Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 608


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨҘГӨ БӨЙҘАЙ
йөп эшләмәһәң, көҙгө байлыкта икмәк тә тешләмәүең бар. Б. Бикбай. Ә был ваҡытта дыу килтереп көҙгө байлыҡты туйлайҙар ине. Өй беренсә ҡунаҡ та ҡунаҡ, һый ҙа һый. Б. Бикбай.
КӨҘГӨ БӨЙҘАЙ и. а. х. ҡар. көҙгө ашлыҡ, Был яланда көҙгө бойҙай уңа торғайны.
■ Кейендергән дә — ер, туйындырған да — ер, тиҙәр. Быны барыбыҙ ҙа анрайбыҙ, ләкин ерҙе ҡәҙерләү, уның байлыҡтарын арттырыу йәһәтенән эш алып бармайбыҙ. Бына, мәҫәлән, көҙгө бойҙай сәсә торған баҫыу яҡшылап ашланмаған, ужым сыҡҡас, малдан тапатылған. Картотека фондынан.
КӨҘГӨ БҮЛТЕРЕК (бүлтереге) и. диал. ҡар. көҙләүес.
Көҙгө бүлтерек сатанлаған. Көҙгө бүлтеректәр көтөүҙән ҡайтмаған, һарыҡтың көҙгө бүлтереге. Көҙгө бүлтерек йөнө. ■ [Мал] яҙ үлмәһә, көҙ үлмәҫ, тигәндәр боронғолар. Көҙгө бүлтерек тә шәбәйер әле. М. Кәрим.
КӨҘГӨ ЙӨРТ (Р.: место осенней стоянки; И.: autumnal quarters; T.: sonbahar yaylası) и.
Көҙгө йәйләү урыны; көҙләү. □ Место осенней стоянки (после летовки). Көҙгө йортҡа күсеү. Көҙгө йортто әҙерләү.
■ Боронғо башҡорттар тураһында төшөнсә алыу өсөн башта уларҙың хикәйәттәрен рус теленә тәржемә итергә кәрәк. Был тәржемәләрҙән яҙыусы бер ни ҡәҙәр һоҡландырғыс ер-урындарҙың .. иң боронғо атамаларын да беләсәк. Мәҫәлән, көҙгө йорт. М. Өмөтбаев.
КӨҘГӨ ЙӨН (Р.: осенняя шерсть; И.: autumnal wool; T.: sonbahar yünü) и.
Көҙ ҡырҡып алынған, яҡшы сифатлы, ныҡ йөн. □ Шерсть осенней стрижки (самая качественная, прочная). Көҙгө йөндән быйма баҫтыралар. Кейеҙ ҙә көҙгө йөндән баҫыла.
■ «Көҙгө йөн — иң ҡәҙерле, иң сифатлы, иң ныҡ йөн була ул», — тип әйтә торғайны әсәйем. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘГӨ ЙӘЙЛӘҮЕС и. диал. ҡар. көҙләүес. ■ Көҙгө йәйләүестең хәле шәптән түгел әле, кем, Заҡуан ҡустым. С. Латипов.
КӨҘГӨ ҠЫРАЯҠ I (ҡыраяғы) (Р: осенние заморозки; И.: the first autumn frosts; T.: kırağı) и. диал.
Һыуытып, аяҡ аҫты ҡатҡан мәл; көҙгө туңғаҡ. □ Осенние заморозки. ■ Көҙгө ҡы-раяҡта бесән килтерә һалырға кәрәк: ямғыр ҙа, ҡар ҙа йыраҡтан бесән алып ҡайтырға мөмкинлек бирмәйәсәк. Д. Бүләков.
КӨҘГӨ ҠЫРАЯҠ II (Р: мёрзлый; И.: frozen; T.: donmuş) с. диал.
Туңған, туңғаҡ. □ Мёрзлый, промёрзший. Көҙгө ҡыраяҡ юл. И Көҙгө ҡыраяҡ юлдан атлау ҡыйын, суғырмаҡланып туңған ерҙән барыу осло ташлы юлдан барыу менән бер бит ул. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘГӨЛӨ (Р: зеркальный; И.: with a mirror; T.: aynalı) с.
Көҙгөһө булған, көҙгөләй эшләнгән. □ Зеркальный, с зеркалом. Көҙгөлө өҫтәл. Көҙгөлө шкаф. Көҙгөлө шифоньер. ■ Һәүбән көҙгөлө һарайҙа тыуған-үҫкән ерҙәрен күргәс, уғата ашҡынған. «Аҡбуҙат».
КӨҘГӨЛӨК I (көҙгөлөгө) (Р: осенняя пора; И.: autumn; T.: sonbahar) и.
Көҙгө көн, көҙгө ваҡыт. □ Осенняя пора. Көҙгөлөккә генә егеттәр эшкә урынлаша аласаҡ. ■ Аҙна ла уҙманы, көндәр ҡапыл йонсоуланып китте. Көҙгөлөк иртә менән аяҙ булһа ла, кискә табан ел сыға, ҡара болоттар күтәрелә лә, шунда уҡ рашҡы яуа башлай. Б. Бикбай. Фацелия һәм гәрсис сәскәндә көҙгөлөк өсөн дә бал йыйыу урыны булдырырға мөмкин. Картотека фондынан. • Көҙгөлөгөн бары ла бай: тарттырған да ашаған, яҙғылығын ни эшләгән? Хәйерсене теләнсе ҡыҫтаған. Мәҡәл. Сәсмәнең иһә яҙ көнө, ни йыйырһың көҙгөлөк? Мәҡәл.
КӨҘГӨЛӨК II (Р: осенний; И.: autumn; T.: sonbahar) с. диал.
Көҙлөк, көҙ ҡулланыу өсөн билдәләнгән, көҙгә етерлек. □ Оставленный на осень; достаточный на осень. Көҙгөлөк картуф. Көҙгөлөк мал аҙығы. И Мал, ҡош-ҡорт һимертеү өсөн көҙгөлөк курмыны алдан хәстәрләргә кәрәк. Экспедиция материалдарынан. Теге ағай бесәнлекте тәки бирмәне, көҙгөлөккә, ти ҙә ҡуя. С. Шәрипов.
КӨҘГӨЛӨКТӘ (Р: осенью; И.: in autumn; T.: sonbaharda) р. диал.
Көҙ көнө, көҙ мәлендә. □ Осенью, осенней порой. Көҙгөлөктә ҡырҙар бушап ҡала.
608