейәүем менән ҡыҙыма; яҙғы ҡатыҡ — ярыҡ ҡашыҡ, киленем менән улыма. Мәҡәл. Көҙгө ураҡ яҙ башлана. Әйтем.
♦ Көҙгө әтәс 1) осоп-ҡунып барған, ҡыҙрас кешегә ҡарата әйтелә. □ Задиристый (о человеке), доел. Осенний петух. И Минең һүҙҙәр әле генә көҙгө әтәс кеуек әҫтәмә менеп килгән егеттең өҫтөнә боҙло һыу һипкән һымаҡ тәьҫир итте. Картотека фондынан. Ә уҙҙәре, көҙгө әтәс шикелле, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы килеп баҫҡандар. Ғ. Ибраһимов; 2) һөйл. кәмһ. хәл-әхүәленә, көсөнә ҡарамай, үҙенән көслөрәктәр менән алышып, көрәшеп маташҡан кешегә ҡарата мыҫҡыллап әйтелә; сәркәш. □ Упрямый драчун. Я Килгәс тә, ҡарт уҡытыусыларҙың күбеһе менән Булаттың борсағы быҡмай, «көҙгө әтәс» тип ҡарайҙар уға. Ә. Вахитов.
КӨҘГӨ АРЫШ и. ҡар. көҙгө ашлык.
■ Беҙ бында көҙгө арыш сәсәбеҙ, теге яланға көҙгө бойҙай сәсербеҙ, — тип председатель бригадирға күрһәтмә бирҙе лә, уҙе ҡайҙалыр ашығып китеп барҙы. Р. Ураҙғолов.
КӨҘГӨ АШЛЫҠ (ашлығы) (Р: озимые;
И.: winter crops; T.: güzlük ekinler) и. a. х.
Көҙ сәселә торған ашлыҡ (көҙ көнө сәселә, шытып сыға һәм ҡар аҫтында ҡышлап, йәйгә өлгөрә торған арыш йәки бойҙай); ужым арышы, ужым бойҙайы. □ Озимые (рожь или пшеница). • Көҙгө ашлыҡты кәлгә сәс, яҙғы ашлыҡты боҙға сәс. Мәҡәл.
КӨҘГӨ БАЙЛЫҠ (байлығы) (Р: осенний урожай; И.: autumnal; T.: sonbahar ürünü) и.
Көҙгө уңыш (көҙ көнө йыйып алынған йәшелсә-емеш, иген, ашлыҡ). □ Осенний урожай. Көҙгө байлыҡта. ■ Яҙын янып-кө-
607