ИОҠА
ЙОҠ II (йоғо) (Р.: глава рода; И.: ancestor, forefather; T.: soyun başı) и. диал.
Бер төптән, бер сығанаҡтан таралған кешеләрҙең башы, ырыу башы. □ Глава рода, родоначальник. ■ Ырыуыбыҙҙың йоғо Шә-ғәле Шаҡманға барып тоташа. Экспедиция материалдарынан.
ЙОҠА I [боронғо төрки йуҡа, йувға, йувҡа, йуйҡа} (Р: тонкий; И.: thin; T.: ince) с.
1. Ике яҡ йөҙ өҫтө сағыштырмаса яҡын; ҡалынлығы ҙур түгел; киреһе — ҡалын.
□ Тонкий. Йоҡа туҡыма. Йоҡа телем. Йоҡа балаҫ. Йоҡа ҡатлам. Йоҡа юрған. Йоҡа дәфтәр. ■ Аптырағас, Юлдаш та башҡалар кеүек дөйөм табаҡтан ашарға тотоноп китте, һөҙлөктә генә бешкән йоҡа һалмала, һимеҙ һарыҡ ите лә ғәжәп тәмле ине. 3. Биишева. Ғабдуллаға күстәнәскә тигән йомортҡалар шундай йоҡа ҡабыҡлы булып сыҡты. М. Кәрим. [Ғәйзулла] ҡырсындан һайлап алған йоҡа таштарҙы шаршынан түбәнерәк тоноҡ һыу өҫтөнән кәйелтте. Я. Хамматов.
2. Йылы тотоу яғынан насар булған, һырылмаған, еңел (кейемгә ҡарата). □ Тонкий, лёгкий (об одежде). Йоҡа кейем. Йоҡа күлдәк. Йоҡа салбар. ■ Был егет унан да [Әхмәттән] ярлыраҡ булһа кәрәк, ана бит, йоҡа ғына куртка эсендә нисек ҡалтырай. Интернет селтәренән. Көҙгө бысраҡ көндәр, ел-ямғырҙар иңләп һибә һалҡын тамсылар; ярлыларҙың, үкһеҙ етемдәрҙең йоҡа кейемдәрен мансыйҙар. Д. Юлтый. • Ятыу-тороу байҙарса, өҫтә кейем йоҡараҡ. Мәҡәл.
3. Һирәк булып үҫкән; ҡуйы түгел.
□ Редкий, жидкий. Йоҡа урман. Йоҡа мыйыҡ. Быйыл үлән йоҡа булды. ■ Бакуй йоҡа булғас ни, үҙебеҙгә тип сапҡан бесән оҫҡонлоларынан алда кипте. Н. Мусин. Тар манрайлы, осло танаулы, йоҡа сәсле чех пол-ковнигы аяҡ үрә тороп, шпорлы үксәләрен бер-береһенә сәкәштерҙе, элек тә алға сығып торған эйәген күтәрә төштө. А. Таһиров.
4. Үтә күренеп торған; ҡуйы түгел.
□ Редкий; прозрачный. ■ [Марусяның] күҙ төптәрен йоҡа ғына күләгә ҡаплаған, һ. Дәүләтшина.
5. Ит, май ҡунмаған, итләс түгел; ҡаҡса.
□ Худощавый, сухопарый. Йоҡа кәүҙәле.
Йоҡа кеше. ■ Уның [кажандың] аҫтынан тәпәшәк кенә буйлы, йоҡа кәүҙәле, ялтырап торған ҡара сырайлы, осло эйәкле һәм йөҙ түбән ҡарашлы бер кеше килеп сыҡты. И. Насыри. Маһинурҙың йоҡа ғына кәүҙәһен ҡосаҡлап, Мәҙинә лә ҡушылып илай. Т. Гарипова.
6. күсм. Етерлек дәрәжәнән аҙ; наҡыҫ. □ Недостаточный, скудный. Аҡса яғы йоҡараҡ. Ашау яғы йоҡа. ■ Ибрайҙың башы йоҡа уның. Бындай йәпле фекер уның уйына бер ваҡытта ла киләсәк түгел. М. Кәрим.
♦ Елкәһе йоҡа (йәки йоҡа елкә) ауыр эшкә яраҡһыҙ булған, эш яратмаған кешегә әйтелә. □ Лентяй. ■ Йорт-ҡура, өйҙәге эшкә елкәһе йоҡалар гел шулай колхоз йомошон сәбәп итеүсән инде ул. Ә. Әминев. Кеҫәһе йоҡа аҡсаһы юҡ; ярлы. □ Безденежный, не имеющий денег. ■ Кеҫәһе йоҡа уның, бер мандый алмай. Экспедиция материалдарынан. Тиреһе йоҡа (йәки йоҡа тиреле) ауырлыҡҡа, эшкә сыҙамһыҙ кешегә ҡарата әйтелә. □ У него шкура тонка, соотв. Кишка тонка. ■ [Етембай — Моталлапҡа:] Үҙең дә бигерәк йоҡа тиреле икәнһең. М. Хәйҙәров.
ЙОҠА II [боронғо төрки йуҡа, йувға, йувҡа, йуйҡа\ (Р: тонко; И.: thinly; T: ince)/?.
1. Нәҙек итеп. □ Тонко. Йоҡа юныу. Йоҡа итеп йәйеү. ■ Йоҡа ғына итеп ҡойолған майлы ҡоймаҡты Ҡыҙырас элек бик ярата торғайны. 3. Биишева. Әҙер ҡамырҙы йоҡа итеп йәйергә һәм 4x4 см ҙурлығындағы шаҡмаҡтарға киҫергә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010. Байбисә, ауыҙ эсенән шыбырлап, Һабрауҙың иңенә йоҡа итеп һырылған ҡупшы елән һалды, ҡулына ҙур төйөнсөк тотторҙо. Ә. Хәкимов.
2. Еңел итеп. □ Легко, не кутаясь, налегке. Йоҡа кейенеп йөрөй. Йоҡа йөрөү. Йоҡа ғына кейенә лә, ҡалтыранып тик йөрөй.
ЙОҠА III [боронғо төрки йувға} и. диал.
1. ҡар. кәлсә. Йоҡа бешереү. Йоҡаға ҡамыр әҙерләү. ■ Ошо йоҡаны ҡаймаҡ менән ашап сәй эсһәм, донъям матур, теүәл кеүек тойола. Экспедиция материалдарынан.
2. ҡар. ҡоймаҡ. Йоҡа майлау. ■ Ике йома араһында йоҡа бешерәбеҙ, әруахтар
61