КӨҘРӨ
или козлёнке). ■ Ҡара һарыҡ көҙләуесләугә әйләнде ләбаһа. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘӨЙ (Р: кудей (название одного из родовых подразделений башкир); И.: one of clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Башҡорт ырыуы атамаһы. □ Кудей (название одного из родовых подразделений башкир). Көҙөй ырыуының тамғаһы. И [Иҫке дуҫтарыбыҙ һәм өлкән апайҙарыбыҙ] көҙәйҙәрҙең дә яҙын эҫе көндәрҙә, йылҡыларын ҡыуып, Аҡбейеккә китеу ғәҙәттәрен миңә һөйләй торғайнылар. Ә-3. Вәлиди. Ҡариҙелдең тубәнге ағышының һул яҡ яр буйында урынлашҡан көҙөй ырыуы ауылдары. Р. Шәкүр.
КӨҘӨК (көҙөгө) (Р: гнетущее чувство сожаления; И.: heavy feeling of remorse; T: pişmanlık) и.
Күңелде тынысһыҙлап, төйөн булып торған үкенес йәки шик, күңелдәге яман-һыулыҡ. □ Гнетущее чувство сожаления, сомнения; досада; состояние грусти на душе. Көҙөк булып ҡалыу. Ҡуңелгә көҙөк итеу. Ҡуңелгә көҙөк һалыу. ■ Ауылдаштары уға ҡайтып китергә кәңәш итте, ҡалған эште уҙҙәре лә еренә еткереп эшләргә һуҙ бирҙе. [Разведка начальнигы:] Ризамын. Ҡуңелеңә көҙөк булып ҡалмаһын. Н. Мусин. Ауылдарҙың һәйбәт куренештәре менән аралаш куңелгә көҙөк һала торған йәмһеҙерәк яҡтары ла куҙгә салынып ҡалғылай шул әле. Ғ. Хөсәйенов. Эште осламайынса ҡайтып китеп, куңелендә көҙөк ҡалдырырға теләмәй ине ул. Н. Мусин.
♦ Көҙөк булыу күңелгә ауыр булыу. □ соотв. Лечь камнем на сердце, терзать душу (о невысказанных мыслях, словах). ■ Туғаным, куңелеңә көҙөк булмаһын, бөтәһен дә һөйләп бирәйем. Һ. Дәүләтшина. Тиҙ генә ҡайтырмын тип, баламды бикләп киткәйнем, куңелгә көҙөк булып тик тора. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘӨКЛӘНЕҮ (көҙөклән-) (Р: засомневаться в чём-л.; И.: doubt smth; T.: şüphelenmek) ҡ.
Шикләнеү, шик тотоу. □ Засомневаться в чём-л. Бушҡакөҙөкләнеу. Урынһыҙкөҙөкләнеу.
Куңел көҙөкләнә. Көҙөкләнеп йөрөу. Куршегә көҙөкләнеу.
КӨҘӨН (Р: осенью; И.: in autumn; T.: sonbaharda) р.
Көҙ көнө, көҙ булғас. □ Осенью, в осеннее время. ■ Ағас тын ғына һин дә мин ултыра. Яҙын япраҡ яра, йәйен инде куләгәһенә кешеләрҙе йыя, көҙөн, кейеҙ кеуек итеп, ергә ҡоро япраҡтарын йәйә, ҡыш әсе бурандарҙан һыҙғыра. Р. Солтангәрәев. Бурһыҡ айыу шикелле бик һимеҙ була, ул бигерәк тә көҙөн ныҡ һимерә. Н. Мусин. • Ҡыш — ҡыҫыл, яҙ — яҙыл, йәй — йәйел, көҙөн уҙең белерһең. Мәҡәл. Яҙын аҙыҡһыҙ, көҙөн кейемһеҙ юлға сыҡма. Мәҡәл. Яҙын бесән сапмайҙар, көҙөн кәбән өймәйҙәр. Мәҡәл.
КӨҘӨРТ (Р: хребет горы; И.: mountain range; T: sıradağ) и.
Тау һырты. □ Хребет горы. Көҙөрт юлы. Көҙөрт буйлап. Көҙөрт аша.
КӨҘӨРӘ (Р: с горбинкой (нос); И.: Roman nose; T: kemerli) c.
1. Көмрө (танауға ҡарата). □ С горбинкой (нос). Көҙөрә танау. ■ Ябай кешеләрҙең урындағы һөйләшеуҙәренән алынған һуҙҙәр ҙә куп осрай. Мәҫәлән, оло ярғаҡ битле, көҙөрә танаулы һәм башҡа шундай һуҙҙәрҙе килтерергә булыр ине. 3. Ураҡсин.
2. диал. Көмрө елкәле, тыҡшыҡ. □ Сутулый (о человеке). Көҙөрә елкә. ■ Көҙөрә елкәле, курер куҙгә йәмһеҙ кеше булмәгә килеп инде. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘӨРӘЙТЕҮ I (көҙөрәйт-) (Р: сузить (о глазах); И.: narrow; T: kısmak) ҡ.
Күҙҙе ҡыҫыбыраҡ ҡарау. □ Сузить (о глазах). ■ Фазлетдин куҙҙәрен көҙөрәйтеп көлөмһөрәне. Р. Камал.
КӨҘӨРӘЙТЕҮ II (көҙөрәйт-) (Р: сгорбить; И.: hump; T: iğmek, bükmek) ҡ.
Яурынды, елкәне дуғаландырыу, көмрәйтеү. □ Сгорбить. Яурын көҙөрәйтеу. Елкә көҙөрәйтеу. ■ Әхмәтхан, яурынын тағы көҙөрәйтеп, тешен ҡыҫты. Р. Камал. ® Буре ас ҡалһа ла елкәһен көҙөрәйтер. Әйтем.
КӨҘРӨ (Р: сутулый; И.: stooping; T: hafifçe kamburlaşmış) с.
Көмрәйеп торған, ҡалын, көмрө (елкәгә ҡарата). □ Сутулый, ссутулившийся, съё
20*
611