КӨҘРӘЙ
жившийся. ■ Көҙрө елкәле, баһадир кәүҙәлеһен Юламанов .. таный алмай торҙо. Н. Мусин. Бөтә йөҙөн эре шаҙра ҡаплаған, көҙрө елкәле, күҙлекле кеше ҡабаланмай ғына ҡаҙан янынараҡ килде. К. Мәргән.
КӨҘРӘЙ (Р.: торчащий; И.: standing on end, bristling; T.: dik) с. һөйл.
Тырпайып торған; тырпыҡ. □ Торчащий, торчком. Көҙрәй мыйыҡ.
КӨҘРӘ [рус. кудри} с. диал. ҡар. бөҙрә. Көҙрә сәс.
КӨҘРӘЙЕҮ (көҙрәй-) (Р.: горбиться; И.: stoop; hunch up; T: kambur laşmak) ҡ.
1. Йыуан, йомро булып, тупайып тороу (елкәгә, яурынға ҡарата). □ Горбиться, быть сутулым. Елкәһе көҙрәйеп тора. Яурыны көҙрәйгән. ■ Ағай, көн эҫе булыуға ҡарамаҫтан, өҫтөнә көрән тула сәкмән, башына ҡолаҡсын бүрек кейеп алған да, елкәһен көҙрәйтеп, бер килеш бара бирә. 3. Биишева.
2. Ҡабарыу, тырпайыу (эт, бүре, бесәйҙәрҙең һырт, елкә йөнөнә ҡарата). □ Вздыбливаться, взъерошиваться, стоять торчком (о волосах, шерсти). Бүренең һыртын көҙрәйткәнен күргәнем юҡ минең. ■ Эттең елкә йөнө көҙрәйә, мороно гармун күреге һымаҡ йыйырыла, үҙе уртын сәйнәй башлай торғайны. Экспедиция материалдарынан.
3. Көмрө булып ҡалҡып тороу, көмрәйеү (алыҫтан күренгән нәмәләргә ҡарата). □ Горбиться (издалека показаться горбатым). ■ Көҙрәйеп ятҡан күк арҡаны елә-саба үтһәң, көс була. Халыҡ йырынан.
4. күсм. Күкрәк киреп кәпәренеү; ҡуҡрайыу. □ Важничать; кичиться. ■ Егеттәр, ҡыҙҙар алдына килеп, тыпыр-тыпыр бейеп, бармаҡ шартлатып көҙрәйеп торалар. Картотека фондынан.
КӨҘРӘЙ СӘПСӘҮ (Р: фифи; И.: wood sandpiper; T: serçe türü) и. зоол. диал.
Оҙон аяҡлы, оҙон суҡышлы, кәүҙәһенең артҡы өлөшөн өҙлөкһөҙ бәүелтә торған сыйырсыҡ ҙурлыҡ һаҙ ҡошо. □ Фифи (лат. Tringa glareola). Көҙрәй сәпсәү — күсмә ҡош. Көҙрәй сәпсәү киң таралған. Көҙрәй сәпсәү ерҙә оялай. ■ Көҙрәй сәпсәүҙең тауышы көйлө һәм тоноҡ ҡына: «фи-фи-фии». Яҙғыһын ата ҡоштар яңғырауыҡлы һыҙғыралар: «түли-
түли-түлүлүлүү». Көҙрәй сәпсәү төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Ите өсөн аулайҙар.
Э. Ишбирҙин.
КӨҘРӘЙТЕҮ I (көҙрәйт-) (Р: ощетиниться; И.: tousle; T.: kıllarını diken diken kabartmak) ҡ.
Асыу белдереп, һырт йәки елкә йөнөн ҡабартыу, тырпайтыу (эт, бүре, бесәй һымаҡ йәнлектәргә ҡарата). □ Ощетиниться, принимать грозный вид, взъерошивая, ощетинивая шерсть. Елкәне көҙрәйтеү, һыртты көҙрәйтеү. Бесәй, йөнөн көҙрәйтеп, асыуын белдерҙе. ■ Әллә кемде ҡурҡытырҙай булып, һыртын көҙрәйтеп торған була беҙҙең эт. Картотека фондынан.
КӨҘРӘЙТЕҮ II (көҙрәйт-) (Р: выпучить, выпучивать глаза; И.: goggle; T.: gözlerini fal gibi açmak) ҡ. диал.
Ғәжәпләнеп, аптырап һ. б. ҙур асып төбәү (күҙҙе), секерәйтеү. □ Выпучить, выпучивать глаза, уставиться на кого-что. Күҙ көҙрәйтеү. Күҙен көҙрәйтеп текләгән дә ҡатҡан. ■ Рәзилә ҡуйы һаҡал осон семеткеләй-семеткеләй күҙен көҙрәйтеп иҙәнгә төбәлеп ултырған Носрай ҡартҡа ҡараны. Н. Мусин.
КӨҘРӘ КӘБЕҪТӘ (Р: брюссельская капуста; И.: Brussels sprouts; T.: Brüksel lahanası) и. бот.
Һабағының осонда ҙур япраҡтар араһында грек сәтләүеге ҡәҙәре бәләкәй генә 20—40 күсәне булған йәшелсә. □ Брюссельская капуста (лат. Brassica oleracea). ■ Көҙрә кәбеҫтәне бәшмәк менән бергә быҡтырып тороп ҡыҙҙырһаң, телеңде йоторлоҡ ризыҡ килеп сыға. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘРӘЛӘНДЕРЕҮ (көҙрәләндер-) ҡ. диал. йөкм. ҡар. көҙрәләнеү. понуд. от көҙрәләнеү. Сәсте көҙрәләндереү. ■ Көҙрә-ләндереүең бушҡа булды инде, ямғыр еүешләп, сәсең шып-шыма булып ҡалды. Экспедиция материалдарынан.
КӨҘРӘЛӘНЕҮ (көҙрәлән-) ҡ. диал. ҡайт. ҡар. көҙрәләү, возвр. от көҙрәләү. Сәс көҙрәләнеү тыумыштан да була.
КӨҘРӘЛӘТЕҮ (көҙрәләт-) ҡ. йөкм. ҡар. көҙрәләү, понуд. от көҙрәләү. Бөҙрәханала көҙрәләтеү. Оҫтанан көҙрәләтеү.
612